Германия

Үҙәк Европалағы дәүләт

Герма́ния (нем. Deutschland , рәсми атамаһы Герма́ния Федерати́в Республика́һы (нем. Bundesrepublik Deutschland ), ГФР (нем. BRD; шулай уҡ башҡ. Әлмәниә) — Үҙәк Европалағы дәүләт. Биләмәләренең майҙаны — 357 408,74 км²[7]. 2015 йылдың 31 декабренә халыҡ һаны — 82 175 684 жителей[8]. Был күрһәткес буйынса Ер шарында 16-сы (Европала 2-се) урынды алып тора, ә майҙаны буйынса донъяла 62-се урында.

Германия Федератив Республикаһы
нем. Bundesrepublik Deutschland
Германия гербы
Флаг{{{Герб урынына}}}
Девиз: «нем. Einigkeit und Recht und Freiheit»
«башҡ. Берҙәмлек, хоҡуҡ һәм азатлыҡ»
Гимн: «Өсөнсө строфа «Немецтар йыры»[1]»
Германия күрһәтелгән (ҡуйы-йәшел):— Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡуйы-һоро)— Европа союзында (асыҡ-йәшел)
Рәсми телнемец теле
Баш ҡалаБерлин
Эре ҡалаларБерлин, Гамбург, Мюнхен
Идара итеү төрөФедератив парламентар республика
Федераль президенты
Федераль канцлеры
Франк-Вальтер Штайнмайер
Олаф Шольц
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
13
357 022 км²
2,18
Халыҡ
• Һаны (2015)
• Халыҡ тығыҙлығы

81 292 400 чел. (17)
227 чел./км² (58)
ЭТП
  • Бөтәһе (2018)
  • Бер кешегә

4,356 трлн[2] долл. (5)
52 558[3] долл. (18)
ЭТП (номинал)
  • Бөтәһе (2018)
  • Бер кешегә

4,000 трлн[4] долл. (18)
48,264[5] долл. (19)
ИЧР (2018) 0,936[6] (бик юғары) (5 урын)
Этнохоронимнемец, немецтар
Валютаевро
Интернет-домен.de
Код ISODE
МОК кодыGER
Телефон коды+49
Сәғәт бүлкәтеUTC+1 (йәйге ваҡыт — UTC+2)

Баш ҡалаһыБерлин. Дәүләт теле — немец теле. Ил халҡының 65 процентҡа яҡыны христиан динен тота.

Дәүләт төҙөлөшө формаһы буйынса түбәндәге 16 административ-территориаль берәмектән — федераль ерҙәрҙән торған федератив дәүләт: Бавария, Баден-Вюртемберг, Берлин, Бранденбург, Бремен, Гамбург, Гессен, Мекленбург-Алғы Померания, Түбәнге Саксония, Рейнланд-Пфальц, Саар, Саксония, Саксония-Анхальт, Төньяҡ Рейн-Вестфалия, Тюрингия, Шлезвиг-Гольштейн. Дәүләт менән идара итеү формаһы — парламент республикаһы. Германия Федератив Республикаһының Федераль канцлеры вазифаһын 2021 йылдың 8 декабренән «Германияның социал-демократик партияһы» ағзаһы Олаф Шольц биләй. Илдәге вәкәләтле функциялар йөкмәтелгән Федераль президент вазифаһында 2017 йылдың 19 мартынан Германияның социаль-демократик партияһы ағзаһы Франк-Вальтер Штайнмайер.

Европа берләшмәһенең уртаһында урынлашҡан Германия төньяҡтан Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәре менән сикләнгән. Төньяҡтан Дания, көнсығыштан Польша һәм Чехия, көньяҡтан Австрия һәм Швейцария менән, ә көнбайыштан Франция, Люксембург, Бельгия һәм Нидерланд менән сиктәш.

Германия — иҡтисады тотороҡло үҫеүсе бөйөк дәүләт 2009 йыл йомғаҡтары буйынса илдең эске тулайым продукты күләме 3,24 триллион АҠШ долларын тәшкил иткән, был кеше башына яҡынса 39 442 доллар тигән һүҙ. Илдә ҡулланылған аҡса берәмеге — евро.

Сәнәғәт һәм технологик секторҙарҙың бер нисәһендә донъя кимәлендә алдынғы булған Германия тауарын сит илгә сығарыу йәһәтенән Ер шарында өсөнсө экспортлаусы[9] булыу менән бер ҡатарҙан импорт буйынса ла шул уҡ урында тора[10]. Германияла йәшәү кимәле бик юғары , был күрһәткес буйынса ул донъя рейтингында ныҡлы 4-се урынды биләй. Илдә дәүләт социаль тәьминәт һәм һаулыҡ һаҡлауҙың универсаль системаһын, бушлай юғары белем алыу мөмкинлеген яҡлай[11].

Германия Европа берләшмәһен ойоштороусы илдәрҙең береһе һәм уның даими ағзаһы. Ул шулай уҡ НАТО-ға һәм «Ҙур етәү» ойошмаларына ла инә. Иммиграцияның популярлығы яғынан Америка Ҡушма Штаттарынан ҡала донъяла икенсе урында тора[12].

Географияһы үҙгәртергә

Германияның территорияһы төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған. Тәбиғәт шарттары буйынса ла, кешеләрҙең уларҙан файҙаланыу буйынса ла бер төрлө түгел.

Төньяғында Төньяҡ Герман түбәнлеге урынлашҡан. Был урында ҡасандыр диңгеҙ булған, ул йыш-йыш баҫып торған ҡатлам ҡалдырған. Морена ҡалҡыулыҡтар араһында бәләкәй күлдәр урынлашҡан. Дымлы климат шарттарында бик күп һаҙлыҡтар барлыҡҡа килгән, ләкин хәҙер уларҙың барыһы ла бөткән. Йомшаҡ диңгеҙ климаты, яуым-төшөмдөң күплеге үҫемлектәр үҫеү өсөн бик ҡулай. Был — бик ҙур әһәмиәтле малсылыҡ районы ла.

Илдең ҙур өлөшөндәге уртаса бейеклектәге тауҙар бик матур урмандар менән ҡапланған. Уртаса бейеклектәге тауҙар гранит, гнейс, ҡомташ, аҡбур кеүек тау тоҡомдарынан тора һәм киң үҙәндәр менән айырылған.

Германияның көньяҡ өлөшөндә Альп тауҙарының төньяҡ һырттары һәм уның тау итәктәре урынлашҡан. Төньяҡ Альп тауҙары бик бейек түгел , ҡайһы бер түбәләренең генә бейеклеге 3000 м-ға етә. Альп тауҙары итәгендә кеше ҡулы теймәгән тәбиғәт яҡшы һаҡланған, ул хәҙер милли парктар рәүешендә һаҡлана.

Ғинуарҙың уртаса температураһы 1,5 °C (тигеҙлектәрҙә) йылылыҡтан — минус 6 °C (тауҙарҙа) һыуыҡлыҡҡа тиклем етә. Июлдең уртаса температураһы 18 °C тан 20 °C ҡаса. Бейек тауҙарҙа йәй һыуыҡ, яуым-төшөм миҡдары 1000—2000 мм тирәһе.

Германияла йылғалар күп: Рейн, Дунай, Эльба, Везер һәм Одер, улар каналдар менән тоташтырылған, иң билдәлеһе — Киль каналы, ул Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәре тоташтыра. Ҙур күлдәр: Боден, Мюриц. Улар күбеһенсә көньяҡтан төньяҡҡа табан аға. Иң ҙур һәм матур йылға — Рейн. Был йылға буйлап миллиондарса тонна йөк ташыйҙар. Йылға тамаҡтарында ҙур порт урынлашҡан.

Урмандары аҙ ҡалған. Улар илдең 1/4 майҙанын биләп тора һәм күпселек осраҡта тауҙарҙа һаҡланып ҡалғандар. Кешеләр булдырған ландшафттар өҫтөнлөк итә.

Тарихы үҙгәртергә

Боронғо тарихы үҙгәртергә

Небра ҡалаһы янында табылған, күк йөҙөн һүрәтләүсе бронза диск, б.э.т. 1700 йыл тирәһе

Кеше (лат. homo) ырыуының Германияла табылған иң боронғо ҡалдығы — табылыу ере буйынса Мауэр 1 тип аталып йөрөтөлөүсе яңаҡ һөйәге. Уға 609 000 ± 40,000 йыл[13]. Был факт кәмендә 569 000 йыл элек хәҙерге Германия ерендә боронғо кешеләр йәшәгәнен һөйләй.

Б. э. т. 1-се мең йыллыҡ аҙағында Германияла урынлашҡан герман (алман) ҡәбиләләренең Рим дәүләте менән бәрелештәре башлана. Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе дәүеренән һуң Германияла алемандар, баварҙар, көнсығыш франктар, сакстар, тюрингтар һәм фриздар ҡалған.

Урта быуаттар үҙгәртергә

6-8 быуаттарҙа бөтә территорияһы франктар ҡулында ҡала. 9 быуатта Германия ерҙәре Көнсығыш Франк дәүләте составына кергән.

15 быуат аҙағы — 16 быуат башы- Крәҫтиәндәрҙең золомға ҡаршы күтәрелештәре осоро, улар ошо осорҙа башланған сиркәү Реформацияһына ла бәйле була.

Пруссияның күтәрелеүе үҙгәртергә

Версаль һарайында Германия империяһы төҙөлөү айҡанлы тантана, 1871. Үҙәк планда, аҡ униформа кейгән кеше — Отто фон Бисмарк.

Үҙенең мөһим географик урынында урынлашҡан сәбәпле, Бранденбург—Пруссия иң эре немец дәүләттәренең береһенә әүерелә.

1740—1786 йылдарҙа, Фридрих II дәүерендә прус милитаризмы үҙенең иң юғары нөктәһенә етә.

Пруссия, Европала бөйөк дәүләткә әүерелеп, Германияла үҙ хакимлеген урынлаштырыу өсөн Австрия менән көрәште көсәйтә.

1740 йылда, Бавария мираҫы өсөн һуғыш барышында Пруссия Силезияның күпселек өлөшөн баҫып ала.

1814—1815-се йылдарҙа үткән Вена конгрессының ҡарары буйынса, 39 бойондороҡһоҙ дәүләтте берләштереүсе Германия конфедерацияһы (нем. Deutscher Bund) төҙөлә. Конгресс конфедерацияның даими президенты итеп Австрия императорын һайлай. Был хәл конгресс Пруссияның башҡа герман(алман) дәүләттәренә булған йоғонтоһон танымауын күрһәтә һәм Гогенцоллерн династияһы менән (Пруссия королдәре) Габсбург династияһы (Австрия императорҙары) араһында булған тарихи ҡапма-ҡаршылыҡты көсәйтә. Вена конгрессынан һуңғы яңырыу сәйәсәте либераль хәрәкәттәрҙең көсәйеүенә килтерә, быға яуап итеп, Австрия дәүләтенең билдәле консерватив эшмәкәре Меттерних осоронда яңа репрессия саралары индерелә.

XVIII—XIX быуат үҙгәртергә

Феодал төҙөлөшө һаҡлана. Европаның иҡтисади яҡтан иң көсһөҙ иле.

XX быуат үҙгәртергә

Ҡарағыҙ: Веймар республикаһы
Ҡарағыҙ: Өсөнсө рейх
Ҡарағыҙ: Икенсе донъя һуғышы

Дәүләт ҡоролошо үҙгәртергә

Германия Төп законына (нем. Grundgesetz für die Bundesrepublik Deutschland) ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Германияла дәүләт идара итеү формаһы — федератив республика.

Германия Федератив Республикаһының конституцияһы 1949 йылдың 23 майында ҡабул ителгән, уға 1954, 1956, 1990, 1993 һәм 1994 йылдарҙа үҙгәртеүҙәр индерелгән.Башҡарма власть. Дәүләт башлығы — федераль президент. Ул махсус саҡырылған федераль йыйылыш тарафынан 5 йылға һайлана һәм был вазифаға тағы бер тапҡыр һайланыуы мөмкин. Федераль канцлер — илдең иң юғары вазифаһы. 20 йылдан башлап Олаф Шольц федераль канцлер.

Суд власы. Германия юғары суды.

Закондар сығарыу власы. Федераль йыйылыш -Бундестаг — Германияның юғары закондар сығарыу органы.

Административ бүленеше үҙгәртергә

Дәүләт төҙөлөшө — федератив ил, уның территорияһы 16 тиң хоҡуҡлы субъекттан тора.

Федераль ерБашҡалаМайҙан (км²)21Халыҡ [14]
1Баден-ВүртембергШтутгарт35.751,6510 486 660
2БаварияМүнхен70.549,1912 397 614
3Берлин-891,753 292 365
4БранденбургПотсдам29.477,162 455 780
5БременБремен404,23650 863
6Һамбург-755,161 706 696
7ҺессенВисбаден21.114,725 971 816
8Мекленбург-Алгы ПомеранияШверин23.174,171 609 982
11Рейнланд-ПфальцМайнц19.847,393 989 808
12СаарСаарбрүккен2.568,65999 623
13СаксонияДрезден18.414,824 056 799
14Саксония-АнһалтМагдебург20.445,262 287 040
9Түбән СаксонияҺанновер47.618,247 777 992
10Төньяк Рейн-ВестфалияДүсселдорф34.042,5217 538 251
16ТүрингияЭрфурт16.172,142 188 589
15Шлезвиг-ҺолштейнКил15.763,182 800 119

Ерҙәре үҙгәртергә

  1. Ирекле дәүләт Бавария
  2. Баден-Вюртемберг
  3. Берлин
  4. Бранденбург
  5. Бремен ере
  6. Ирекле һәм Ганза ҡалаһы Гамбург
  7. Гессен
  8. Мекленбург — Алғы Померания
  9. Түбәнге Саксония
  10. Райнланд-Пфальц
  11. Саар
  12. Саксония Ирекле дәүләте 
  13. Саксония-Анхальт
  14. Төньяҡ Рейн-Вестфалия
  15. Тюрингия Ирекле дәүләте
  16. Шлезвиг-Гольштейн

Иҡтисады үҙгәртергә

Эске тулайым продукты буйынса Германия донъяла 3 урынды биләп тора. Күп кенә фәнни һәм технологик тармаҡтарҙа иң алда бара.

Иҡтисады тиҙ үҫеүсе индустриаль ил. ЭТП 2009 йылда 3,24 триллион Америка доллары, йән башына 39 442 Америка доллары тирәһе тәшкил итә. Аҡса берәмеге — евро.2009 йылда Германияның ЭТП 2 триллион 811 миллион Америка доллары менән донъяла 5- се урында торған (Америка Ҡушма Штаттарынан, Ҡытайҙан, Япониянан һәм Һиндостандан ҡала). Экспорт буйынса Германия донъяла алдыңғы урындарҙы алып тора. Made in Germany бренды менән сыҡҡан тауарҙар бар донъяға таныш. Германияла эшләнгән, тимәк сифатлы. Йәшәү кимәле буйынса Германия донъяла 5-се урында тора.

Германияла юғары технологик ҡоролмалар етештереүсе ойошмалар биҡ күп:

  • Viessmann. Штаб-фатиры Гессен ерендә урынлашҡан. Ул донъяла йылытыу ҡаҙандарын етештереүселярең иң эреһе. Шулай уҡ ул тәбиғи газ, дизель, биодизелдә эшләгән ҡаҙандар, бойлерҙар, йылытыу ҡоролмалары автоматик идара итеү системаларын етештерә. Йыллыҡ әйләнеш — 1,4 млрд евро.
  • Vaillant Group
  • Protherm
  • Wilo. Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендә урынлашҡан вентиляция ҡорамалдары, кондиционер, насостар етештереүсе. Штаб-фатир Дортмундта.
  • Grundfos
  • Smedegaard
  • Kermi, йылылыҡ радиаторҙарҙын эре етештереүсе
  • Korado
  • Sira
  • Arbonia
  • Global
  • Oventrop, радиатор арматураһын эре етештереүсе.
  • Danffos
  • Zilmet, мембран бактарҙы эре етештереүсе.
  • Thermaflex, торбалар өсөн гидроизоляция материалдарын эре етештереүсе.
  • Энергофлекс
  • BUDERUS
  • REHAU, Теплоэнергетика
  • UPONOR
  • DAB
  • ZILMET
  • ADL
  • Tatramat, һыу йылытҡыстар сығарыуҙа донъя лидеры.

Халҡы үҙгәртергә

Германияла 2014 йылғы халыҡ иҫәбенән күренеүенсә 80 миллион кеше иҫәпләнә.Германия халҡының 92 % — немецтар, 1,749 — миллион төрөк, 930 мең — элекке Югославия республикаһы граждандары, 187,5 мең Рәсәй һәм 129 мең Украина граждандары тәшкил итә.

Транспорт үҙгәртергә

Германиянын яҡшы транспорт системаһы бар.

Германияла иң ҙур авиа ташыусы Люфтханза – финанс күрһәткестәр буйынса Европаныӊ беренсе авиакомпания.

Тимер юлында ташыусы - Дойчебан (нем. Deutsche Bahn) компанияһы. Ул клиенттар өсөн ял көндәре билетарҙы -Шенес Вохененде Тикет (нем. Schönes Wochenende Tick) тәҡдим итә. Ошо билетты һатып алған (хаҡы -40 евро) бер пассажир көн буйында бөтөн поездарҙа йөрөй ала [15][16].

Мәҙәниәте үҙгәртергә

Германия мәҙәниәте үҙ эсенә хәҙерге Германия мәҙәниәтен, хәҙерге Германия тәшкил итеүсе дәүләттәр (Пруссия, Саксония һ.б.) мәҙәниәтен ала. "Герман мәҙәниәте" төшөнсәһенең мәғәнәһе киңерәк, үҙ эсенә Австрия мәҙәниәтен дә ала: сәйәси рәүештә ул Германиянан тыш булһа ла, унда шул уҡ мәҙәниәткә ҡараған немецтар йәшәй. Герман мәҙәниәте беҙҙең эраға тиклем 5 быуаттан билдәле.

Хәҙер Германияға мәҙәни тормошоноң төрлөлөгө киң һәм уның таралғанлығы хас. Урындағы мәҙәни тормош бер йәки бер нисә ҡалала тупланмаған, аң-белемгә эйә үҙәктәр бөтә ил буйлап таралған — атаҡлы Берлин, Мюнхен, Веймар, Дрезден йәки Киль менән бер рәттән Гамбург, Байрит, Виттенберг, Шлезвиг кеүек мәҙәни әһәмиәткә эйә бәләкәй үҙәктәр ҙә бар. 2009 йылда Германияла 6250 музей эшләй, килеүселәр һаны 106 миллион кешегә етә. Бөтә донъяға билдәлеләр иҫәбендә Дрезден рәсемдәр галереяһы, Германия музейы (Мюнхен), Тарихи музей (Берлин).

Спорт үҙгәртергә

Германияла спорт ныҡ үҫешкән, дөйөм халҡының 25-30 % (24-27 миллион кеше) төрлө спорт ойошмаларың ағзалары булып торалар. Спорт менән шөғөлләнеүселәр йыл һайын 5-6 % артып бара. Германияның футбол йыйылма командаһы донъяла көслөләрҙән һанала. Немецтарҙың иҫәбендә донъя чемпионатаның 12 миҙалы бар: 4 алтын, 4 көмөш, 4 бронза; Европа чемпионатында 8 миҙал: 3 алтын, 3 көмөш, 2 бронза. Германияның футбол йыйылма командаһы бөтә донъя турнирҙарының иң уңышлыларының береһе. Германияла ҙур теннис та киң таралған. 80-се йылдар аҙағында Борис Беккер һәм Штеффи Граф теннис Олимпына менгәс, илдә теннис бумы башлана. Граф — һәләтле тенниссы, Ҙур Алтын Шлемда берҙән-бер еңеүсе һәм тарихта иң оҙаҡ еңеүсе була. 2000-се йылда Германияның йөҙйыллыҡ спортсмены тип таныла.

Формула 1ҙең иң уңышлы һәм тынылыу алған ярышсыһы, 7 тапҡыр донъя чемпионы Михаэль Шумахер ҙа — немец. Германияла биатлон да киң таралған. Был спорт төрөндә иң ныҡ танылған немец — Магдалена Нойнер, ике тапҡыр олимпияда чемпионы, донъяла берҙән-бер ун ике тапҡыр биатлондан донъя чемпионы, өс тапҡыр донъя кубогын яулаусы.

Башҡортостан менән бәйләнештәре үҙгәртергә

2016 йылда Башҡортостандың Германия менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 186,1 миллион доллар тәшкил иткән. Ошо сумманың 60 проценттан ашыуы (115,6 миллион доллар) – экспортҡа, 40 процентҡа яҡыны (70,4 миллион доллар) импортҡа тура килгән. Башҡортостандан Германияға оҙатылған продукциялар араһында – минераль продукттар (68,2 процент), химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук (29,5 процент), металл һәм унан яһалған изделиелар (1,5 процент), шулай уҡ ағас, ҡорамалдар, быяла изделиелар, мебель, ауыл хужалығы сеймалы. Импорттың төп тауарҙары: ҡорамалдар һәм транспорт саралары (62,8 процент), химия сәнәғәте, шул иҫәптән фармацевтика продукцияһы (26,5 процент), шулай уҡ металл изделиелар, керамик продукция[17].

Германия стипендиялары үҙгәртергә

Германия Федератив Республикаһында сит илдәрҙең талантлы студенттары өсөн махсус стипендиялар (нем. Deutschlandstipendium) ҡаралған[18]. Бөтә илдәрҙең граждандарының да уны алыу хоҡуғы бар. 2011 йылдан башлап тапшырыла. Тарихи яҡтан Төньяҡ Рейн-Вестфалия дәүләт стипендиялары нигеҙендә индерелгән.

Ҡалалар үҙгәртергә


Берлин

Һамбург

Мүнхен

Көлн

УрынҠалаТөбәкХалыҡ


Майндагы Франкфурт

Штутгарт

Дүсселдорф
Файл:DK DO Skyline 300ppi CC BY NC SA-20140223-3068.jpg
Дортмунд

1БерлинБерлин3326002
2ГамбургГамбург1718187
3МюнхенБавария1364920
4КёльнТөньяҡ Рейн-Вестфалия1013665
5Майндағы ФранкфуртГессен676533
6ШтутгартБаден-Вюртемберг591015
7ДюсселдорфТөньяҡ Рейн-Вестфалия589649
8ДортмундТөньяҡ Рейн-Вестфалия571403
9ЭссенТөньяҡ Рейн-Вестфалия565900
10БременБремен544043
11ДрезденСаксония517765
12ЛейпцигСаксония510043
13ГанноверТүбән Саксония509485
14НюрнбергБавария490085
15ДуйсбургТөньяҡ Рейн-Вестфалия487470
16БохумТөньяҡ Рейн-Вестфалия362585
17ВуппертальТөньяҡ Рейн-Вестфалия342570
18БилефельдТөньяҡ Рейн-Вестфалия327199
19БоннТөньяҡ Рейн-Вестфалия307530
20МюнстерТөньяҡ Рейн-Вестфалия293323


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Bundespräsidialamt. Repräsentation und Integration (нем.). — «Nach Herstellung der staatlichen Einheit Deutschlands bestimmte Bundespräsident von Weizsäcker in einem Briefwechsel mit Bundeskanzler Helmut Kohl im Jahr 1991 die dritte Strophe zur Nationalhymne für das deutsche Volk. [In 1991, following the establishment of German unity, Federal President von Weizsäcker, in an exchange of letters with Chancellor Helmut Kohl, declared the third verse [of the Deutschlandlied] to be the national anthem of the German people.]». Дата обращения: 8 март 2016. Архивировано 7 март 2016 года.
  2. [1]
  3. [2]
  4. [3]
  5. [4]
  6. {{cite web |url=http://hdr.undp.org/sites/default/files/2018_human_development_statistical_update.pdf |lang=en |title=Human Development Indices and Indicators |year=2018 |accessdate=14 September 2018]]
  7. Bundesländer mit Hauptstädten nach Fläche, Bevölkerung und Bevölkerungsdichte am 31.12.2015, im Juli 2017 wegen korrigierter Fläche revidiert. Архивировано 26 июль 2017 года. 2017 йыл 26 июль архивланған.
  8. AUF EINEN BLICK Bevöl­kerung (31.12.2015). Архивировано 26 июль 2017 года. 2019 йыл 11 март архивланған.
  9. https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/rankorder/2078rank.html 2019 йыл 27 апрель архивланған. по данным ЦРУ (с некоторыми исключениями) за 2016-2017 гг.
  10. https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/rankorder/2087rank.html 2008 йыл 4 октябрь архивланған. Imports compares the total US dollar amount of merchandise imports on a c.i.f. (cost, insurance, and freight) or f.o.b. (free on board) basis. These figures are calculated on an exchange rate basis
  11. How US students get a university degree for free in Germany. BBC (3 июнь 2015). Дата обращения: 13 ноябрь 2015. Архивировано 13 ноябрь 2015 года.
  12. Germany Top Migration Land After U.S. in New OECD Ranking. Bloomberg (20 май 2014). Дата обращения: 29 август 2014. Архивировано 3 сентябрь 2014 года.
  13. (27 August 2010) «Radiometric dating of the type-site for Homo heidelbergensis at Mauer, Germany» 107 (46): 19726–19730. DOI:10.1073/pnas.1012722107. Bibcode2010PNAS..10719726W. Проверено 27 August 2010.
  14. https://www.destatis.de/DE/PresseService/Presse/Pressekonferenzen/2013/Zensus2011/bevoelkerung_zensus2011.pdf?__blob=publicationFile
  15. ял көндәре биллетарҙы -Шенес Вохененде Тикет
  16. Günstig reisen im Nahverkehr mit dem Schönes-Wochenende-Ticket 2017 йыл 24 июнь архивланған.
  17. Рөстәм Хәмитов Саксония Ландтагы делегацияһы менән осрашты
  18. [5]

Һылтанмалар үҙгәртергә

  Панорамные фотоснимки Германии Google Maps  KMZ (файл меток KMZ для Google Earth)


🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатМиланТаралған йондоҙҙар тупланмаһыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМария-АнтуанеттаВикипедияИкенсе донъя һуғышыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрМахсус:ЭҙләүҠалып:Этот участникБиблияВикипедия:БелешмәВикипедия:ТасуирламаСалауат ЮлаевВикипедия:БерләшмәАрыҫлан петроглифтарыБашҡорт алфавитыФазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улыМәскәүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:BarВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:ҠоролтайБашҡорт ВикипедияһыСәлимов Ниязбай Булатбай улыЭҙләүҙе оптималлаштырыуШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыИсмәғилев Заһир Ғариф улыБатанов Бәхетғәлей НиколаевичҠошсоЕкатерина IIХалыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөВикипедия:Һайланған мәҡәләләрҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүИндонезияВикипедия:Яҡшы мәҡәләләр