Ингрид Бергман

И́нгрид Бе́ргман (швед. Ingrid Bergman; 29 август 1915(19150829), Стокгольм, Швеция — 29 август 1982, Лондон, Бөйөк Британия) — швед һәм Америка кино актёры. Америка киносәнғәте институтның «AFI версияһы буйынса 100 йыл эсендә 100 иң бөйөк кино йондоҙҙары» рейтингында 4-се урынды биләй. Өс тапҡыр «Оскар» һәм «Давид ди Донателло» премиялары, дүрт тапҡыр — «Алтын глобус» премияһы, ике тапҡыр — «Эмми» премияһы лауреаты, «Тони» премияһының тәүге лауреаты (1947).

Ингрид Бергман
Ingrid Bergman
1940-сы йылдарҙағы студия фотографияһы
1940-сы йылдарҙағы студия фотографияһы
Тыуған көнө

29 август 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны

Швеция, Стокгольм

Вафат көнө

29 август 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (67 йәш)

Вафат урыны

Бөйөк Британия, Лондон

Гражданлығы

Швеция Швеция

Һөнәре

актриса

Карьераһы

1934—1982

Наградалары

«Оскар» (1945, 1957, 1975)

IMDb

ID 0000006

ingridbergman.com

 Ингрид Бергман Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Ингрид Бергман 1915 йылдың 29 авгусында Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмдә тыуған. Уға 3 йәш тулғас, әсәһе Фридель Генриетта (ҡыҙ фамилияһы — Адлер) һары ауырыуынан үлә, ә тағы ла 10 йылдан һуң атаһы Юстус Самуэль Бергман вафат була. Ҡыҙҙы апаһы тәрбиәгә ала, әммә улда ярты йыл үткәс үлә. Ингрид ағаһы Отто Бергманға күсә, уның ғаиләһендә биш бала булған.

17 йәшендә һынауҙарҙан һуң Стокгольмдәге Король драма театрына ҡабул ителә, әммә фильмдарҙа төшөү мөмкинлеге өсөн бер йылдан һуң унан китергә мәжбүр була. Иң тәүге ролен 1934 йылда Э. Адольфсондың «Мункбру графы» (рус. «Граф из Мункбру»; экрандарға 1935 йылдың ғинуарында сыға) фильмында уйнай. Быға тиклем эпизодик ролдә — сиратын көтөүсе ҡыҙ булып Г. Скуглундтың «Халыҡ-ара» (рус. «Международный»; прокатҡа 1932 йылдың мартында сыға, титрларҙа уның исеме күрһәтелмәй) фильмында төшә. Тиҫтәнән ашыу швед һәм бер немец фильмында төшөп, продюсер Дэвид Селзниктан Голливудҡа «Интермеццо» (1939) фильмының съемкаларына саҡырыу ала.

1940-сы йылдарҙа Михаил Чеховтың мәктәбендә актёрлыҡ оҫталығына уҡый.

1942 йылда үҙенең карьераһындағы иң сағыу һәм билдәле ролдәренең береһе — «Касабланка» фильмында Ильза Ланд ролен башҡара[1].

1945 йылда «Иң яҡшы актриса» номинацияһында «Оскар» премияһын ала.

1949 году Голливудтан китә. Тормош иптәше Петтер Линдстрём менән айырылыша, Италия режиссёры Роберто Росселлиниға кейәүгә сыға һәм уның фильмдарында төшә, театрҙа уйнай һәм өс балаһын — Робертино, Изабелла һәм Изоттаны тәрбиәләй (беренсе никахтан булған ҡыҙы Пиа АҠШ-та атаһы менән бергә йәшәй). Роберто Росселлини менән айырылшҡас, театраль продюсер Ларс Шмидтҡа кейәүгә сыға.

1973 йылда Канн кинофестиваленең жюри рәйесе була[2]. Яҙыусы Ален Берджес менән бергә «Минең тарих» (рус публикацияһында — «Моя жизнь») автобиографияһын яҙа.

9 йыл дауамында түш яман шеше менән яфаланғандан һуң 1982 йылдың 29 авгусында Лондонда вафат була.

Һайланма фильмография үҙгәртергә

ЙылРусса исемеТөп телдә исемеРоль
1939фИнтермеццоIntermezzoАнита Хоффман
1941фДоктор Джекилл и мистер ХайдDr. Jekyll and Mr. HydeИви Петерсон
1942фКасабланкаCasablancaИльза Лунд (Ласло)
1943фПо ком звонит колоколFor Whom the Bell TollsМария
1944фГазовый светGaslightПаула Альквист Антон
1945фЗаворожённыйSpellboundдоктор Констанс Питерсон
1945фКолокола Святой МарииThe Bells of Saint Marysсестра Мэри Бенедикт
1946фДурная славаNotoriousАлисия Губерман
1948фТриумфальная аркаArch of TriumphЖоан Маду
1948фЖанна д'АркJoan of ArcЖанна д'Арк
1949фПод знаком КозерогаUnder Capricornледи Генриетта Фласки
1950фСтромболи, земля БожьStromboli, terra di dioКарин
1952фЕвропа 51Europa '51Ирен Жирар
1953фПутешествие в ИталиюViaggio in ItaliaКатерина Джойс
1953фМы — женщиныSiamo donneкамео
1954фСтрахLa pauraИрен Вагнер
1954фЖанна д'Арк на костреGiovanna d’Arco al rogoЖанна д'Арк
1956фАнастасияAnastasiaАнна Корева / Анастасия
1956фЕлена и мужчиныElena et les hommesЕлена Сокоровска
1958фМилый сэрIndiscreetАнна Кальман
1958фПостоялый двор шестой степени счастьяThe Inn of the Sixth HappinessГлэдис Эйлуорд
1961фЛюбите ли вы Брамса?Aimez-vous Brahms?Паула Тесье
1963тфГедда ГаблерHedda GablerГедда Габлер
1964фВизитThe VisitКлара Цаханассьян
1964фЖелтый Роллс-РойсThe Yellow Rolls-RoyceГерда Миллетт
1969фЦветок кактусаCactus FlowerСтефани Дикинсон
1974фУбийство в «Восточном экспрессе»Murder On The Orient ExpressГрета Олссон
1978фОсенняя сонатаHöstsonatenШарлотта Андергаст
1982тфЖенщина по имени ГолдаA Woman Called GoldaГолда Меир

Бүләктәре һәм номинациялары үҙгәртергә

БүләкЙылКатегорияФильм/Постановка[3]Һөҙөмтә
Оскар1944Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеПо ком звонит колоколНоминация
1945Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеГазовый светЕңеү
1946Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеКолокола Святой МарииНоминация
1949Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеЖанна д’АркНоминация
1957Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеАнастасияЕңеү
1975Икенсе планда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеУбийство в Восточном экспрессеЕңеү
1979Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеОсенняя сонатаНоминация
BAFTA1959Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеПостоялый двор шестой степени счастьяНоминация
1975Икенсе планда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеУбийство в Восточном экспрессеЕңеү
Алтын глобус1945Драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеГазовый светЕңеү
1946Драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеКолокола Святой МарииЕңеү
1957Драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеАнастасияЕңеү
1959Комедияла йәки мюзиклда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеМилый сэрНоминация
Драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеПостоялый двор шестой степени счастьяНоминация
1970Комедияла йәки мюзиклда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеЦветок кактусаНоминация
1979Драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеОсенняя сонатаНоминация
1983Мини-сериалда йәки телефильмда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеЖенщина по имени ГолдаЕңеү
Эмми1960Мини-сериалда йәки фильмда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеЗвёздное времяЕңеү
1961Мини-сериалда йәки фильмда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле24 часа из жизни женщиныНоминация
1982Мини-сериалда йәки фильмда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеЖенщина по имени ГолдаЕңеү
Тони1947Пьесала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролеЖанна из ЛотарингииЕңеү

Хәтер үҙгәртергә

  • Уның хөрмәтенә роза сорттарының береһе (Rosa 'Ingrid Bergman') аталған[4].
  • Киноиндустрия үҫешенә индергән өлөшө өсөн Голливудтың "Дан аллеяһы"ндағы йондоҙға лайыҡ була[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

🔥 Top keywords: Газпром Нефтехим СалауатБаш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыХо Ши МинВикипедияМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрАксаков Сергей Тимофеевичxee65Википедия:БелешмәЭлектротехникаВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуВьетнамВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайЕнси актВикипедия:BarЙәнгиров Азат Вәзир улыМахсус:ЭҙләүПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЯрымутрау дәүләттәренең хроникаһыҒафури районыПроект:Вики-яҙ 2024Асыҡ контентВикипедия:Рәхим итегеҙЮХЛ беренселеге 2017/2018 йылдар миҙгелендәАмерика Ҡушма ШтаттарыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүИр енес ағзаһыБашҡорт алфавитыХәлил (Әбйәлил районы)Файл:NRW, Neuss - Quirinus-Munster 03.jpgПушкин Александр СергеевичФекерләшеү:Баш битҒәрәп-израиль конфликтыБашҡорт теле