Горди Хоу

Гордон «Горди» Хоу (ингл. Gordon «Gordie» Howe; 31 март 1928 йыл, Флорал, Саскачеван, Канада — 10 июнь 2016 йыл, Огайо, АҠШ) — Канаданың профессиональ хоккейсыһы, уң яҡ һөжүмсе. Канада ордены офицеры (1971).

Горди Хоу
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ Канада[1]
Спортта ил өсөн сығыш яһай Канада
Тыуған көнө31 март 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыныФлорал[d], Саскачеван[d], Канада[5][6]
Вафат булған көнө10 июнь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[7][3][8] (88 йәш)
Вафат булған урыныСилвейния[d], Лукас[d], Огайо, Америка Ҡушма Штаттары
Үлем сәбәбеинсульт
Бер туғандарыХоу, Вик[d]
Хәләл ефетеХоу, Коллин[d]
БалаларыМарк Хоу[d] һәм Марти Хоу[d]
Һөнәр төрөхоккейсы
Командалағы уйын позицияһыситке һөжүмсе[d]
Спорт командаһы ағзаһыOmaha Knights[d], Детройт Ред Уингз[d], Хартфорд Уэйлерс[d], Игроки «Хьюстон Аэрос»[d] һәм Detroit Vipers[d]
Масса93 килограмм
Спорт төрөШайбалы хоккей[9]
Лигала уйнайМилли хоккей лигаһы[10]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уйналған матчтар һаны1767[10]
Бейеклеге/буйы185 сантиметр
Рәсми сайтmrandmrshockey.com
Количество голов за карьеру801[10]
Количество ударов по воротам за карьеру3803[10]
Количество очков за карьеру1850[10]
Количество голевых передач за карьеру1049[10]
Количество штрафных минут за карьеру1685[10]
Карьерный рейтинг плюс-минус160[10]
 Горди Хоу Викимилектә

1946 йылдан НХЛ-да уйнай. Дөйөм алғанда, уның карьераһы 35 йылға һуҙыла.

Карьера башы үҙгәртергә

«Джордж Кинг» мәктәп командаһында ҡапҡасы позицияһында башлай. Ләкин һуңғараҡ балалар тренеры Бобби Трикиҙың тәҡдиме буйынса, квалификацияһын һаҡсыға үҙгәртә. Ә артабан уң форвард булып китә.

1945 йылда «Омахе Найтс», «Детройт» фарм-клубтары менән контрактҡа ҡул ҡуйып, Хоу профессиональ хоккейсы булып китә.

Уның 1946 йылда төп командаға күсеүе менән, «Ред Уингз» клубы тарихында иң яҡшы осор башлана.

1948-49 йылдарҙан алып 1954-55 йылдарҙа башланған миҙгелендә «Детройт» даими чемпионаттарҙа 7 тапҡыр еңеү яулаған. Шуның менән МХЛ үҙенсәлекле рекорд ҡуйған.

«Продакшн лайн» үҙгәртергә

«Ред Уингз» Горди Хоу ярҙамында яҡшы уйын күрһәтеүҙе дауам итә һәм 1960 йылдарҙа 4 тапҡыр финалға барып етә, әммә унан буш ҡул менән әйләнеп ҡайта.

Сид Эйбл һәм Тед Линдсей менән бер звенола уйнай. Линдсей, Эйбл һәм Хоу бер звенола уйнай башлағанда, көйәрмәндәр был өсәүҙе «Продакшн-Лайн» («Конвейер һыҙығы») тип атай.

Сөнки Хоу, Детройт ҙур автозаводында автомобилдәрҙе штампалаған кеүек, партнерҙар менән тиҙ һәм теүәл комбинацион хоккей уйнап, голдарҙы штамповать итә.

Уйын стиле үҙгәртергә

Ҡаты һәм көслө уйын стиле арҡаһында, хоккейсылар һәм көйәрмәндәр уны «Мистер Терһәк» тип атай.

МХЛ-да беренсе 5 йылда Хоу беренсе исемлектә тора. Хоу «Лиганың әүҙем һуғыш суҡмарҙары» тигән йыл исемлегегә инә. Әммә һуңғараҡ, тренер кәңәше буйынса, джентльмен хоккейы уйнай башлай.

МХЛ-да үҙенең 500 шайбаһын индергәс, уның «Мистер Терһәк» ҡушаматы «Мистер Хоккей»ға әйләнә һәм башҡа бер ваҡытта ла үҙгәрмәй.

Ҙур хоккейға ҡайтыу/ Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы үҙгәртергә

МХЛ-дағы карьераһы тамамланғандан һуң, ике йыл үткәс, Горди 45 йәшендә яңынан коньки кейә һәм хоккейға әйләнеп ҡайта.

Тик үҙенә таныш «Ред Уингз»ға түгел, ә Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы яңы төҙөгән «Аэроз Хьюстон»ға килә һәм улдары Марк һәм Марти менән бергә хоккейҙа юғары оҫталыҡ күрһәтә башлай.

Хоуҙың ике улы — Марти[en] һәм Марк атаһы юлынан китә. 1974 йылда ғаилә донъя турнирында Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай.

МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы берләшкәндән һуң, Горди «Хартфорд Уэйлерс» составында уйнауын дауам итә,

1979/80 йыл миҙгелендә «Хартфорд» составында бер звенола өс легенда, Горди Хоу — «Детройт» легендаһы, Бобби Халл — «Чикаго» легендаһы, Кеон Дэйв — «Торонто» легендаһы уйнай. Уйынсыларҙың уртаса йәше 44 йәш була.

Бик күп хоккей белгестәре, һуңыраҡ булған ваҡиғаны ла, әлегеһен дә «Горди Хоу Триумфы» тип атай.

Хоу үҙенең 23-сө МХЛ бөтә йондоҙҙар матчын Детройтта үткәрә.

"Джо-Луис-арена"ның тулы трибуналары Хоуҙы аяҡ үрә баҫып, 10 минут буйына алҡышлағандан һуң, ул боҙ өҫтөнә сыға һәм үҙенең тоғро һөйөүселәренә баш эйә (һуңынан был матчта Хоу гол индереү өсөн тапшырыу бирә).

2014 йылдың 26 октябрендә инсульт үткәрә, өлөшләтә фалиж һуҡҡас, уның һөйләшеү менән проблемалар барлыҡҡа килә.

Хөрмәт итеү үҙгәртергә

Хоуҙың уйын номеры — «9», өс клубта әйләнештән сығарыла: «Детройт Ред Уингз», «Хартфорд Уэйлерс», «Хьюстон Аэрос»[en]

Горди Хоу хөрмәтенә хет-триктың айырым төрөн — «Горди Хоу хет-тригы» тип аталған.

1997 йылдың 3 октябрендә Хоу Интернациональ хоккей клубы «Детройт Вайперз» лигаһы составында сығыш яһай, шуның менән сираттағы рекорд ҡуя. Был рекордты бер ҡасан да булһа уҙыусы булмаҫтыр ул — алты тиҫтә йыл дауамында Хоу хоккей уйнай.

Наградалары һәм ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Стэнли Кубогы — 1950, 1952, 1954, 1955
  • Трофи Артлы Росс — 1951, 1952, 1953, 1954, 1957, 1963.
  • Трофи Харт — 1952, 1953, 1957, 1958, 1960, 1963.
  • Лестер Патрик Трофи — 1967.
  • Канада Ордены офицеры — 1971.
  • 1972 йылда Хоккейҙың дан залында мәңгеләштерелгән.
  • Хоккей лигаһының бөтә йондоҙҙар матчында 23 тапҡыр уйнай.
  • Avco World Trophy — 1974, 1975
  • Гэри Дэвидсон Трофи|Gordie Howe Trophy — 1974.
  • Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһының бөтә йондоҙҙар матчында 2 тапҡыр уйнай.
  • МХЛ-дың бер матч дауамында гол, гол индереү тапшырыуы һәм талаш «Горди Хоу хет-тригы» тип атайҙар.

Рекордтары үҙгәртергә

  • (Уэйн Гретцкиҙан һуң) гол иҫәбе буйынса МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә: 801
  • (Уэйн Гретцки, Яромир Ягра һәм Марк Мессьенан һуң) мәрәйҙәр һаны буйынса МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә дүртенсе урында: 1850
  • (Уэйн Гретцкиҙан һуң) гол иҫәбе һәм плей-офф буйынса МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә икенсе урында: 869
  • (Уэйн Гретцки, Яромир Ягра һәм Марк Мессьенан һуң) мәрәйҙәр һаны һәм плей-офф буйынса МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә дүртенсе урында: 2010
  • МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы даими миҙгелдәрендә иң күп гол һаны: 975
  • (Уэйн Гретцкиҙан һуң) МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы даими миҙгелдәрендә мәрәй һаны буйынса икенсе урында: 2358
  • (Уэйн Гретцкиҙан һуң) МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы даими миҙгелдәрендә гол һәм плей-офф буйынса икенсе урында: 1071
  • (Уэйн Гретцкиҙан һуң) МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы даими миҙгелдәрендә мәрәй һаны һәм плей-офф буйынса икенсе урында:: 1518
  • (Уэйн Гретцкиҙан һуң) МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы даими миҙгелдәрендә мәрәй һаны һәм плей-офф буйынса икенсе урында: 2589
  • МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә иң күп уйын үткәреүсе: 1767
  • (Марк Месье һәм Ягына Яромирҙан һуң) МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә уйындар һәм плей-офф һаны буйынса: 1924
  • МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы даими миҙгелдәрендә иң күп уйындар һаны: 2186
  • МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы даими миҙгелдәрендә иң күп уйындар һәм плей-офф: 2421
  • МХЛ-да иң күп миҙгел уйнаусы: 26
  • МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһында иң күп миҙгел уйнаусы: 32
  • МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә уң һөжүмсе индергән иң күп гол һаны: 801
  • МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә уң һөжүмсе үткәргән тапшырыуҙар һаны: 1049
  • МХЛ-дың даими чемпионаттарында уң һөжүмсе йыйған иң күп мәрәй һаны: 1850
  • МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә тапшырыуҙар һаны буйынса 9-сы урында: 1049

Статистика үҙгәртергә

Регуляр миҙгелПлей-офф
МИҙгелКомандаЛигаИГПОШтрИГПОШтр
1945/46Омаха НайтсUSHL5122264853621315
1946/47Детройт Ред УингзМХЛ587152252500018
1947/48Детройт Ред УингзМХЛ60162844631011211
1948/49Детройт Ред УингзМХЛ401225375711831119
1949/50Детройт Ред УингзМХЛ703533686910007
1950/51Детройт Ред УингзМХЛ704343867464374
1951-52Детройт Ред УингзМХЛ704739867882572
1952-53Детройт Ред УингзМХЛ704946955762572
1953-54Детройт Ред УингзМХЛ703348811091245931
1954-55Детройт Ред УингзМХЛ6429336268119112024
1955-56Детройт Ред УингзМХЛ703841791001039128
1956-57Детройт Ред УингзМХЛ704445897252576
1957-58Детройт Ред УингзМХЛ643344774041120
1958-59Детройт Ред УингзМХЛ7032467857----------
1959-60Детройт Ред УингзМХЛ702845734661564
1960-61Детройт Ред УингзМХЛ6423497230114111510
1961-62Детройт Ред УингзМХЛ7033447754----------
1962-63Детройт Ред УингзМХЛ7038488610011791622
1963-64Детройт Ред УингзМХЛ6926477370149101916
1964-65Детройт Ред УингзМХЛ70294776104742620
1965-66Детройт Ред УингзМХЛ702946758312461012
1966-67Детройт Ред УингзМХЛ6925406553----------
1967-68Детройт Ред УингзМХЛ7439438253----------
1968-69Детройт Ред УингзМХЛ76445910358----------
1969-70Детройт Ред УингзМХЛ763140715842022
1970-71Детройт Ред УингзМХЛ6323295238----------
1973-74Хьюстон Аэрос[en]БХА70316910046133141734
1974-75Хьюстон АэросБХА7534659984138122020
1975/76Хьюстон АэросБХА7832701027617481231
1976/77Хьюстон АэросБХА62244468571153811
1977/78Нью-Ингленд УэйлерсБХА763462968514551015
1978/79Нью-Ингленд УэйлерсБХА5819244351103144
1979/80Хартфорд УэйлерсМХЛ801526414231122
1997-98Детройт Вайперз[en]МХЛ

[en]

10000----------
Бөтәһе МХЛ-да17678011049185016851576892160220
Бөтәһе БХА-ла41917433450839978284371115

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Горди Хоу хет-тригы
  • Карьераһында 500-ҙән ашыу гол индреүселәр МХЛ уйынсылар исемлеге
  • 1000-дән ашыу мәрәй йыйыусы МХЛ хоккейсылар исемлеге
  • 1000-дән ашыу гол тапшырыуы үткәргән МХЛ хоккейсылар исемлеге
  • 1000-дән матч уйнаған МХЛ хоккейсылар исемлеге
  • The Hockey News журналы версияһы буйынса МХЛ-дың 100 яҡшы уйынсылар исемлеге

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

🔥 Top keywords: Газпром Нефтехим СалауатБаш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыАрыҫлан петроглифтарыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедияИкенсе донъя һуғышыВикипедия:БелешмәВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БерләшмәТырнаҡтарВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайБашҡорт телеКанадаБашҡорт алфавитыВикипедия:BarПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыПроект:Вики-яҙ 2024Заворотнюк Анастасия ЮрьевнаКисәңге (альбом)Википедия:Һайланған мәҡәләләрЕнси актВикимедиа фондыМахсус:ЭҙләүҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЮХЛ 2015/2016 йылдар миҙгелендәФекерләшеү:Баш битPenintsulako estatuen kronikaМодуль:Wikidata/dateФайл:Föglö.vaakuna.svgХәлил (Әбйәлил районы)Википедия:Башҡорт Википедияһында булырға тейеш мәҡәләләрАсыҡ контентГамеланРәсәй Федерацияһы