Вараждин

Вараждин (хорв. Varaždin, нем. Warasdin, лат. Varasdinum, мадьярса  Varasd) — Хорватияның көнбайышындағы ҡала. Загребтан төньяҡҡа табан 81 км алыҫлыҡта Драва йылғаһы буйында урынлашҡан. Вараждин жупанлығының административ үҙәге. 2011 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса ҡала халҡы 47 055 кеше тәшкил итә; 2001 йылда унда 49 075 кеше иҫәпләнә.

Вараждин
хорв. Varaždin
Флаг
Нигеҙләү датаһы1181
Рәсем
Рәсми атамаһыVaraždin
Дәүләт Хорватия
Административ үҙәгеВараждинска жупанияһы
Административ-территориаль берәмекВараждинска жупанияһы
Халыҡ һаны43 782 кеше (31 август 2021)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек173 метр
Туғандаш ҡалаКуманово, Залаэгерсег, Бад-Радкерсбург, Осер, Равенсбург, Монтале (Тоскана), Трнава, Птуй, Кобленц һәм Пула
Майҙан59,9 км²[2],
34,5 км²[2]
Почта индексы42000[3]
Рәсми сайтvarazdin.hr
Святой покровительНиколай Чудотворец[d]
Урындағы телефон коды042
Карта
 Вараждин Викимилектә

Вараждин замогы

Археологик ҡаҙылмалар был ауыл римлеләр ваҡытында уҡ булған. 1181 йылда беренсе тапҡыр яҙма рәүештә телгә алына. 1209 йылда хорват-венгр короле Андрей II Вараждинға — Хорватиялағы беренсе ҡалаға — королдең ирекле ҡалаһы тигән грамота бирә.

17561776 йылдарҙа император ҡатын Мария Терезия батшалыҡ иткәндә Вараждин Хорватияның баш ҡалаһы булып хеҙмәт итә. Был ваҡытта ҡалала бик күп һарайҙар төҙөлә, һәм улар әлегә тиклем һаҡланып ҡалған. Был ҡалаға «асыҡ күк йөҙө аҫтындағы барокко музейы» тигән исем йөрөтөү хоҡуғын бирә. 1776 йылда ҡала янғындан ныҡ ҙур зыян күрә, шунлыҡтан баш ҡала Загребҡа күсерелә.

Иҡтисад

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта Вараждин — Хорватияның мәҙәниәт һәм эре сәнәғәт үҙәге. Бында ҙур «Виндия» һөт заводы, билдәле «Вартекс» туҡыу фабрикаһы эшләй.

Мәҙәниәт

үҙгәртергә

Ҡала үҙенең «барокко музыка кисәләре» менән билдәле, уға бик күп илдәрҙән музыка башҡарыусылар һәм тыңлаусылар килә. Концерттар боронғо замоктарҙа һәм сиркәүҙәрҙә үткәрелә. Шулай уҡ бында «Шпанцирфест» (Špancirfest) — урам артистары фестивале йыл һайын үткәрелә.

Вараждинда тыуған Имре Кальман Марицаның оперетталарының геройы булып барон Коломан Зупан тора, ә иң билдәле оперетта дуэты «Поедем в Вараждин» тип атала.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Вараждин замогы(XIV—XVI быуаттарҙа төҙөлгән), 1925 йылға тиклем Эрдеди магнаттары биләмәһендә торған
  • Вараждин католик соборы XVII быуатта Драшкович аҡсаһына төҙөлгән
  • Георгий Победоносец православие сиркәүе (1884)
  • Ҡаланан 40 километр алыҫлыҡта Тракошчан неоготик сиркәүе урынлашҡан.
  • Виндия мәмерйәһе

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә
  • Ватрослав Ягич — филолог-телсе, лингвист, археограф һәм палеограф
  • Иван Кукулевич-Сакцинский — сәйәси эшмәкәр, тарихсы, шағир, драматург
  • Иван Падовец — композитор һәм гитарасы
  • Каролина Шпрем — теннисистка
  • Давор Вугринец — футболсы
  • Златко Далич — футболсы, Хорватия футбол буйынса йыйылма командаһының баш тренеры
  • Ямбрешич, Андрей — иезуит, педагог, прозаик, тел белгесе

Туғанлашҡан ҡалалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

varazdin.hr — Вараждина рәсми сайты  (хорв.)

🔥 Top keywords: Баш битМорис БежарРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуМагмалы тау тоҡомдарыВикипедия:БелешмәМэттью ПерриМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:БерләшмәАрыҫлан петроглифтарыМахсус:ЭҙләүҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Рәхим итегеҙЭякуляцияПроект:МириадаВикипедия:КатегорияЕнси актВикипедия:Алфавитлы күрһәткес23 июньВикипедия:ҠоролтайҠатнашыусы менән һөйләшеү:I Choose FreedomВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрИр енес ағзаһыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрАсыҡ контент14 октябрьПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЛитва телеСалауат Юлаев16 декабрьВикипедия:БашҡортнамәСребреницалағы геноцидБашҡорт халыҡ йырҙарыБирсәткәБөркөт