Өмәүиҙәр хәлифәлеге

дәүләт 661-750

Өмәүиҙәр (ғәр. الأمويون‎), йәки бәнү Өмәйә ‏(ғәр. بنو أمية‎) — Мүәвиә I 661 йылда хәлифәләрҙең мосолман династияһы. Суфыян һәм Мәрүәни сығышлы өмәүиҙәр VIII быуат урталарына тиклем хакимлыҡ иткәндәр. Миләди 750 йылда Әбү Мөслим етәкселегендәге баш күтәреү һөҙөмтәһендә династия тәхеттән бәреп төшөрөлә һәм Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге урынлаша. Өмәүиҙәрҙең барыһын дә ҡыралар, хәлифә Хишам ибн Ғәбд әл-Мәликтең ейәне генә тере ҡала. Был тармаҡ Испанияла Кордова хәлифәлеге династияһын башлаған була.

Өмәүиҙәр хәлифәлеге
ғәр. الدَّوْلَةُ الأُمَوِيَّةُ
Флаг
Нигеҙләү датаһы661
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталғанӨмәүиҙәр[d]
НигеҙләүсеМүәвиә ибн Әбү Суфыян
Ойошма етәксеһенең вазифаһыомейядский калиф[d]
Рәсми телҒәрәп теле
Донъя ҡитғаһыАфрика, Европа һәм Азия
Административ үҙәкДамаск һәм Харран[d]
Идара итеү формаһымонархия
Дәүләт башлығы вазифаһыомейядский калиф[d]
Халыҡ һаны70 000 000 кеше
ВалютаUmayyad dinar (currency unit)[d], Umayyad dirham (currency unit)[d] һәм Umayyad fals (currency unit)[d]
АлдағыХаҡ хәлифәт, Византия империяһы, Толедо короллеге[d] һәм Африканский экзархат[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсеҒәббәсиҙәр хәлифәлеге һәм Кордова әмирлеге[d]
АлыштырғанХаҡ хәлифәт һәм Африканский экзархат[d]
Ҡулланылған телҒәрәп теле, Копт теле, среднегреческий язык[d], Латин теле, Урта фарсы теле, Арамей телдәре, Амазиг телдәре, Грузин теле, Әрмән теле, мосарабский язык[d], синдхи[d] һәм пракрит[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата750
Майҙан11 100 000 км²[1]
Төп көйләүсе текстҠөрьән һәм Сөннәт
Урынлашыу картаһы
Рәсми динеислам
 Өмәүиҙәр хәлифәлеге Викимилектә

Өмәүи хәлифәт үҙгәртергә

Өмәүи хәлифәт Хаҡ хәлифәттең ғазауаттар сәйәсәтенә тоғро ҡала һәм Төньяҡ Африканы, Пиреней ярымутрауының Әл-Әндәлүс (Әндәлүсия) өлөшөн, Урта Азияны, Синдты, Тәбәристан менән Журжанды яулап ала[2].

Хәлифәттең яулап алынған барлыҡ ерҙәренә дәүләт хужа булып тора. Яулап алынған, вариҫы булмаған кешенән ҡалған, тартып алынған ерҙәр дәүләт ҡарамағына күсә бара. Ер биләүселәрҙән дәүләт ер һалымы йыя (ғөшөр һәм хараж)[2].

Дәүләтте үҙәкләштереү өсөн поста хеҙмәте тергеҙелә, үҙәк ҡаҙна һәм дәүләт архивы (диван әл-хәтим) ойошторола.

Һалым түләмәҫ өсөн күпләп Ислам ҡабул итеү арҡаһында дәүләттең табышы кәмей бара.700 йылда Ираҡ әмире Хәжәж ибн Йософ (694—714) Исламға яңы килгән кешеләрҙе жизйәнән азат итмәү тураһында закон ҡабул итә, башҡа диндекеләрҙең ере мосолмандарға күскән осраҡта, һуңғылары ла хәрәж түләргә тейеш булып сыға. Быны хәлифә Ғүмәр Ғәбд әл-Ғәзиз 718—719 йылдарҙа туҡтата. Әммә унан һуңғы вариҫтары законды яңынан тергеҙә һәм болғаныштар сығыуға сәбәп була. Һөҙөмтәлә хакимлыҡ ғәббәсиҙәргә күсә[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:БелешмәКамалов Ринат Әлтәф улыВикипедия:ТасуирламаАрыҫлан петроглифтарыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:БерләшмәБүләков Динис Мөҙәрис улыВикипедия:ҠоролтайМахсус:ЭҙләүҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЭҙләүҙе оптималлаштырыуХамматов Яңыбай Хаммат улыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:Һынау урыныСалауат ЮлаевҠара урман (йыр)Википедия:Һайланған мәҡәләләрЕнси актВикипедия:BarПроект:Вики-яҙ 2024Джордано БруноПроект:МириадаӘминев Әмир Мөхәмәт улыТанзиматЕлизавета IЕвропаБашҡорт телеРун яҙмаһыБауыржан Момыш улыПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәлә