Шорт-трек

конькиҙа йүгереү спорты дисциплинаһы

Шорт-трек (ингл. Short track speed skating, рус. Скоростной бег на коньках на короткой дорожке)— спорттың конькиҙа йүгереү төрө. Ярыштарҙа бер нисә спортсы оҙонлоғо 111,12 метр булған оҙонса түңәрәктәге боҙҙа бер юлы ярыша (ҡағиҙә булараҡ 4-5 спортсы: дистанция ни тиклем оҙон булһа, ярышыусыларҙың һаны ла шул тиклем күберәк була).

РФ Үҙәк банкының алтын тәңкәһе

Ҡағиҙәләре һәм төрҙәре

үҙгәртергә
Шорт-трек ярышында старт
Шорт-трексы боролошта боҙға ятып тигәндәй шыуа

Шорт-трек өсөн боҙ юлы, ҡағиҙә булараҡ, ғәҙәти хоккей майҙансығында урынлаша. Боролоштарҙың эске радиусы 8 метр, ике боролоштоң араһы — 28,85 метр. 111,12 метр үлсәмендәге ара дистинцияны түңәрәктең эске ситенән 0,5 метрға ситкә китеп иҫәпләүҙән килеп сыға. Спортсылар сәғәт теле әйләнешенә ҡаршы шыуа. Ҡыҫҡа дистанцияларға ярыштар ваҡытында конькиҙа йүгереүсе «таҙа» боҙҙа борола алһын өсөн һәр уҙышта трассаны старт һыҙығы менән бергә бер аҙ икенсе урынға күсерәләр (фотофиниш аппаратураһы ҡуйылған финиш һыҙығына ғына күсереп ҡуйыу ҡағылмай). Дистанция оҙон булһа — һәр уҙыштан һуң майҙансыҡҡа боҙ өҫтөн таҙартыу машинаһы сығарыла.

Уҙыштар 500, 1000, 1500 һәм 3000 метрлыҡ дистанияларҙа үткәрелә.

Эстафета ваҡытында ҡатнашыусыләр теләгән бер мәлдә бер-береһен алмаштыра ала, әммә был һуңғы ике түңәрәктә рөхсәт ителмәй. Шул уҡ ваҡытта спортсы, эстафетаны тапшырғандан һуң, иптәшен еңелсә этеп ебәрә ала. Тайып йығылған спортсыны теләһә ниндәй ваҡытта алмаштырып була (шул иҫәптән һуңғы түңәрәктәрҙә лә). Ир-егеттәрҙә эстафета оҙонлоғо 5000 метрға тиң, ҡатын-ҡыҙҙарҙа — 3000 метр.

Күпбәйге дүрт дисциплинанан тора: 500 м (4,5 түңәрәк), 1000 м (9 түңәрәк), 1500 м (13,5 түңәрәк), 3000 метр (27 түңәрәк).

Уҙыш үтә тығыҙ көрәштә үтеүгә бәйле шорт-трек ҡағиҙәләре бик ҡаты. Атап әйткәндә, түбәндәгеләр тыйыла:

  • башҡа спортсыларға ҡамасаулау (DQI — Impeding);
  • дистанцияны киҫеү (DQO — Outside);
  • тиҙерәк йүгереүсе спортсының траекторияһы аша сығыу (DQX — Crossing);
  • финишный һыҙығы алдынан аяҡты алға ташлау, иҫкәрмә — коньки лезвиеһын боҙҙан айырмайынса мөмкин (DQK — Kicking);
  • команда буйынса иптәшен алға табан этеп ебәреү (эстафетаны тапшырыу ваҡытынан башҡа);
  • ике һәм унан да күберәк спортсы менән алдан килешеп эш итеү.

Әгәр конькиҙа йүгереүсе башҡаларҙан бер түңәрәккә артта ҡалһа, ул түңәрәктең эске ситенә яҡын юлды уны уҙып барыусыға бирергә бурыслы. Әгәр конькиҙа йүгереүсе ике түңәрәккә артта ҡалһа, ул дистанциянан сығырға тейеш (иҫкәрмә: уны уҙып барыусы үтә яҡын булмаһа). Хәйер, судьялар ҡарары буйынса дистанциянан сыҡҡан спортсыны финал квалификацияһына индерлергә мөмкин (мәҫәлән, әгәр уны бәрелеп ҡолатһалар).

Кәрәк-яраҡтар

үҙгәртергә

Шорт-тректа коньки (клин) ботинка менән ныҡ итеп берләштерелә (клап-скейттар ҡулланыу тыйыла). Лезвиеһы ботинка уртаһына ҡарата саҡ ҡына һулға шылдырылған була — был сифат боролошто ботинканы ергә тейҙереп тигәндәй шыуып үтеү мөмкинлеген бирә, шулай уҡ лезвие оҙонса түңәрәк формала һәм уның бер башы бер ни тиклем бөгөлгән. Һул бирсәткәнең бармаҡ остарына йәбештерелгән, махсус таҫма кәрәк булғанда боҙға таяныу мөмкинлеген бирә. Башҡа төрлө кәрәк-яраҡтар: шлем, яраларныуҙан һаҡлаусы комбинезон, муйын протекторы, һаҡлағыстар.

Майҙансыҡтың уҙыштар өсөн биҙәлеше

Конькоҙа йүгереү спорты өсөн махсуслаштырылған стадион кәрәк (халыҡ-ара ярыштарҙа юл оҙонлоғо 400 м була), оҙонлоҡҡа бындай стадион футбол яланынан ҙурыраҡ. Шорт-трек — конькиҙа йүгереү спорты өсөн махсус билдәләр ҡуйылған ғәҙәти хоккей «ҡумтаһы» талап ителә.

XX быуат башында АҠШ-та һәм Канадала конькиҙа йүгереүҙең яңы, ябайыраҡ төрө барлыҡҡа килә. 1967 йылда Халыҡ-ара конькиҙа йүгереүселәр союзы (ISU) Шорт-тректы үҙ ҡанаты аҫтында ала, тик 1976 йылға[1] тиклем донъя чемпионаты ярыштарын үткәрелмәй. Донъя чемпионаттары 1981 йылдан алып үткәрелә башлай (унан алдағы ярыштарҙа ла һуңыраҡ ошо статусты ала). Шорт-трек буйынса беренсе Европа чемпионаты 1997 йылда[2] Мальмёла (Швеция) үткәрелә. 1999 йылдан алып Донъя кубогы ярыштары үтә башлай. 1988 йылда Калгарила булып үткән олимпия уйындарында шорт-трек күрһәтмә спорт төрө булараҡ тәҡдим ителә. Ул тик 1992 йылда ғына тулыһынса олимпия уйындары ғаиләһенә ҡабул ителә, шул ваҡыттан алып Олимпиадаларҙың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнә. Ванкуверҙа шорт-трек буйынса 8 комплект олимпия миҙалдары уйнатыла.

Рәсәйҙә шорт-трек 1985 йылда Беллунолағы (Италия) Универсиадала ҡатнашыуҙан башлана. СССР-ҙың тәүге чемпионаты 1988 йылда үткәрелә. Шорт-трек үҙенең тыуған иле — АҠШ-та һәм Канадала — шорт-трек классик конькиҙа йүгереү спортына ҡарағанда нығыраҡ популяр.

2014 йылғы Сочиҙа булып үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында Виктор Ан (Ан Хён Су) өс алтын миҙал яулай: 1000 һәм 500 метрлыҡ ике шәхси уҙышта һәм өсөнсөһөн 5000 метрлыҡ эстафетала. Шулай итеп, Виктор Ан шорт-трек буйынса берҙән-бер алты тапҡыр олимпия чемпионы булған спортсы.

Шорт-тректағы рекордтар

үҙгәртергә

Ир-егеттәр

үҙгәртергә
ДистанцияАтлетМилләтеДатаҠалаҺөҙөмтә
500 мДжон Роберт Цельский  АҠШ21 октября 2012Калгари, Канада39.937
1000 мВан Дае Хеонг  Корея Республикаһы12 ноября 2016Солт-лейк-Сити, США1:20.875
1500 мНо Джин Гю  Корея Республикаһы10 декабря 2011Шанхай, Китай2:09.041
3000 мНо Джин Гю  Корея Республикаһы19 марта 2011Варшава, Польша4:31.891
5000 м (эстафета)Канада*  Канада19 октября 2012Калгари, Канада6:30.958
* Канаданың Милли йыйылма командаһы: Шарль Амлен , Франсуа Амлен , Майкл Гилдей и Оливье Жан.

Ҡатын-ҡыҙҙар

үҙгәртергә
ДистанцияАтлетМилләтеДатаҠалаҺөҙөмтә
500 мЭлиз-Виктория Кристи  Бөйөк Британия14 ноября 2016Роттердам0:42.335
1000 мМолти Валери  Канада21 октября 2012Калгари, Канада1:27.653
1500 мЧжоу Ян  ҠХР9 февраля 2008Солт-Лейк Сити2:16.729
3000 мЧон Ын Джу  Корея Республикаһы15 марта 2008Харбин, Китай4:46.983
3000 м (эстафета)Республика Корея*  Корея Республикаһы17 ноября 2013Коломна, Россия4:06.215
* Корея Республикаһының Милли йыйылма командаһы: Сим Сок Хи, Ким А Ран, Чо Хэ Ри и Пак Сын Хи.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:ТасуирламаМахсус:ЭҙләүСалауат ЮлаевВикипедия:БелешмәВикипедияВикипедия:ҠоролтайМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:Мәҡәләләрҙең биҙәлешеХангыльБатшалыҡ (биология)Флагстафф (Аризона)Хызыр (персонаж)Эҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:Рәхим итегеҙҒаилә (мәғәнәләр)ХәрефВикипедия:BarВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҒинуарВикипедия:БерләшмәҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Ағымдағы ваҡиғалар5 майВикипедия:Һайланған мәҡәләләрЙырЭлектротехникаxtz92Родрик ДэниПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЭякуляцияВикипедия:Тышҡы һылтанмаларГамеланВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башҡорт Википедияһына матди ярҙам