Ҡытай Халыҡ Республикаһы

Көнсығыш Азиялағы социалистик дәүләт
Ҡытай Халыҡ Йөмһүриәте
ғәҙәти ҡытайса 中國/中国,
ябай 中华人民共和国
Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагыгербы Ҡытай
Ҡытай флагыҠытай гербы
Гимн: Ҡытай гимны
Нигеҙ һалынған1949
Рәсми телдәрҠытай теле
Баш ҡалаПекин
Иң ҙур ҡалаларыЧунцин, Шанхай, Пекин, Тяньцзинь, Гуанчжоу
Идара итеү формаһыПарламент республикаһы
Дәүләт башлығы
Премьер-министр
Си Дзиньпин[1]
Ли Кецән[2]
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
3 урын
9 596 960 км²
8,62
Халыҡ
  • Барыһы (2007)
  • Тығыҙлыҡ
1 урын
1 317 000 000
140 кеше/км²


Валютаюань (женьминьби) (CNY, код 156) [3]
Интернет-домен.cn, .中国, .中國, .公司, .网络
Телефон коды+86
Сәғәт бүлкәтеUTC +8

Ҡытай, Ҡытай Халыҡ Республикаһы (ҠХР) (ҡытайса ғәҙәти 中國/中国,ябай 中华人民共和国) — Көнсығыш Азиялағы социалистик дәүләт. Халыҡ һаны буйынса (1,36 млрд-тан күберәк[4]) донъяла — беренсе, майҙаны буйынса Рәсәй менән Канаданан ҡала өсөнсө урында тора. Рәсми тел — ҡытай (путунхуа; Тайванда һәм Макаола — кантон) теле. Ил халҡының күпселеге — этник ҡытайҙар, үҙатама — хань.

Донъяла юғары бойондороҡһоҙ дәүләт (держава) булып иҫәпләнә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Именлек советының даими ағзаһы. Ер шарында космосты яулау буйынса алдынғы илдәрҙең береһе, хәрби хеҙмәткәрҙәренең һаны буйынса донъялағы иң ҙур армияға һәм йәҙрә ҡоралына эйә.2014 йылдың декабренән Эске тулайым продукт күләме буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты. Ҡытай төрлө халыҡ-ара ойошмаларҙың, шул иҫәптән БМО, АТЭС, G20, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, ШОС һәм БРИКС-тың ағзаһы булып тора.

1949 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы ойошторолғандан алып илде Комунистар партияһы етәкләй.

Ҡытай 14 ил менән сиктәш.

Ил атамаһының сығышы үҙгәртергә

Дөйөм таралған фараз буйынса, «Ҡытай» «Ҡатай» һүҙенән алынған тип иҫәпләнә. Уның сығышы үҙ сиратында кидань (китай) исемле манжур күсмә ҡәбиләләренә барып тоташа. 907 йылда улар Төньяҡ Ҡытайҙы баҫып ала һәм унда үҙҙәренең Ляо дәүләтен ойоштора. XII—XIII быуаттарҙа уларҙың урынына башҡа күскенселәр — джурджендәр һәм монголдар килеп ултырһа ла, тәүге этноним Төньяҡ Ҡытай топонимы булып нығынып ҡала. Европа сәүҙәгәрҙәре, атап әйткәндә, Марко Поло, был исемдең «Катай» («Cathay») формаһын урта быуат Көнбайыш Европаһына алып ҡайта, һәм ул унда быға тиклем ҡулланылған латин теленән алынған «China» һүҙен ҡыҫырыҡлап сығара. Артабан был яңы исем славян телдәргә күсә һәм уларҙа «Китай» булып нығына. Көнбайышта «Катай» Ҡытайҙың шиғри исеме булараҡ ара-тирә хәҙер ҙә ҡулланыла.

Тарихы үҙгәртергә

Джунго «Урталыҡтағы дәүләт» — Ҡытайҙың үҙатамаһы

Ҡытай тарихы яҙма сығанаҡтарҙың төрлөлөгө менән үҙенсәлекле. Улар археологик мәғлүмәттәр менән берлектә сәйәси һәм социаль хәл-ваҡиғаларҙы бик боронғо замандарҙан алып тергеҙеү мөмкинлеген бирә. Изгеләр тип танылған дини-фәлсәфәуи һәм тарихи йөкмәткеле текстар — бигерәк тә Конфуций тәғлимәттәре яҙылғандары — үҙ сиратында ҡытай мәҙәниәтенең (цивилизацияһының) һәм ҡытай халҡын донъяға ҡарашының артабан үҫеүенә йоғонто яһаған.

Һәр кешенең ерҙәге тормошта бәхеткә, байлыҡ һәм муллыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән юғары социаль-сәйәси әүҙемлеге Ҡытай мәҙәниәтенә Конфуций осоронан уҡ хас була. Һәр кемдең яҙмышы хоҙайҙың алдан билдәләүенә түгел, ә уның үҙ тырышлығына бәйле.

Ҡытай мәҙәниәте — донъялағы иң боронғоларҙың береһе. Ғалимдәр билдәләүенсә, уның йәше биш мең йылға тиң, ә булған яҙма сығанаҡтар бары 3500 йылдан кәм булмаған осорҙо яҡтырта. Бер-береһен алмаштырған династиялар тарафынан тағы камилләштерелгән административ идара системаһының бик борондан килеүе ҡытай дәүләте өсөн һис шикһеҙ өҫтөнлөк тыуҙырған. Шуға ла уның иҡтисады артта ҡалған күршеләре-күсмә ҡәбиләләр һәм таулы халыҡтар менән сағыштырғанда ныҡ үҫкән ауыл хужалығына нигеҙләнә. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта конфуцианлыҡты дәүләт идеологияһы итеү һәм б. э. т. II быуатта берҙәм яҙма системаһы индереү ҡытай мәҙәниәтен тағы ла нығыта.

Бөйөк Ҡытай диуары

Сәйәси күҙлектән Ҡытай бер нисә мең йыллыҡтар барышында цикл рәүешендә ҡабатланған сәйәси берҙәмлек һәм тарҡалыу осорҙары аша үтә. Ул ғына ла түгел, ҡайһы бер осраҡта өлөшләтә йә тулыһынса сит ил дәүләте составына инә (миҫал өсөн Юань һәм Цин империялары). Ҡытай биләмәләре ситтән һөжүмдәргә даими дусар булһа ла, баҫҡынсыларҙың күбеһе иртәме-һуңмы барыбер «ҡытайлашып», ҡытай этносы эсендә юғала, ә улар дәүләттәрепнең ерҙәре ғәҙәттә Ҡытайға ҡушыла. Бөгөнгө Ҡытай дәүләте һәм йәмғиәте — быуаттар дауамында тирә яҡтағы күп һанлы Азия халыҡтарының миллионлаған вәкилдәренең күсенеп йөрөүе һәм хань ассимиляцияһына бирелеүе, мәҙәни һәм сәйәси үҙ-ара үтеп инеү һәм бер-береһенә йоғонто яһау һөҙөмтәһе. Бында шулай уҡ традицион ҡытай тарихнамәһенең башҡа халыҡтар (монголдар, манжурҙар) тарихын һанға һуҡмайынса, уларҙың үҙаллы дәүләттәрен Ҡытайҙың өлөшө итеп ҡарап, барыһын да Ҡытай хроникаль-династия тарихына индереүен иҫтә тоторға кәрәк.

Цин династияһы ғәскәрҙәренең баш күтәреүселәр менән бәрелеше Мяо
Тайпиндәр ихтилалы
1894—1895 йылғы
япон-ҡытай һуғышы
Ҡытай тарих фәнендә ҡабул ителгән ҡыҫҡаса хронологик таблица
ЙылдарДәүләт (династия)
Беҙҙең эраға тиклем
б.э.т. 2353—2255 йылдарЛегендар хаким император Яо
б.э.т. 2255—2205 йылдарЛегендар хаким Шунь
б.э.т. 2205—1766 йылдарЛегендар Ся династияһы
б.э.т. 1766—1122 йылдарШан династияһының традицион даталары
б.э.т. 1122—249 йылдарЧжоу династияһының традицион даталары
б.э.т. 221—206 йылдарЦинь династияһының традицион даталары, милли ҡытай дәүләтенең ойошоуы
б.э.т. 206 — беҙҙең эраның 220 йылыХань династияһының традицион даталары
(шул иҫәптән Көнбайыш Хань — б.э.т. 206 йылдан беҙҙең эраның 25 йылы,
Көнсығыш Хань — беҙҙең эраның 25 — 220 йылдары)
Беҙҙең эра
220—264Вэй династияһы, Өс батшалыҡ дәүере
265—420Цзинь династияһы (265—420) (Көнбайыш Цзинь: 265—316, Көнсығыш Цзинь: 317—420)
420—479Көньяҡ Сун династияһы
479—501Ци династияһы
502—556Лян династияһы
557—588Чэнь династияһы
581—618Суй династияһы
618—917Тан династияһы, Ҡытай мәҙәниәтенең «Алтын быуаты»
907—959Биш династия һәм ун батшалыҡ дәүере
960—1279Сун династияһы, Урта быуаттар өсөн ныҡ юғары иҡтисади үҫеш осоро
1280—1368Юань династияһы (монгол династияһы)
1368—1644Мин династияһы
1644—1911Цин династияһы (манжурҙар)
1912—1949
(Тайванда — бөгөнгәсә)
Ҡытай Республикаһы
1949 йылдың 1 октябренәнҠытай Халыҡ Республикаһы

Дәүләт ҡоролошо үҙгәртергә

Ҡытай Халыҡ Республикаһы — унитар республика, демократик халыҡ диктатураһының социалистик дәүләте. Илдең төп ҡануны — 1982 йылда ҡабул ителгән конституция. Дәүләт власының юғары органы — 2979 депутаттан торған бер палаталы Халыҡ вәкилдәренең бөтөн ҡытай йыйылышы (урыҫса Всекитайское собрание народных представителей — ВСНП). Ул халыҡ вәкилдәренең төбәк йыйылыштары тарафынан биш йыллыҡ срокка һайлана. Йыйылыш сессиялары йыл һайын саҡрыла. Сессиялар араһында Йыйылыш вәкәләтлектәрен уның Даими комитеты атҡара.

Һайлауҙарға бары тик Ҡытай коммунистар партияһы һәм Ҡытайҙың халыҡ сәйәси консультатив советына (урыҫса Народный политический консультативный совет Китая — НПКСК) ингән һәм «демократик» тип аталған һигеҙ сәйәси фирҡә депутаттары ғына үткәрелә. Гонкондағы КҠР-ҙың махсус администртив райондары биләмәләрендә һәм Макаола үҙҙәренең айырым закон сығарыу органдары бар.

Халыҡ вәкилдәренең бөтөн ҡытай йыйылышы депутаттарның барыһы ла — коммунистар партияһы һәм демократтар блогы вәкидәре.

Дәүләт башлығы — Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе (Си Дзиньпин (ҡыт. 习近平). Ул ил етәкселәренең бишенсе быуын вәкиле.

Дәүләттең юғары башҡарма органы — ҠХР-ҙың Дәүләт советы (Үҙәк халыҡ хөкүмәте). Уның составы: премьер, уның урынбаҫарҙары, Дәүләт советы ағзалары, министрҙа, комитеттар рәйестәре, генераль ревтизор һәм яуаплы секретарь.

Юғары Халыҡ Суды — юғары суд инстанцияһы, ә халыҡ судтары — беренсе инстанция һәм кассация судтары булып иҫәпләнә. Юғары Халыҡ Прокуратураһы һәм уның урындағы органдары — прокурор күҙәтеүен (надзоры) тормошҡа ашыра.

Дәүләт власының урындағы органдары булып халыҡ вәкилдәре йыйылыштары, ә даими эшләүсе орган булып даими комитеттар һанала (улар волостарҙа юҡ). Урындағы халыҡ хөкүмәттәре башҡарыу-етәксе органдар булып иҫәпләнә.

Физик-географик характеристика үҙгәртергә

Ҡытайҙың топографик картаһы

Географик урыны үҙгәртергә

Ҡытай Көнсығыш Азияла урынлашҡан. Көнсығыштан уны Тымыҡ океандың көнбайыш диңгеҙҙәре йыуа. Төньяҡ-көнсығышта ул Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы һәм Рәсәй менән, төньяҡта — Монголия, төньяҡ-көнбайышта Рәсәй һәм Ҡаҙағстан, көнбайышта — Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Афғанстан менән, көньяҡ-көнбайышта — Пакистан, Һиндостан, Непал һәм Бутан менән, көньяҡта — Мьянма, Лаос һәм Вьетнам менән сиктәш. Ил биләмәләре майҙаны 9,6 млн км²[5]. Был йәһәттән Ҡытай Азияла иң ҙур дәүләт булһа, Ер шарында, Рәсәй менән Канаданан ҡалып, өсөнсө урында тора. Ҡытайҙа бер дөйөм сәғәт бүлкәте билдәләнгән — UTC+8.

Ҡытайҙың диңгеҙ буйы ярҙары төньяҡта Төньяҡ Корея менән сиктән башланып, көньяҡта Вьетнамға тиклем һуҙыла һәм дөйөм оҙонлоғо 14 500 киомет тәшкил итә. Ил биләмәләрен Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе, Корея ҡултығы, Һары диңгеҙ Һәм Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе һыуҙары йыуа. Тайвань утрауы материктан Тайвань боғаҙы менән айырылған.

Рельефы үҙгәртергә

Гуйцзян (Лицзян) йылғаһы

Ҡытайҙың ер өҫтө төҙөлөшө бик төрлө: бында бейек тауҙар ҙа, яҫы таулыҡ һәм уйпаттар ҙа, сүллек һәм киң тигеҙлектәр ҙә бар. Рельеф буйынса ил биләмәләре өс эре төбәккә бүленеп тикшерелә:

  • Тибет ҡалҡыулығы диңгеҙ кимәленән 2000 метр бейеклектә Ҡытайҙың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан;
  • 200—2000 метрлы тауҙар һәм юғарғы тигеҙлектәр бүлкәте илдең төньяғында ята;
  • төньяҡ-көнсығыш, көнсығыш һәм көньяҡтағы 200 метрҙан артмаған түбәнге тигеҙлектәр һәм тәпәш тауҙарҙа Ҡытай халҡының күп өлөшө йәшәй.

Төньяҡта Пекиндан башлап көньяҡтағы Шанхайға тиклем йәйелеп ятҡан Бөйөк Ҡытай тигеҙлеге, Хуанхэ йылғаһы һәм Янцзы дельтаһы диңгеҙ буйҙарында бергә ҡушыла. Ынйы йылғаһы (һәм уның төп ҡушылдығы Сидзяндең) бассейны Ҡытайҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм Янцзы йылғаһы бассейнынан Нанлинг тауҙары һәм Уйишан тау һырттары менән айырылған (һуңғылар ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының Ҡытай буйынса исемлегенә индерелгән).

Көнбайыштан көнсығышҡа Ҡытайҙың ер йөҙө өс киртләс балыҡҡа килтерә. Уларҙың тәүгеһе диңгеҙ кимәленән 4000 метрҙан бейегерәк тауҙары булған Тибет ҡалҡыулығы. Бейеклектәре 1500 ҙән 3000 метрғаса булған Сычуань һәм Үҙәк Ҡытай тауҙары икенсе киртләсте хасил итә. Бындаүҫемлектәр донъяһы ҡырҡа үҙгәрә: сағыштырмаса ҙур булмаған арауыҡта тәбиғәт зоналарынан бейек тауҙарҙағы һыуыҡ сүллектәрҙән башлап субтропик урманды осратырға мөмкин. Киртләстәрҙең өсөнсөһөнә диңгеҙ кимәленән 1500 метрҙан түбәнерәк ятҡан уңдырышлы тигеҙлектәр инә.

Климаты үҙгәртергә

Гуанси-Чжуан автономиялы районы

Ҡытай климаты үҙенең төрлөлөгө менән айырыла: көньяҡ-көнсығышта ул субтропик булһа, илдең төньяҡ-көнбайышына ҡырҡа континенталь, сүллектәрҙәң ҡоро климаты хас. Көньяҡтағы яр буйҙарында һауа торошона океан һәм ҡоро ерҙең дымды төрлөсә тартыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән муссондар — йәйен диңгеҙҙән, ҡышын ҡоро ерҙән иҫкән елдәр тәьҫир тә. Нәтижәлә һауа һәм елдәр йәй көндәре үтә дымлы, ҡыштарын, киреһенсә, шаҡтай ҡоро була. Нәҡ ошо муссондарҙың килеп-китеүе юғары дәрәжәлә яуым-төшөм миҡдарын һәм уның ил буйынса бүленешен билдәләй ҙә инде. Ҡытай биләмәләренең күп өлөшө уртаса климат өлкәләренә тура килһә лә, географик киңлек, оҙонлоҡ һәм бейеклек буйынса ҙур айырымлыҡтар температура һәм һауа торошононоң төрлөлөгөн тыуҙыра.

Илдең 2/3-нән күберәк өлөшөн тау һырттары, яҫы таулыҡ һәм уйпаттар, сүллек һәм ярым сүллектәр алып тора. Халыҡтың яҡынса 90 % Ҡытайҙың ни бары 10 % майҙанын биләгән диңгеҙ буйы райондарында һәм Янцзы, Хуанхэ (Һары йылға — Жёлтая река) һәм Перл кеүек ҙур йылға үҙәндәрендә йәшәй. Ауыл хужалығы ерҙәрен оҙаҡ һәм көсөргәнешле эшкәртеү һөҙөтәһендә һәм тирә яҡ мөхитте сәнәғәт тармағы бысратыуы нәтижәһендә был биләмәләрҙең экологик хәле үтә ауыр.

Ганьсу

Ҡытайҙың иң төньяҡ провинцияһы Хэйлунцзян Рәсәйҙең Владивосток һәм Хабаровск ҡалаларыныҡына оҡшаш уртаса климатта булһа, көньяҡтағы Хайнань утрауы — Тропик климат зонаһында ята. Был ике төбәктең һауа температураһы араһындағы айырма ҡыштары бик ҙур булһа ла, йәйен аҙая төшә. Мәҫәлән, Хэйлунцзяндың төньяғында ҡышҡы һыуыҡ −38 °C етеүе мөмкин. Ғинуарҙың уртаса температураһы −16 °C тирәһе булһа, июлдеке +20 °C. Гуандун провинцияһының көньяғында уртаса температура ғинуарҙа 10 °C, июлдә 28 °C.

Яуым-төшөм миҡдарындағы айырма температураға ҡарағанда ла күберәк: Циньлин тауҙарының көньяҡ биттәрендә яуған ямғырҙарҙың күбе йәйге муссонға тура килә. Төньяҡҡа һәм көнбайышҡа табан яуым-төшөм аҙая. Илдең төньяҡ-көнбайыш райондары — иң ҡоро һанала, нәҡ бында урынлашҡан Такла-Макан, Гоби һәм Ордос) сүллектәрендә ямғыр бөтөнләй юҡ дәрәжәлә.

Ҡытайҙың көньяҡ һәм көнсығыш төбәктәре йылыына биш тапҡыр тиерлек емергес диңгеҙ ҡойоно (тайфундан), шулай уҡ һыу баҫыуҙан, муссондан, цунами һәм ҡоролоҡтан ҡаза күрә. Илдең төньяҡ райондарына һәр яҙ һары туҙан дауылдары ябырыла — улар төньяҡ сүлдәрҙә барлыҡҡа килеп, елдәр менән Корея һәм Япония тарафтарына йүнәлә.

Административ-территориаль бүленеше үҙгәртергә

Ҡытай 22 провинцияға бүленгән, Тайвань 23-сө итеп иҫәптә йөрөтөлә. Шулай уҡ аҙ һанлы милләттәр йәшәгән биш автономиялы район һәм үҙәк бойһоноуындағы һәм үҙ биләмәләренә эйә дүрт ҡала бар.

ТөбәкПиньинь(кит.)Адм. үҙәкПиньиньХалыҡ,[6]
(2010) кеше
Майҙан,[7]
км²
Халыҡ тығ.,
кеше/км²
Провинциялар
1АнхойAnhui安徽ХефейHefei59 500 510140 455423,63
2ФудзянFujian福建ФуджоуFuzhou36 894 216122 919300,15
3ҒәнсуGansu甘肃ЛанджоуLanzhou25 575 254459 23355,69
4ГуаңдоңGuangdong广东ГуаңджоуGuangzhou104 303 132178 341584,86
5ГуйджоуGuizhou贵州ГуйяңGuiyang34 746 468174 976198,58
6ХайнанHainan海南ХайкоуHaikou8 671 51834 438251,80
7ХебейHebei河北ШидзяджуаңShijiazhuang71 854 202187 240383,75
8ХэйлуңдзяңHeilongjiang黑龙江ХарбинHarbin38 312 224431 76788,73
9ХенанHenan河南ДжеңджоуZhengzhou94 023 567166 310565,35
10ХубейHubei湖北ВуханWuhan57 237 740185 673308,27
11ХунанHunan湖南ЧаңшаChangsha65 683 722211 231310,96
12ДзяңсуJiangsu江苏НанчиңNanjing78 659 90398 285800,32
13ДзяңсиJiangxi江西НанчаңNanchang44 567 475171 041260,57
14ЖиринJilin吉林ЧаңчунChangchun27 462 297191 038143,75
15ЛяониңLiaoning辽宁ШеньяңShenyang43 746 323147 451296,68
16ЦиңхайQinghai青海СиниңXining5 626 722720 4597,81
17ШансиShanxi山西;ТайюанTaiyuan37 327 378204 846182,22
18ШандуңShandong山东ДзинанJinan95 793 065156 219613,20
19ШэньсиShaanxi陕西;СианьXi’an35 712 111149 708238,55
20СычуаньSichuan四川ЧеңдуChengdu80 418 200491 146163,74
21ЮннанYunnan云南КунмингKunming45 966 239388 610118,28
22ДжедзянZhejiang浙江ХаңджоуHangzhou54 426 891106 078513,08
Ҡытай контроле аҫтында булған провинция
(сәйәси торошо билдәләнмәгән)
23ТайваньTaiwan台湾ТайбэйTaipei23 069 345[8]36 178637,66
Автономиялы райондар
24Гуанси-Чжуан автономиялы районыGuangxi广西НанниңNanning46 026 629235 001195,86
25Эске Монголия автономиялы районы (Эске Монголия)Inner Mongolia内蒙古Хух-ХотоHohhot24 706 3211 181 10420,92
26Нинся-Хуэй автономиялы районыNingxia宁夏ЙинчуанYinchuan6 301 35052 188120,74
27Синьцзян-Уйғыр автономиялы районыXinjiang新疆УрумчиUrumqi21 813 3341 743 44112,51
28Тибет автономиялы районыTibet西藏ЛхасаLhasa3 002 1661 178 4412,55
Үҙәккә бойһонған ҡалалар
29ПекинBeijing北京19 612 36816 8081166,85
30ЧунцинChongqing重庆28 846 17082 403350,06
31ШанхайShanghai上海23 019 1486 5003541,41
32ТяньцзиньTianjin天津12 938 22411 9431083,33
Махсус административ райондар
33ГонконгHong Kong (Xianggang)香港6 864 346[9]1 0956268,81
34Макао (Аомен)Macau (Àomén)澳门541 200[10]2720 044,44
Барлығы1 363 249 7589 662 593141,09

Халҡы үҙгәртергә

ҠХР-ҙың демографик үҫеше

Ҡытайҙа үҙ мәҙәниәте, йолаһы, кейемдәре, күп осраҡта айырым теле булған бер нисә тиҫтә милләт халҡы йәшәй, шуларҙың 56-һы рәсми танылыу алған. Шулай ҙа уларҙың барыһы бергә илдә йәшәүселәрҙең ни бары 7 процентҡа яҡынын ғына тәшкил итә. Төп халыҡ — үҙҙәрен хань тип атаусы ҡытайҙар. 2000 йылдың ноябрендә үткәрелгән иҫәп алыу буйынса улар абсолют күпселек йәғни 1 137 386 112 кеше. 2010 йылғы VI иҫәп алыу буйынса, континентта йәшәүселәрҙең һаны 1 млрд 339 млн 724 мең 852 кеше. Был шарттарҙа Ҡытай Коммунистар партияһы ғаиләне планлаштырыу буйынса ҡатғи сәйәсәт алып бара. Был бигерәк тә эшсе ҡулдар талап ителгән ауыл ерендә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Ирҙәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар менән нисбәте — 106,74:100 (сағыштырыу өсөн донъя буйынса 101,44:100). Дөйөм алғанда, ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо ирҙәргә ҡарағанда күберәк, бөтә илдә ул 71 йәшкә тиң.

Ҡалала йәшәүселәр тәүге тапҡыр 2011 йылда бар халыҡтың 51,27 процентын тәшкил итте.

1953-2010 йылдарҙағы Ҡытай халҡының милли яҡтан бүленеше
Халыҡ1953 йылғы иҫәп алыу1964 йылғы иҫәп алыу1982 йылғы иҫәп алыу1990 йылғы иҫәп алыу2000 йылғы иҫәп алыу2010 йылғы иҫәп алыу [1]
Халыҡ һаны%Халыҡ һаны%Халыҡ һаны%Халыҡ һаны%Халыҡ һаны%Халыҡ һаны%
Ханьдар547 283 05793,94651 296 36894, 22936 703 82493,301 042 482 18791,961 159 400 00091,591 225 932 64191,51
Аҙ халыҡтар35 320 3606,0639 883 9095,7867 233 2546,7091 200 3148,04106 430 0008,41113 792 2118,49
Джуандар6 611 4551,138 386 1401,2113 378 0001,3215 489 6301,3716 178 8111,2816 926 3811,26
Манжурҙар2 418 9310,422 695 6750,394 299 1590,429 821 1800,8710 682 2630,8410 387 9580,78
Хуэйҙар3 559 3500,614 473 1470,647 227 0220,718 602 9780,769 816 8020,7810 586 0870,79
Мяо халҡы2 511 3390,432 782 0880,405 036 3770,507 398 0350,658 940 1160,719 426 0070,70
Уйғырҙар3 640 1250,623 996 3110,585 986 8690,597 214 4310,648 399 3930,6610 069 3460,75
Туцзя ар халҡы524 7550,072 834 7320,285 704 2230,508 028 1330,638 353 9120,62
И халҡы3 254 2690,563 380 9600,495 457 2510,546 572 1730,587 762 2860,618 714 3930,65
Монголдар1 462 9560,251 965 7660,583 381 0000,334 806 8490,425 813 9470,465 981 8400,45
Тибеттар2 775 6220,482 501 1740,363 874 0350,384 593 3300,415 416 0210,436 282 1870,47
Буй халҡы1 247 8830,211 348 0550,192 122 3890,212 545 0590,222 971 4600,232 870 0340,21
Корейҙар1 120 4050,191 339 5690,191 766 4390,171 920 5970,171 923 8420,151 830 9290,14
Башҡалар6 718 0251,157 015 0241,0116 531 8291,4620 496 9261,6222 363 1371,67
Бөтәһе, ҠХР582 603 417694 581 7591 008 175 2881 133 682 5011 265 830 0001 339 724 852

Сит илдәр менән мөнәсәбәте үҙгәртергә

Рәсәй һәм уның төбәктәре менән бәйләнештәр үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлек үҙгәртергә

Һуңғы йылдарҙағы мәғлүмәттәр раҫлауынса, Ҡытай Халыҡ Республикаһы Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында бишенсе урынды алып тора. Мәҫәлән, 2014 йылда республиканың Ҡытай менән тышҡы сауҙа әйләнеше 685,1 миллион доллар тәшкил иткән, ошо сумманың 79 проценты (541,5 миллион доллар) экспорт тауарҙарына тура килә. Башҡортостандан Ҡытайға турбореактив двигателдәр, нефть һәм нефть продукцияһы, химия сәнәғәте продукцияһы, вертолеттар, көкөрт, бал һәм башҡа тауарҙар оҙатыла. Ә Ҡытайҙан насостар, электр ҡорамалдары, пластмасса әйберҙәр, торбалар, консерваланған йәшелсә һәм еләк-емеш, аяҡ кейемдәре һәм башҡа продукция килтерелә. Башҡортостан Хөкүмәте менән Хэйлунцзян, Ляонин һәм Цзянси провинциялары хөкүмәттәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеү төҙөлгән.

2015 йылдың 28 ноябрендә Өфө ҡалаһы һәм Хэйлунцзян провинцияһының ҙурлығы һәм бар яҡтан әһәмиәт-мөһимлеге менән икенсе ҡалаһы булған Цицикар араһында туғанлыҡ бәйләнештәре урынлаштырылды.[11]

  • 2015 йылдың 28 ноябрендә Өфө һәм Хэйлунцзян провинцияһының Цицикар ҡалаһы араһында туғанлашыу хаҡында Меморандумға ҡул ҡуйылды.[11]
  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың 30 ноябрендә Ҡытайҙың Рәсәйҙәге илселегендә Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙҙы[12]. Унда ҡатнашҡан эшлекле даирә вәкилдәренә һәм рәсми кешеләргә республиканың сәнәғәт һәм туристик мөмкинлектәре хаҡында киң мәғлүмәт бирелде. Сарала билдәләнеүенсә, алдағы осорҙа 10-дан ашыу проектты тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән Башҡортостанда металлургия заводы, ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү, аҙыҡ-түлек етештереү, төҙөлөш материалдары предприятиеларын төҙөү ҡаралған. Бынан тыш, Ҡытай эшҡыуарҙары мәҙәни үҙәктәр, сауҙа йорттары һалырға тәҡдим итә. Ошо проекттарҙың күбеһе 2016 йылда ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ.
  • 2015 йылдың 10-11 ноябрендә Башҡортостанда Ҡытайҙың Ляонин провинцияһының рәсми делегацияһы эш сәфәре менән булды[13].
  • 2015 йылдың 5-6 ноябрендә Өфөлә Башҡортостанда Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре үткәрелде[14]. Уның барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы Цзянси провинцияһының Халыҡ хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында килешеүгә[15] һәм республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән Цзянси провинцияһының Туристик үҫеш комиссияһы араһында туризм өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү хаҡында меморандумға ҡул ҡуйылды[16]. Провинция губернаторы Лу Синьше етәкселегендәге рәсми делегация вәкилдәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды[17], ә ике яҡтың эшҡыуарҙары үҙ-ара файҙалы булған төрлө һөйләшеүҙәр үткәрҙе[18]. Цзянси иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре барышында шулай уҡ баш ҡалала төҙөләсәк «Өфө—Янцзы» халыҡ-ара эш үҙәгенең нигеҙ ташы һалынды[19].
  • 2015 йылдың 21 сентябрендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһына эш сәфәре барышында Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ляонин провинцияһында республика менән таныштырыу үткәрҙе. Был сарала машиналар эшләү, нефть сығарыу һәм уны эшкәртеү, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш тармаҡтарында мәшғүл булған эре компаниялар вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан һәм Ляонин хөкүмәттәре ике яҡтың эшлекле даирәләрен үҙ-ара хеҙмәттәшлек мөмкинселектәрен өйрәненеүҙә һәм тәғәйен сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа киләсәктә әүҙемерәк булырға саҡырҙы. Был эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү йөҙөнән ике төбәк хөкүмәттәре ҡарауы аҫтында урыҫ һәм ҡытай телдәрендә инвестиция мәсәләләренә ҡағылған уртаҡ сайт булдырыу планлаштырыла. Ул тауар әйләнеше һәм капитал һалымдар күләмен арттырыу буйынса көнүҙәк тәҡдимдәрҙе туплаясаҡ үҙ-ара файҙалы мәғлүмәттәр майҙансығы буласаҡ тип күҙаллана[20].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Си Дзиньпин занял высший государственный пост в Китае, возглавив "пятое поколение" руководителей 2013 йыл 20 октябрь архивланған. (рус.)
  2. ҠХР хөкүмәтен Ли Кецән етәкләй 2013 йыл 20 октябрь архивланған. (рус.)
  3. Шулай уҡ Гонконгта гонконг доллары һәм Макаола патака.
  4. The World Factbook. www.cia.gov. Дата обращения: 10 ноябрь 2015. 2016 йыл 11 октябрь архивланған.
  5. Сайт ЦРУ. The world factbook 2016 йыл 11 октябрь архивланған.
  6. City Population — Statistics & Maps of the Major Cities, Agglomerations & Administrative Divisions for all Countries of the World
  7. Provinces of China, Statoids.com
  8. Official National Statistics Taiwan estimate
  9. Гонконг
  10. Estimates of population
  11. 11,0 11,1 Өфө менән Цицикар туғандаш ҡалалар тип иғлан ителде — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 1 декабрь
  12. Ҡытайҙың Рәсәйҙәге илселегендә Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙҙы — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 30 ноябрь
  13. Өфөгә Ҡытайҙың Ляонин провинцияһы делегацияһы килде — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 10 ноябрь
  14. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 3 ноябрь (рус.)
  15. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 5 ноябрь (рус.)
  16. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 5 ноябрь
  17. Цзянси провинцияһы вәкилдәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 6 ноябрь
  18. Башкирские и китайские предприниматели провели деловые встречи — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 5 ноябрь (рус.)
  19. «Өфө—Янцзы» халыҡ-ара эшлекле үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 6 ноябрь
  20. Башкортостан и китайская провинция Ляонин создадут единый инвестиционный сайт — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 21 сентябрь

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Барлукова О. Д. Китайская интеллигенция в условиях модернизации общества (последняя четверть ХХ века): монография / ФГОУ ВПО «Бурятская ГСХА им. В. Р. Филиппова». — Улан-Удэ: Изд-во БГСХА, 2008. — 115 с. (рус.)
  • Барлукова О. Д. Китайская интеллигенция в условиях модернизации общества // Вестник БГУ. — Улан-Удэ: Издательство БГУ, 2012. — Вып. 6а. — С. 144—147. (рус.)
  • Барлукова О. Д. Образование и интеллигенция в Китае: социально-философский анализ: монография / М-во сельского хоз-ва Российской Федерации? ФГБОУ ВПО «Бурятская гос. сельско-хозяйственная акад. им. В. Р. Филиппова». — Улан-Удэ: Изд-во БГСХА, 2013. — 103 с. — ISBN 978-5-8200-0305-9(рус.)
  • Барлукова О. Д. Условия и факторы трансформации интеллигенции в период модернизации китайского общества (последняя четверть XX в.) // Вестник Томского государственного университета. — Томск: ТГУ, 2014. — № 382. — С. 51-60. (рус.)
  • Чжан Би Юй. Тенденции развития туристического комплекса Китая. — Москва, 2015. — 200 с. (рус.)

Һылтанмалар үҙгәртергә

🔥 Top keywords: Баш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:БелешмәВикипедияИкенсе донъя һуғышыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрАрыҫлан петроглифтарыМахсус:ЭҙләүВикипедия:ҠоролтайВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМостай КәримБашҡорт алфавитыВикипедия:КатегорияВикиВикипедия:Рәхим итегеҙЭҙләүҙе оптималлаштырыуКарфагенҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүАвстралияҒарипов Рәми Йәғәфәр улыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыСалауат ЮлаевГрек алфавитыВикипедия:БерләшмәЕкатерина IIФекерләшеү:Баш битБашҡорт телеПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актКөнсығыш ТөркөстанВикипедия:BarОперацион системаМәжит ҒафуриҺүҙбәйләнешБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыМәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаҠылым