Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы

(Төньяҡ Корея битенән йүнәлтелде)

Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһы (Төньяҡ Корея) (кор. 조선 민주주의 인민 공화국?, 朝鮮民主主義人民共和國?), КХДР — Көнсығыш Азияла Корея ярымутрауында урынлашҡан дәүләт. Төньяҡтан Ҡытай, төньяҡ-көнсығыштан Рәсәй менән сиктәш. Көньяҡтан Корея Республикаһы менән демилитаризацияланған зона менән айырыла. Көнбайыштан Һары диңгеҙ, көнсығыштан Япон диңгеҙе менән йыуыла. Баш ҡалаһы — Пхеньян ҡалаһы.

Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһы (Төньяҡ Корея)
кор. 조선 민주주의 인민 공화국(Чосон Минджуджуый Инмин Конъхвагук)
Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһы гербы
Флаг
Девиз: «Көслө, ҡеүәтле держава (кор. 강성대국
Гимн: «Тыуған илгә һөйөү турыһында йыр»noicon
Рәсми телкорей
Баш ҡалаПхеньян
Идара итеү төрөСоциалистик республика
Мәңғелек Президент

Парития, армия
халыҡ етәксеһе
Халыҡ йыйылышы рәйесе
Министрҙар кабинеты рәйесе

Ким Ир Сен

Ким Чен Ын
Choe Ryong-hae
Чхве Ён Рим

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
97
120 540 км²
0,1
Халыҡ
• Һаны (2011)
• Халыҡ тығыҙлығы

24 457 492[1] чел. (49)
193,54 чел./км²
КПҮИ 0,766 (75 урын)
ВалютаВона КНДР (KPW, код 408)
Интернет-домен.kp
Код ISOKP
МОК кодыPRK
Телефон коды+850
Сәғәт бүлкәте+9
Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы административ бүленеше

1948 йылдың 15 авгусында Корея Республикаһы иғлан ителгәс, КХДР 1948 йылдың 9 сентябрендә халыҡ-демократик дәүләте булараҡ барлыҡҡа килә.

Дәүләт теле — корей теле.

Конституцияға ярашлы, унитар социалистик дәүләт булып тора. Рәсми дәүләт идеологияһы — чечхе. 3 социалистик партия бар — Кореяның Хеҙмәт партияһы, Кореяның Социал-демократик партияһы һәм Күк юлының йәш дуҫтары партияһы. Кореяның Хеҙмәт партияһы етәкселек итә.

Ғәмәлдә илдә тоталитар[3][4][5] диктатура[6][7][8][9][10].

Географияһы үҙгәртергә

Файл:Северная Корея.png
Корея Халыҡ-Демократик Республикаһының физик картаһы

Корея Халыҡ Демократик Республикаһы Көнсығыш Азияла, Корея ярымутрауының төньяғында урынлашҡан. Ҡоро ерҙә өс дәүләт менән сиктәш: төньяҡта — Амноккан һәм Туманган йылғалары буйлап Ҡытай менән; төньяҡ-көнсығышта — Туманная (Туманған) йылғаһы буйлап Рәсәй менән; көньяҡта — Корея Республикаһы менән. Көнбайышта — Һары диңгеҙ һәм Корея ҡултығы, көнсығышта Япон диңгеҙе һыуҙары йыуа.

Илдең майҙаны — 120 540 км² (ҡоро ер — 120 410 км2, һыу — 130 км²). Корея Халыҡ Демократик Республикаһы Хөкүмәте 12 саҡрымлыҡ зона сиктәрендә (22,224 саҡрым) яр эргәһендәге акваторияны илдең территориаль һыуҙары тип иғлан иткән.

Рельефы и файҙалы ҡаҙылмалары үҙгәртергә

Дәүләт территорияһы — башлыса үҙәндәр һәм йырындар менән йырғыланған таулы. Илдең төньяғындағы Төньяҡ Корея тауҙары Маньчжур-Корея тау системаһына инә һәм Көнсығыш Маньчжур тауҙарынан Ялуцзян һәм Томанная йылғалары менән айырыла[11]. Бөтә тау комплексында иң бейек нөктә — Пэктусан вулканы (2744 м). Япон диңгеҙенең төньяҡ яры буйлап иң юғары бейеклеге 2540 метр (Кванмобон тауы) булған һәм 2000 метрҙан ашыу бейеклектәге тағы бер нисә тиҫтә түбәһе булған Хамгён һырты һуҙыла.

Илдең көньяҡ-көнсығышында ҡаялы-ҙур ташлы Көнсығыш Корея тауҙары айырылып тора, улар Япония диңгеҙе яры буйлап Көньяҡ Кореяға табан һуҙыла. Был тау системаһының төп элементы булып Тхэбэк һырты тора. Уның икенсе атамаһы — Кумгансан, «Алмаз тауҙары» тип тәржемә ителә. КХДР сиктәрендә уларҙың максималь бейеклеге — 1638 м.

Корея Халыҡ Демократик Республикаһының көнбайышында Пхеньян тигеҙлеге ята. Тар уйһыулыҡ шулай уҡ Япония диңгеҙе ярҙарында ла бар.

Илдең тәбиғәте бик матур, ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар ҙа байтаҡ[12].

Файҙалы ҡаҙылмаларҙан күмер, ҡурғаш, вольфрам, цинк, графит, магний, тимер, баҡыр, алтын, пирит, тоҙ, плавик шпаты һ.б. сығарыла.

Административ бүленеше үҙгәртергә

Корея Халыҡ-Демократик Республикаһының административ бүленеше

2004 йыл буйынса ил 9 провинцияға (то, кор. ?, ?), 2 өалаға (чикхальси, 직할시, 直轄市) һәм 3 махсус административ регионға бүленә. Баш ҡалаһы — Пхеньян.

КХДР-ҙың эре ҡалалары, Пхеньяндан башҡа (3702 757 кеше)[13]:

Ҡалалары үҙгәртергә

ҠалаЧосонгыльХанчаПровинцияХалҡы
Анджу안주시安州市Пхёнан-Намдо240 117
Вонсан원산시元山市Канвондо363 127
Канге강계시江界市Чагандо251 971
Кимчхэк김책시金策市Хамгён-Пукто207 299
Кусон구성시龜城市Пхёнан-Пукто196 515
Кэсон개성시開城市Хванхэ-Пукто308 440
Кэчхон개천시价川市Пхёнан-Намдо319 554
Манпхо만포시滿浦市Чагандо116 760
Мунчхон문천시文川市Канвондо122 934
Нампхо남포특급시南浦特級市юҡ366 341
Насон라선직할시羅先直轄市юҡ196 954
Пхёнсон평성시平城市Пхёнан-Намдо284 386
Пхеньян평양직할시平壤直轄市юҡ4138 187
Самджиён삼지연시三池淵市Янгандо31 471
Саривон사리원시沙里院市Хванхэ-Пукто307 764
Синпхо신포시新浦市Хамгён-Намдо152 759
Синыйджу신의주시新義州市Пхёнан-Пукто359 341
Сонним송림시松林市Хванхэ-Пукто128 831
Сунчхон순천시順天市Пхёнан-Намдо297 317
Танчхон단천시端川市Хамгён-Намдо345 876
Токчхон덕천시德川市Пхёнан-Намдо237 133
Хамхын함흥시咸興市Хамгён-Намдо768 551
Хесан혜산시惠山市Янгандо192 680
Хверён회령시會寧市Хамгён-Пукто153 532
Хэджу해주시海州市Хванхэ-Намдо273 300
Хыйчхон희천시熙川市Чагандо168 180
Чонджу정주시定州市Пхёнан-Пукто189 742
Чхонджин청진시淸津市Хамгён-Пукто667 929

Халҡы үҙгәртергә

2020 йылда КХДР халҡының йәш-енес пирамидаһы.

КХДР — бер милләтле дәүләт: корейҙар халыҡтың яҡынса 99 процентын тәшкил итә. Ҡытайҙар (яҡынса 50 000 кеше) һәм япондар (яҡынса 1800 кеше) бар.

Рәсми теле — корей теле. Ике Корея дәүләте диалекттары араһында айырмалар етерлек, әммә корея теленең төрлө варианттарында һөйләшеүселәр бер-береһен аңлай.

КНДР тарихы үҙгәртергә

Ҡарағыҙ: Корея тарихы

Корея һуғышы ваҡытында Вонсанды бомбаға тотоу. 1951 йылдар тирәһе

1910 йылдан 1945 йылға тиклем Корея Японияның колониаль биләмәһе була. Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, Кореяның 38-се параллелдән төньяҡтараҡ ятҡан территорияһы Советтар Союзы, ә көньяҡта — АҠШ контроле аҫтында була. СССР һәм АҠШ илдең берләшеүе тураһында килешә алмай, был 1948 йылда ике төрлө хөкүмәттең , төньяҡ (совет яҡлы) һәм көньяҡ (Америка яҡлы) барлыҡҡа килеүенә килтерә, уларҙың һәр береһе бөтә Корея өҫтөнән контролгә дәғүә итә.

Корея Халыҡ Демократик Республикаһы (КХДР) 1948 йылдың 9 сентябрендә Корея ярымутрауының көньяғында Корея Республикаһы барлыҡҡа килеүенә яуап итеп ойошторола. Сәйәси власты Корея Халыҡ Демократик Республикаһының тәүге йылдарынан алып Кореяның Хеҙмәт партияһы ҡулына ала. Хужалыҡта планлы иҡтисад булдырыла; яҡынса 1949 йылдан алып бөтә сәнәғәт, эске һәм тышҡы сауҙа дәүләт контролендә тора.

Ике Корея дәүләте араһындағы ҡаршылыҡтар 1950 йылдағы Корея һуғышы башланыуына килтерә. Өс йыл дауам иткән һуғышта яҡынса 1,3 миллион кореялы һәләк була һәм яралана, ике дәүләттең торлаҡ, сәнәғәт һәм транспорт инфраструктураһының 80 проценттан ашыуы юҡ ителә. Көньяҡ Корея яғында һуғышта — Америка Ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия һәм тағы бер нисә ил (БМО флагы аҫтында), Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы яғында — Ҡытай (СССР хәрби ярҙам күрһәтә[14])). Корея һуғышы 1953 йылда килешеү төҙөү менән тамамлана.

1960 йылда КХДР менән СССР араһындағы мөнәсәбәттәр өҙөлөү сәбәпле, КХДР-ҙың хәле сәйәси йәһәттән насарая.

1970-се йылдарҙа КХДР иҡтисадының үҫеш темпы һуғыштан һуңғы йылдар менән сағыштырғанда бер ни тиклем әкренәйә, шуға ҡарамаҫтан сәнәғәт етештереүе, милли килем һәм халыҡтың йәшәү кимәле 1980-се йылдар аҙағына тиклем тотороҡло үҫә бара[15][16].

Ким Ир Сен 1994 йылда вафат була, уның урынына уның улы Ким Чен Ир ҡуйыла. Ул идара иткән осорҙа ил иҡтисады торғонлоҡ кисерә һәм изоляцияла ҡалыуын дауам итә.

2002 йылдың июлендә реформалар башланыуы тураһында иғлан ителә. Илдең валютаһы девальвациялана, ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтар илдең ауыл хужалығы баҙарын дәртләндереү маҡсатында ирекле ителә. Коллектив хужалыҡтарҙы ғаилә принцибына ҡоролған хужалыҡтарға алмаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Һөҙөмтәлә сит ил инвестицияларының артыуы күҙәтелә: 2004 йылда ғына Ҡытай ил иҡтисадына 200 миллион доллар инвестиция һала.

2007 йылда, Корея Республикаһы Президентының КХДР-ға сәфәренән һуң, ике ил берлектә БМО-ға Кореяны берләштереүгә булышлыҡ итеүҙе һорап мөрәжәғәт итә.

2011 йылдың 17 декабрендә Ким Чен Ир вафат була, ә 2011 йылдың 31 декабрендә уның кесе, өсөнсө улы Ким Чен Ын власҡа килә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. North&countryCode=kn®ionCode=eas&rank=48#kn World Population rankings 2015 йыл 10 сентябрь архивланған., CIA World Factbook
  2. N Korea to adjust time zone to match the South (ингл.) — 2018.
  3. "Totalitarianism, form of government that theoretically permits no individual freedom and that seeks to subordinate all aspects of individual life to the authority of the state. Italian dictator Benito Mussolini coined the term totalitario in the early 1920s to characterize the new fascist state of Italy, which he further described as “all within the state, none outside the state, none against the state.” By the beginning of World War II, totalitarian had become synonymous with absolute and oppressive single-party government. Other modern examples of totalitarian states include ... North Korea under the Kim dynasty" (билдәһеҙ). Дата обращения: 7 июнь 2022. Архивировано 17 март 2021 года.
  4. North Korea country profile (13 июнь 2018). 7 июнь 2022 тикшерелгән.
  5. LIFE UNDER KIM JONG UN (билдәһеҙ). Дата обращения: 7 июнь 2022. Архивировано 1 февраль 2021 года.
  6. «The US Government contradicted earlier North Korean claims that it had agreed to remove the Stalinist dictatorship’s designation as a terrorist state and to lift economic sanctions, as part of talks aimed at disarming Pyongyang of its nuclear weapons». (билдәһеҙ). Дата обращения: 7 июнь 2022. Архивировано 22 ноябрь 2019 года.
  7. News (15 март 2016). 7 июнь 2022 тикшерелгән.
  8. «Kim Jong-il's regime needs economic concessions to avoid collapse, and just as crucially needs an end to the strategic siege imposed by the U.S. since the end of the Korean war (1950–53). Pyongyang's nuclear brinkmanship, though potentially dangerous, is driven by fear rather than by militaristic ambition. The rotten Stalinist dictatorship faces the prospect of an implosion. Since the collapse of the Soviet Union, which deprived North Korea of vital economic support, the nation has consistently attempted to secure from the US a non-aggression pact, recognition of its sovereignty, and economic assistance. The US's equally consistent refusal to enter into direct negotiations with North Korea, effectively ruling out a peace treaty to formally close the 1950–53 Korean War, has encouraged the regime to resort to nuclear blackmail.» (билдәһеҙ). Дата обращения: 7 июнь 2022. Архивировано из оригинала 3 декабрь 2007 года.
  9. Brooke, James. North Korea Says It Is Using Plutonium to Make A-Bombs (2 октябрь 2003). 7 июнь 2022 тикшерелгән.
  10. "EVERY developing country worth its salt has a bustling middle class that is transforming the country and thrilling the markets. So does Stalinist North Korea". (билдәһеҙ). Дата обращения: 7 июнь 2022. Архивировано 2 август 2008 года.
  11. Маньчжуро-Корейские горы в «Большой советской энциклопедии»
  12. В.В. Ахметов,Е.Л.Фролова. Учебно-методический комплекс по дисциплине "География стран Дальнего Востока: Китай, Япония, Корея". — Новосибирск.: Новосибирский ГосударственныйУниверситет, 2011. — С. 108, 200. Архивировано 24 июнь 2016 года. Архивированная копия. Дата обращения: 26 май 2016. Архивировано из оригинала 24 июнь 2016 года.
  13. World Gazetteer: Korea (North) — largest cities (per geographical entity). Дата обращения: 28 ғинуар 2010. Архивировано из оригинала 22 май 2011 года.
  14. Война Северной Кореи и Китая против Южной Кореи и США. Дата обращения: 1 июль 2009. Архивировано 24 ғинуар 2010 года.
  15. Грязнов Г. В. Заключение // Строительство материально-технической базы социализма в КНДР. — М.: Наука, 1979. — С. 225. — 240 с.
  16. Иргебаев А. Т., Тимонин А. А. Народное хозяйство // Корейская Народно-Демократическая Республика: Справочник : [арх. 22 ғинуар 2021]. — М. : Политиздат, 1988. — 109 с. — ББК 65.9 (5КоД). — ISBN 5-250-00168-8.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә


🔥 Top keywords: Баш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:ТасуирламаВикипедияИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:БелешмәМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:БерләшмәРумындарЭҙләүҙе оптималлаштырыуYouTubeПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыСатурн (планета)Асыҡ контентВикипедия:Һайланған мәҡәләләрМахсус:ЭҙләүВикипедия:ҠоролтайБашҡорт телеВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:КатегорияВикипедия:BarҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЭлектротехникаВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрGoogleБашҡорттарГейтс-оф-те-АрктикАсаева Гөлназ Рөстәм ҡыҙыПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләВикипедия:БашҡортнамәРәсәй ФедерацияһыМэттью ПерриАмерика Ҡушма ШтаттарыТарихИр енес ағзаһыГермания