«ТикТок» (ингл. TikTok) — ҡыҫҡа видеолар булдырыу һәм ҡарау өсөн сервис, эйәһе- Пекиндағы «ByteDance» компанияһы . 2018 йәйендә сығарылған халыҡ-ара версияһы- әлеге ваҡытта Ҡытайҙа ҡыҫҡа видеолар өсөн иң алдынғы видеоплатформа[7], ул башҡа илдәрҙә киң таралған һәм йылдам үҫеүсе ҡушымта[8][9].

ТикТок
Нигеҙләү датаһысентябрь 2016
Логотип
ИсемTikTok
Дәүләт Ҡытай
Нигеҙендә эшләнгәнDouyin[d]
Алыштырғанmusical.ly[d]
Әҫәрҙең телебер нисә тел[d][1] һәм инглизсә
Нәшер ителеү ваҡытысентябрь 2016
Оценка критиков1.6/5 (Bad)[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
ХеҙмәтләндереүсеBeijing Microbroadcast Vision Technology[d]
Побочный эффектантивакцинаторство[d] һәм Китайская цензура вне Китая[d]
ЭшләүсеBeijing Microbroadcast Vision Technology[d]
Минимальный возраст13 йыл
Официальное приложениеTikTok[d]
Рәсми сайтtiktok.com
Ссылка на условия использованияtiktok.com/legal/terms-o…
URL политики конфиденциальностиtiktok.com/legal/privacy…
Һештегtiktok, tiktokindonesia, tiktokindia, tiktokmalaysia, tiktokbrasil һәм tiktokchina
Лицензияпроприетарная лицензия[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусызащищено авторским правом[d]
Ранг Alexa795[3], 779[3] һәм 184
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр2 123 411 һәм 644 000 ± 999[4]
Рейтинг посещаемости от Similarweb19[5]
WordLift URLdata.thenextweb.com/tnw/…[6]
Ссылка на карту сайтаtiktok.com/tos/node/site…
Login URLtiktok.com/login
Маска URL для поискаhttps://www.tiktok.com/tag/$1
 ТикТок Викимилектә

Ҡытайҙа ул «Доуинь» (ҡыт. ғәҙәти 抖音, ябайл. 抖音, пиньин: Dǒuyīn) тип атала. «TikTok» һәм «Доуинь»бер үк ҡушымта булып тора, ләкин улар Ҡытайҙағы цензура сикләүҙәренә ярашлы айырым серверҙарҙа эшләй. «TikTok»тың вәкиллектәре Лос-Анджелес, Нью-Йорк, Лондон, Париж, Берлин, Дубай, Мумбаи, Джакарта, Сеул һәм Токиола эшләй.

Был ҡушымта менән 150 илдә 1 миллиард кеше ҡуллана [10]. Ҡытайҙа уны 25-44 йәшлек ҡулланыусыларҙың 60 % , Ҡытайҙан ситтә 24 йәштән өлкәндәрҙең 43 % ҡуллана [11]. 2019 йыл һөҙөмтәһе буйынса Рәсәйҙә ҡулланыусылар айына уртаса 16,25 млрд видео ҡараған һәм 20,83 млн видео ҡуйған; 23 млн тапҡыр улар менән бүлешкән һәм 1,62 млрд видеоға лайк ҡуйған[12].

Тәнҡит үҙгәртергә

TikTok-та бик күп норматив булмаған лексикалы музыкаль тректарға роликтар ҡуйылған [13].

Был сервиста контент модерацияһы (видеоларҙы тикшереү) бик йомшаҡ [13]. Педофилдарҙың балалар менән бәйләнешкә инергә тырышыуы, камера алдында үҙ тәнеңә зыян итеү, тәүфиҡһыҙ видео осрап тора[13]. Ҡушымтала видео ҡуйыу кешене интернетта эҙәрлекләү, мыҫҡыл итеүгә килтереүе бар[13]. Шунлыҡтан, белгестәр ата-әсәләргә балаларҙың социаль селтәрҙәрҙә нимә ҡарағанын, унда нимә ҡуйғанын даими тикшереп ҡарап барырға кәрәк тип иҫәпләй.

Компания Ҡытай властары менән хеҙмәттәшлектә лә ғәйепләнә[14].

2020 йылдың беренсе яртыһында TikTok 711 берәмек контентты төрлө илдәр һорауы буйынса алып ташлаған, иң күп һорауҙар Рәсәйҙән (296 ситтәнтөшөрөлгән видео) һәм Һиндостан (225, июлдә илдә был социаль селтәр эше тыйылған). Компания бындай статистиканы ентекләп аңлатмай, ниндәй закондар боҙолоуы тураһында мәғлүмәт бирмәй.[14].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://support.tiktok.com/en/my-account-settings/change-language-default
  2. TikTok // Trustpilot — 2007.
  3. 3,0 3,1 https://www.alexa.com/siteinfo/tiktok.com
  4. Интерфейс программирования приложения YouTube
  5. https://www.similarweb.com/top-websites/
  6. https://thenextweb.com/vocabulary/tiktok/
  7. How Douyin became China's top short-video App in 500 days – WalktheChat, WalktheChat (25 февраль 2018).
  8. Tik Tok, a Global Music Video Platform and Social Network, Launches in Indonesia.
  9. Zheping Huang, Zheping Huang. The world’s most popular iPhone app isn’t Facebook or WhatsApp (ингл.). Quartz. Дата обращения: 12 ғинуар 2019.
  10. Julia Alexander. TikTok surges past 6M downloads in the US as celebrities join the app. The Verge (15 ноябрь 2018). Дата обращения: 14 декабрь 2018.
  11. Is Time Against TikTok? - GlobalWebIndex (ингл.). GlobalWebIndex Blog (27 август 2019). Дата обращения: 8 октябрь 2019.
  12. TikTok раскрыл данные по просмотрам видео в России.
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 Лайфхакер, 2019
  14. 14,0 14,1 «Российский закон ужасен, но мы обязаны его выполнять». Спор шотландского политика и топ‑менеджера TikTok о гомофобной цензуре в России (24 сентябрь 2020).

Һылтанмалар үҙгәртергә

🔥 Top keywords: Газпром Нефтехим СалауатБаш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:БелешмәАрыҫлан петроглифтарыВикипедияИкенсе донъя һуғышыПроект:Вики-яҙ 20246 октябрьМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаӨфө дәүләт авиация техник университетыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ҠоролтайЭҙләүҙе оптималлаштырыуФекерләшеү:Баш битВикипедия:БерләшмәКоординаталар системаһыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрДүрринев Ҡатын-әфәндеВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:ӨлөшөмВикипедия:BarВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Алфавитлы күрһәткесМусин Ноғман Сөләймән улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүАсыҡ контентЯруллин Фәрит Заһидулла улыКәләмПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыМахсус:Әңгәмә битемЙәһүдтәрМиллениум күпереБашҡорт телеРомантизмВикипедия:ЭҙләүҠошсоМолекула