Көнбайыш Африка

Көнбайыш Африка — Африка континентының бер киҫәге. Континенттың көньяҡтан һәм көнбайыштан Атлантик океан һыуҙары йыуа торған, төньяҡта Сахараның бер ҡәҙәреһен эсенә алған, көнсығышта Чад куленә тиклем йәйелгән өлөшөн Көнбайыш Африкаға индерәләр.

Көнбайыш Африка
Рәсем
Донъя ҡитғаһыАфрика
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡанАфрика
СиктәшТөньяҡ Африка, Үҙәк Африка һәм Атлантик океан
Ҡайҙа өйрәнеләWest African studies[d]
Урынлашыу картаһы
Карта
 Көнбайыш Африка Викимилектә

Көнсығышта тәбиғи сик булып Камерун тауҙары тора.

Көнбайыш Африкалағы илдәре халҡының күпселек өлөшө ауылдарҙа йәшәй һәм игенселек, малсылыҡ, урман кәсебе менән шөғөлләнә. Халыҡ Атлантик океан яр буйҙарында йылға һәм үҙәндәрендә тығыҙ ултырған. Халҡы ифрат күп төрлө, нигеҙҙә был — негроид расаға ҡараған халыҡтар. Халыҡтың тел составы сыбар. Халыҡтарҙың тышҡы ҡиәфәте лә төрлө. Ҡайһы берҙәре ҡара тәнле һәм бөҙрә сәсле, икенселәре аҡ тәнле. Буйҙары менән дә ныҡ айырылалар.

Көнбайыш Африкалағы илдәр донъялағы күп кенә дәүләттәр менән йәнле сауҙа алып бара. Төп диңгеҙ порттары — Лагос, Луанда, Дакар.


Көнбайыш Африкаға ингән дәүләттәр үҙгәртергә

ДәүләтТөркөмләү ысулыБаш ҡалаһы
БМО версияһы буйынса[1]ЦРУ версияһы буйынса[2]СГНЗС версияһы буйынсаОКСМ версияһы буйынса[3]
 БенинПорто-Ново
 Буркина-ФасоУагадугу
 ГамбияБанжул
 ГанаАккра
 ГвинеяКонакри
 Гвинея-БисауБисау
 Кабо-ВердеАтлантик океандағы
утрау дәүләте
Прая
 КамерунҮҙәк АфрикаҮҙәк АфрикаҮҙәк АфрикаЯунде
 Кот-д’ИвуарЯмусукро
 ЛиберияМонровия
 МавританияТөньяҡ-Көнбайыш АфрикаНуакшот
 МалиБамако
 НигерНиамей
 НигерияАбуджа
 Изге Елена, Олғашыу һәм Тристан-да-Кунья утрауҙары(инглиз. Islands in the
South Atlantic Ocean
)
Атлантик океандағы
утрау территорияһы
Джеймстаун
 СенегалДакар
 Сьерра-ЛеонеФритаун
 ТогоЛоме

Инфраструктураһы үҙгәртергә

Юл инфраструктураһы насар үҫешкән, тимер юлдар эске төбәктәрҙән яр буйына тиклем генә бар һәм колониаль иҡтисади сәйәсәт мираҫы булып тора. Мөһим порттары — Дакар, Конакри, Абижан, Аккра, Ломе һәм Лагос.

Иҡтисады үҙгәртергә

Сахель дәүләттәренең донъяның иң ярлы илдәренә ҡарай, нефть запастары бай булыуға ҡарамаҫтан Нигерия шулай уҡ үҫешендә ныҡ артта ҡала. Яр буйында ауыл хужалығында экспортҡа тәғәйенләнгән монокультуралар үҫтерелә. Көнбайыш африкалыларҙың күпселеге үҙ-үҙен тәьмин итеү менән шөғөлләнә.

Мәҙәниәте үҙгәртергә

Көнбайыш Африка африка телдәренең яртыһынан күберәгенең тыуған ере. Уларҙың күбеһе конго-кордофан һәм афро-азиат тел төркөмөнә инә. Саванналарҙа һәм тропик урмандарҙа йәшәгән халыҡтарҙың традицион мәҙәниәте өсөн телдән тапшырылған фольклор һәм белем биреү, шулай уҡ тантаналы сараларҙа битлектәр һәм бейеүҙәр ҡулланыу ҙур әһәмиәткә эйә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. United Nations Statistics Division. Дата обращения: 2 ғинуар 2016. Архивировано 17 апрель 2010 года.
  2. The World Factbook. Location. Дата обращения: 2 ғинуар 2016. Архивировано из оригинала 24 май 2011 года. 2011 йыл 24 май архивланған.
  3. Общероссийский классификатор стран мира (ОКСМ). Приложение Д. Дата обращения: 2 ғинуар 2016. Архивировано 4 март 2016 года.


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыВикипедияҠалып:Этот участникИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:ҠоролтайВикипедия:ТасуирламаАрыҫлан петроглифтарыФекерләшеү:Баш битБулат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурсМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрЗекерТәкбирЭстонияла исламФекерләшеү:Эстонияла исламВикипедия:БерләшмәӨхүдВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыу12 апрельБашҡорт телеВикипедия:Рәхим итегеҙҠалып:ICD9Мәскәү планетарийыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрЕнси актВикипедия:КатегорияШиҡылдаҡХимик элементтар исемлегеБашҡорт алфавитыМахсус:ЭҙләүВикипедия:BarВикипедия:Күп мәғәнәлелек