Иматра[11] (фин. Imatra) — Финляндияның Көньяҡ-Карелия өлкәһендәге ҡала (элек ҡала Көньяҡ Финляндия губернаһы составына ингән, 2010 йылда был административ берәмек бөтөрөлә).

Иматра
Герб
Нигеҙләү датаһы1948
Рәсем
Рәсми атамаһыImatran kaupunki
Рәсми телФин теле[1][2]
Дәүләт Финляндия
Административ-территориаль берәмекЮжная Карелия[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая областьImatra sub-region[d][3]
Ассоциацияләшкән сайлау округыЮго-восточная Финляндия[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанВуокса[d]
Хөкүмәт башлығыТауно Мойланен[d]
Закондар сығарыу органыImatra City Council[d]
Халыҡ һаны24 919 кеше (31 декабрь 2023)[4]
Туғандаш ҡалаЗальцгиттер[5], Зволен[d][6], Сигетвар[d][5], Лудвика[d][5], Нежин[5], Нарва-Йыэсуу[d][5][7], Цзясин[d][5] һәм Бэйхай[d][5]
МилкеImatra ice hall[d] һәм Ukonniemi stadium[d]
СиктәшЛаппеэнранта[8] һәм Руоколахти[d][8]
Майҙан154,99 км² (1 ғинуар 2023)[9]
Рәсми сайтimatra.fi
Урынлашыу картаһы
Классификация климата Кёппенавлажный континентальный климат с тёплым летом (Dfb)[d]
Citizen's initiatives URLkuntalaisaloite.fi/fi/ha…[10]
kuntalaisaloite.fi/sv/so…[10]
Карта
 Иматра Викимилектә

Халҡы 29,3 мең кеше тәшкил итә (2007). Ҡалаға 1948 йылда нигеҙ һалына, ҡала статусын 1971 йылда ала.

Ҡала Вуокса йылғаһы ярында урынлашҡан, ул Карел муйынының төньяҡ өлөшөндә, Рәсәй сигендә, Санкт-Петербургтан 210 км алыҫлыҡта тора. Рәсәйҙең иң яҡын ҡалаһы — Светогорск (7 км).

Төп эш биреүселәре — Enso Stora (целлюлоза-ҡағыҙ етештереү предприятиеһы), ҡала муниципалитеты, Ovako Bar Oy (металлургия сәнәғәте), сик хеҙмәте.

Сик буйы пропуск пункты

үҙгәртергә

Илдән сығыу өсөн таможня декларацияһын тултырыу пунктының коды (of exit Office) — FI556100.

Рәсәй (СССР) менән Финляндия сиге 1947 йылдан алып Иматранан 6 км көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Рәсәй сигенән кәмендә 1 км алыҫлыҡта Светогорск ҡалаһы урынлашҡан. 1960 йылдарҙа Светогроск менән Иматра араһында тимер юл сик үткәүеле булған, ул йөк экспорты һәм импорты өсөн ҡулланылған, ә 1970 йылдарҙа ике ил араһында автомобиль үткәүеле барлыҡҡа килтерелә, ул башлыса совет урманын һәм юғары класлы белгестәрен Светогорск целлюлоза-ҡағыҙ комбинатына ташыу өсөн ҡулланыла. Был белгестәр араһында төрлө илдәрҙең граждандары, шул иҫәптән, АҠШ-тан да була. Улар фин Иматраһында йәшәгән һәм һәр көн һайын Светогорскиға эшкә йөрөгән.

1990-сы йылдарҙа сик үткәүелен тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителә (халыҡ-ара автомобиль пропуск пункты), һәм бында бар кешеләргә лә сикте үтергә рөхсәт ителә. Мәсьәлә оҙаҡ хәл ителә, 2002 йылда эшләй башлай. 2006 йылдан алып пункт тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бөтә ил граждандарына сикте сығырға рөхсәт ителә, шулай уҡ Ленинград өлкәһендәге кеүек велосипедта ла сикте сығырға мөмкин. БЫл хәл ике ил туристарының файҙаһына ғына була. Иматра үҙәгенән Светогорск үҙәгенә тиклем барлығы 5 км алыҫлыҡ ята. Йәйәү үтеү тыйылған.

Транспорт

үҙгәртергә

2012 йылдың 11 ноябрендә Иматра һәм Санкт-Петербург (Йоутсено, Лаппеэнранта һәм Выборг аша) автобус бәйләнеше көн һайын башҡарыла. Пассажир ташыусы лицензияһын Tilausliikenne E. Rantanen[12] компанияһы ала. Рейс автобустарынан тыш көн һайын шәхси компанияларҙың микроавтобустары ла кеше ташый.

Әлегә тимер юл үткәүеле аша пассажирҙар поездарының хәрәкәте юҡ, әммә киләсәктә Выборг — Иматра халыҡ-ара бәйләнешен ойоштороу мөмкинлеге бар[13].

Спорт һәм мәҙәниәт

үҙгәртергә
Ветерандар йорт-музейы

Иматра мәҙәни үҙәге — төрлө мәҙәни саралар, байрамдар, күргәҙмәләр үткәреү урыны.

Музейҙар: Художество музейы, Ҡала мәҙәни-тарихи музей, Музей-сәнәғәт эшселәре торлағы, Карел йорто, Ветерандар йорт-музейы.

Китапханалар: Төп китапхана, китапхана «Патсан кирьясто» китапханаһы, «Вуоксеннискан кирьясто» китапханаһы.

Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн ябыҡ биналар: спорт комплексы (бассейн, кегельбан), боҙ һарайы.

Асыҡ һауала физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар: спорт майҙансығы (атлетика, туп уйындары, теннис). Һауала физкультура һауыҡтырыу (һауыҡтырыу юлдары, саңғы юлдары, пляж).

2014 йылдың апрелендә шайба менән хоккей буйынса юниорҙар араһында сираттағы донъя чемпионаты үткәрелә.

Туризм һәм иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә
Вуокса йылғаһындағы Иматранкоски плотинаһы

Туристар өсөн иң ҡыҙыҡ объекттарҙың береһе булып «Иматран Кюльпюля» спа-ҡунаҡханаһы тора[14], ул йыл әйләнәһенә эшләй. Йәй көнө туристар Иматранкоски быуаһын ҡарай[15].

Сағыштырмаса бәләкәй генә ҡалала бик күп ҡунаҡханалар бар, шуларҙың иң билдәлеһе — «Иматран Валтионхотелль», ул хәҙер «Рантасипи» селтәренә ҡарай[16]. Саймен күле ярында «Иматран Кюльпюля» ҡунаҡханаһы урынлашҡан[17]. Вуокса һул ярында «Вуоксенхови» ҡунаҡханаһы тора[18]. Шуларҙың сағыштырмаса арзандары «Анна Керн»[19] һәм «Иматра» ҡунаҡханалары. Бынан тыш, Иматранан алыҫ түгел, әммә Лаппеенрантаның юридик сигендә, арзан булған ике ҡунаҡхана Karjalan Portti[20] һәм «Kulkuripoika» бар.

Иматра, Вуокса, яҙғы балыҡ тотоу

Туғанлашҡан ҡалалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
  2. Kuntien ja kielisuhdeluokituksen 2024 välinen luokitusavain, Klassificeringsnyckeln mellan kommuner och språklig indelning år 2024, The correspondence table between municipalities and language distribution in 2024Статистический центр, 2024.
  3. Kuntien ja seutukuntien vuoden 2024 välinen luokitusavainСтатистический центр.
  4. Population growth biggest in nearly 70 yearsСтатистический центр.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 https://www.imatra.fi/tietoa-imatrasta/kansainv%C3%A4liset-yhteydet
  6. http://samosprava.zvolen.sk/partnerske-mesta.phtml?id3=37251
  7. http://narva-joesuu.ee/sopruslinnad
  8. 8,0 8,1 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
  9. Suomen pinta-ala kunnitain 1.1.2023 (фин.)MML.
  10. 10,0 10,1 (unspecified title)
  11. Ударение на первом слоге — согласно изданию: Словарь географических названий зарубежных стран. — 3-е изд. перераб. и доп.. — М.: Недра, 1986. — С. 133. — 459 с. — 70 000 экз. — УДК 528.935:003.035(038)
  12. Между Иматрой и Санкт-Петербургом запустят ежедневный рейсовый автобус // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 6 ноябрь 2012. (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2012)
  13. Выборгский Ведомости: Был тикшереү — Выборг Араһында көҙөндә поезд ебәрелә һәм пробный иматра
  14. Кюльпюль рәсми сайтында Иматран, отель СПА, SPA Kylpyla Imatran, туристар баһалама
  15. Express Imatra | express Imatra 2011 йыл 12 июль архивланған.
  16. Главная страница — Spa Hotel Rantasipi Imatran Valtionhotelli 2011 йыл 22 август архивланған.
  17. Hotels | GoSaimaa.com
  18. Hotel Etusivu Vuoksenhovi
  19. Kern Hotel Анда, Imatra
  20. Karjalan Portti 2011 йыл 7 сентябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:ТасуирламаИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыҠаджи-СайВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуҠорбан байрамыВикипедия:Рәхим итегеҙАсыҡ контентМахсус:ЭҙләүВикипедия:БерләшмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрХызыр (персонаж)Батшалыҡ (биология)Википедия:ҠоролтайФлагстафф (Аризона)Ғаилә (мәғәнәләр)Википедия:Алфавитлы күрһәткесВикимилекИр енес ағзаһыГамеланВикипедия:Һайланған мәҡәләләрӘбү-ДәбиБашҡорт телеСайтҠалып:Ҡорбан байрамы менән!Америка Ҡушма ШтаттарыВикипедия:BarҒинуарҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүСалауат ЮлаевПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғаларыАҡ Барс (хоккей клубы)Эякуляция