Антонов Алексей Иннокентьевич

Антонов Алексей Иннокентьевич (15 (27) сентябрь 1896 йыл — 18 июнь 1962 йыл, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе, армия генералы, Баш командование ставкаһы ағзаһы, 1945—1946 йылдарҙа Генераль штаб начальнигы, Варшава Килешеүе Ойошмаһы илдәренең Берләшкән Ҡораллы Көстәре штабының беренсе начальнигы. Һәләтле штаб офицеры булараҡ дан ала. 1942 йылдың декабренән совет ғәскәрҙәренең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы барлыҡ тиерлек мөһим операцияларын эшләүҙә ҡатнаша[4]. Союздаштарҙың Ялта һәм Потсдам конференцияларында ҡатнаша.

Антонов Алексей Иннокентьевич
рус. Алексей Иннокентьевич Антонов
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Хеҙмәт итеүеСССР
Тыуған көнө15 (27) сентябрь 1896[1]
Тыуған урыныГродно[d], Литовское генерал-губернаторство[d], Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө18 июнь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[3] (65 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, СССР[2]
Ерләнгән урыныКремль диуарындағы некрополь[d]
Һөнәр төрөофицер, сәйәсмән
Эш урыныОбщевойсковая академия Вооружённых сил Российской Федерации[d]
Биләгән вазифаһыСССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йортоМ. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
ҠатнашыусыКПСС-тың XIX съезы[d] һәм КПСС-тың ХХ съезы[d]
Хәрби званиегенерал армии[d] һәм прапорщик
Командалыҡ иткәнГлавное оперативное управление Генерального штаба Вооружённых сил Российской Федерации[d]
Һуғыш/алышБеренсе донъя һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрөЭшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Еңеү» ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы орден Суворова I степени орден Кутузова I степени «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы орден Святой Анны 4-й степени командор ордена Почётного легиона "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы орден Партизанской звезды орден «За заслуги перед народом» Военный крест Ҡыҙыл Байраҡ ордены Большой крест ордена Virtuti Militari
 Антонов Алексей Иннокентьевич Викимилектә

«Еңеү» ордены менән бүләкләнгән һәм орден кавалеры булып та Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәгән генерал дәрәжәһендәге берҙән-бер совет хәрби етәксеһе.

Өс тапҡыр — Ленин ордены, дүрт тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры

Биографияһы

үҙгәртергә

1896 йылдың 27 (15) сентябрендә Гродно ҡалаһында (Белоруссия) капитан, офицер-артиллерист Иннокентий Алексеевич Антонов (1859—1908) һәм хужабикә Тереза Ксавериевна Антонова (1862—1915) ғаиләһендә тыуа. Милләте буйынса — керәшен татары[5].Антоновтың олатаһы — Алексей — шулай уҡ офицер, Мәскәүҙең Александр хәрби училищеһын тамамлаған. Тереза Ксаверьевна — полька, 1863—1864 йылдарҙағы Польша ихтилалында ҡатнашҡаны өсөн Себергә һөргөнгә ебәрелгән кешенең ҡыҙы. Иннокентий Антонов Генераль штаб академияһына имтихандарҙы уңышлы тапшыра, әммә ҡатыны католик булыу сәбәпле, уҡыуға ҡабул ителмәй, уға ҡатынының православие динены күсеүен шарт итеп ҡуялар[6]. Был тәҡдимдән баш тартҡас, Антоновты Гродно ҡалаһында урынлашҡан 26-сы артиллерия бригадаһына ебәрәләр, шунда улы Алексей тыуа. Алексей ғаиләлә икенсе бала була, апаһы — Людмила. Бала сағында Алексей рус телен дә, поляк телен дә белә[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. АНТОНОВ // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #1056074671 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  4. Генерал армии Алексей Антонов
  5. Генерал армии Алексей Иннокентьевич Антонов.
  6. Автобиография комбрига Антонова Алексея Иннокентьевича (4.8.39 г.). — 3 с., с. 1. // Фонды ГГИАМ.
  7. Гаглов И. И. Генерал Антонов. — М.: Воениздат, 1978. — 132 с. — (Советские полководцы и военчальники). — 50 000 экз.

Әҙәбиәт

үҙгәртергә

Рус телендә

үҙгәртергә
  • Гаглов И. И. Генерал армии А. И. Антонов. — 2-е изд., доп. — М.: Воениздат, 1987. — 159 с.
  • Горбачёв А. Н. 10 000 генералов страны (1940—2017): краткий биобиблиографический справочник. — М.: Infogans, 2017. — 378 с.
  • Лубченков Ю. Н. 100 великих полководцев Второй мировой. — М., 2005. — 480 с. — (100 великих). — ISBN 5-9533-0573-7.
  • Московская энциклопедия: в 2-х т. / И. Л. Беленький и др. — М.: Москвоведение, 2007. — Т. 1, кн. 1: Лица Москвы. — 639 с. — ISBN 978-5-903633-01-2.
  • Самойлов Ф., Локшин В. С. Аллея героев: Очерки. — Л.: Лениздат, 1974. — 262 с.
  • Штеменко С. М. Генерал армии А. Антонов // Полководцы и военачальники Великой Отечественной / сост. и науч. ред. Ҡалып:К.и.н. А. Н. Киселёв. — М.: Молодая гвардия, 1971. — С. 7–38. — 448 с. — (Жизнь замечательных людей).
  • Золотарёв В. А. Именно тот, кто нужен Генеральному штабу // Военно-исторический журнал. — 1996. — № 5. — С. 32—41. — ISSN 0321-0626.

Сит телдә

үҙгәртергә
  • Harold Shukman. Stalin’s Generals. — New York: Grove Press, 1993.
  • Bonn, Keith E. Slaughterhouse: Handbook of the Eastern Front. — Aberjona Press, 2005.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: