Суворов ордены

Суворов ордены (урыҫса Орден Суворова) — Советтар Союзының Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында (1942 йылдың 29 июлендә) булдырылған ордены. Уның менән айырым хәрби алыштарҙы бик яҡшы ойошторғандары һәм алып барғандары өсөн батальон командирынан алып унан юғарыраҡ хәрби етәкселәр бүләкләнгән. Ордендың өс дәрәжәһе бар:

  • I дәрәжә — фронт һәм армия командующийҙары, уларҙың урынбаҫары, штаб башлыҡтары, оператив идаралыҡтарҙың һәм бүлексәләрҙең башлыҡтары, ғәскәр төрҙәренең башлыҡтары (тупсылар, һауа көстәре һәм башҡалар) бүләкләнгән;
  • II дәрәжә — корпус, дивизия и бригада командирҙары, уларҙың урынбаҫарҙары, корпус, дивизия һәм бригада штабтары башлыҡтары бүләкләнгән;
  • III дәрәжә — полк, батальон командирҙары һәм полк штабы башлыҡтары бүләкләнгән.
Суворов ордены
Нигеҙләү датаһы29 июль 1942
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталғанАлександр Васильевич Суворов[d]
Дәүләт СССР
Юғарыраҡ дәрәжәҠыҙыл Байраҡ ордены һәм Богдан Хмельницкий ордены (СССР)
Түбәнерәк дәрәжәУшаков ордены һәм Кутузов ордены
Барлыҡҡа килеү урыныМәскәү
Изображение орденской планки
Бүләкләү сәбәбеLideratge militar molt destacat
Лауреаттар категорияһыКатегория:Суворов ордены кавалерҙары
 Суворов ордены Викимилектә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә