Алмере (нидер. Almere) — Нидерландтың үҙәк өлөшөндә Флеволанд провинцияһында община һәм ҡала. Лелистад һәм Зеволде общиналары менән сиктәш. Алмере общинаһы Алмере Стад, Алмере Хавен, Алмере Бёйтен, Алмере Хаут, Алмере Порт (төҙөлә) һәм Алмере Пампус (проектлау стадияһында) райондарынан тора.

Алмере
нидерл. Almere
Флаг[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы1976
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталғанАлмере[d]
ЭтнохоронимAlmeerder
Дәүләт Нидерланд
Административ үҙәгеQ111692010?[1]
Административ-территориаль берәмекФлеволанд[d][2]
Сәғәт бүлкәтеUTC+1:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанМаркермер[d], Эймер[d] һәм Gooimeer[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡанSouthern Flevoland[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһыmayor of Almere[d]
Хөкүмәт башлығыFranc Weerwind[d]
Башҡарма властьcollege van burgemeester en wethouders of Almere[d]
Халыҡ һаны214 715 кеше (1 ғинуар 2021)[3]
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә алаАлмере[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек−3 метр
Туғандаш ҡалаКумаси[d], Ольборг, Ческе-Будеёвице, Милтон-Кинс, Векшё[d], Дмитров[d], Ланкастер, Рендсбург, Ольборг (коммуна), Тайнань[d] һәм Хаапсалу
СиктәшБларикюм[d], Эдам-Волендам[d], Хёйзен[d], Ватерланд[d], Зеволде[d], Лелистад[d], Гойсе-Мерен[d], Хорн[d], Амстердам[d] һәм Мёйден[d]
Майҙан248,77 км²[5]
Почта индексы1300–1379
Электрон почта[email protected][6][5]
Рәсми сайтalmere.nl[5]
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлегеlist of national monuments in Almere[d] һәм list of war memorials in Almere[d]
Число домохозяйств81 745[7]
WordLift URLdata.wordlift.io/wl01254…[8]
Ссылка на страницу обратной связиalmere.nl/contact
Урындағы телефон коды036
Карта
 Алмере Викимилектә

Алмере Нидерландта иң йәш ҡалаларҙың береһе. Уның беренсе йорто 1976 йылда төҙөлөп бөткән. Алмере 1984 йылда ғына айырым община була. Ул Флеволанд провинцияһында 183 270 ( 2008 йылдың 1 ғинуарына) халҡы менән иң ҙур община булып тора[9].

Географияһы

үҙгәртергә

Алмере Флеволанд провинцияһының көньяғында урынлашҡан. Ул провинцияла иң көнбайыш община. Алмере көнбайышта һәм төньяҡта Маркермер күле, төньяҡ-көнсығышта Лелистад общинаһы, көнсығышта Зеволде общинаһы менән, шулай уҡ көньяҡта Гоймер күле менән сиктәш. Алмере алты райондан тора, шуларҙың өсәүһе реконструкциялана.

Флеволанд һәм Нидерланд провинцияһының картаһында Алмереның урынлашыуы
Алмере картаһы
РайонБарлыҡҡа килеү йылыХәле
Алмере Хавен1976
Алмере

Стад

1980
Алмере Бейтен1984
Алмере Хаут1991
Алмере Поорт2000
Алмере Пампус

XII—XX быуаттарҙа буласаҡ Алмере общинаһы биләмәһендә Төньяҡ диңгеҙҙең Зёйдерзее ҡултығының көньяҡ өлөшө ятҡан, ул 5000 км² Нидерланд биләмәһе эсенә инеп торған. Һуңынан был биләмәләрҙә - сөсө һыулы Эйсселмер күле булған[10]. 1975 йылда «Зёйдерзее» проекты сиктәрендә бер өлөшө киптерелгән һәм буласаҡ Алмере общинаһының үҫеше башланған. Уның беренсе йорто 1976 йылда тамамланған 1984 йылда Алмере айырым община була. Общинаны бургомистр етәкләй.

Ҡала 1970 йылда проектлана, шуға күрә тәүге йорттар функционализм рухында һәм социаль айырманы бөтөрөүҙе иҫәпкә алып төҙөлгән. Ҡалала «Алмере Сити» (элекке «Омниворлд») футбол клубы бар.

Административ-территориаль бүленеше

үҙгәртергә
Алмере станцияһы.

Община 6 районға бүленгән, дөйөм алғанда Алмерела 183 270 кеше йәшәй (2008 йылдың 1 ғинуарына).

РайонХалҡы (2007)
Алмере Хавен507 22
Алмере Стад261 105
Алмере Бёйтен751 51
Алмере Хаут1345
Алмере Порт134
Алмере Пампус
Демографияһы

Демографияһы

үҙгәртергә
 Алмере ХавенАлмере СтадАлмере БёйтенАлмере ХаутАлмере ПортДөйөм алғанда
1970     52
1975     47
19806596    6632
1985410 21240 171559  40 297
1990355 22024 37499 11  71 087
1995376 22816 58740 22564 496 104
2000237 22934 83290 35336 1 797 142
2005590 22560 103358 471366175 008
2009[11]382 22115 10754 2281 097370827 185

Урындағы үҙидара органдары

үҙгәртергә
«Almere Schouwburg» театры

Алмере муниципаль берәмек булып тора. Ҡала үҙидараһының вәкәләтле органы булып муниципаль совет тора. Советтың 39 ағзаһы дүрт йылға бер һайлана. Һайлауҙарҙа бөтә өлкән халыҡ ҡатнаша ала (теләһә ҡайһы гражданлыҡ менән), тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн Алемерела 5 йыл йәшәү цензы ҡуйылған. Урындағы үҙидараның башҡарма органы булып башҡарма совет тора, ул бургомистр һәм Администраторҙар советы тарафынан ойошторола. Һуңғыһы муниципаль советҡа һайлауҙарҙа еңеү яулаған партиялар коалицияһы тарафынан формалаша. Алмереның Администраторҙар советында — 4 кеше[12].

Транспорты

үҙгәртергә
Төҙөлөп ятҡан «Порт Алмере» станцияһы күренеше

Алмере ҙур автотранспорт һәм тимер юл үҙәге. Ҡала аша A6 һәм A27 автострадалары үтә. 1987 йылда Алмере тимер юлдарҙың милли селтәренә тоташтырылған (nl:Nederlandse Spoorwegen), 1988 йылда тулыһынса Флеволейн тимер юл тармағын төҙөү тамамлаған (nl:Flevolijn), ул Лелистад һәм Алмерены Весп станцияһы (nl:Weesp Station) менән тоташтыра.

Алмере муниципалитетында — биш тимер юл станцияһы:

  • Almere Muziekwijk (1987 йылда асылған)
  • Алмере Сентрум (1987 йылда асылған)
  • Almere Parkwijk (1996 йылда асылған)
  • Алмере Бейтен (1987 йылда асылған)
  • Almere Oostvaarders (2004 йылда асылды).

Алтынсы станция — Алмере Портты өс йылдан асыу планлаштырыла.

Бынан тыш, Алмеренан Хилверсюм, Зеволде, Хардервейк ҡалаларына, Амстердам аэропорты Схипхол һәм Амстердамдың Амстел тимер юлы станцияһына ҡала-ара автобус юлдары йөрөй.

Ҡала транспорты

үҙгәртергә
Алмере транспорты.

Алмереның транспорт инфраструктураһы уның велосипедсылар (айырым велосипед юлдарын индереп), автомобиль йөрөтөүселәр һәм автобус (автобус хәрәкәте өсөн айырым һыҙыҡтар) пассажирҙары өсөн инфраструктураға бүленеүе менән иғтибарға лайыҡ.

10. Алмерела ҡала райондарын хеҙмәтләндереүсе 10 автобус линияһы бар:

  • 1 Алмере Бёйтен Stripheldenbuurt - Almere Haven de Marken
  • 2 CS Almere - Gooisekant
  • 3 Almere de Vaart - Almere Haven Centrum
  • 4 CS Almere - Almere Poort Columbuskwartier
  • 5 Almere Oostvaarders - Almere Busstation 't Oor
  • 6 CS Almere - Almere Parkwijk
  • 7 Almere Noorderplassen - Almere Sallandsekant
  • 8 CS Almere - Kemphaan
  • 9 Алмере Бёйтен - Алмере de Vaart
  • 10 Алмере Бёйтен- Алмере Стад Gooisekant

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә
Алмерела төҙөлөп ятҡан замок

Алмере түбәндәге ҡалалар өсөн туғандаш:

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә
Алмерела типик йорт

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битМорис БежарРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуМагмалы тау тоҡомдарыВикипедия:БелешмәМэттью ПерриМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:БерләшмәАрыҫлан петроглифтарыМахсус:ЭҙләүҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Рәхим итегеҙЭякуляцияПроект:МириадаВикипедия:КатегорияЕнси актВикипедия:Алфавитлы күрһәткес23 июньВикипедия:ҠоролтайҠатнашыусы менән һөйләшеү:I Choose FreedomВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрИр енес ағзаһыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрАсыҡ контент14 октябрьПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЛитва телеСалауат Юлаев16 декабрьВикипедия:БашҡортнамәСребреницалағы геноцидБашҡорт халыҡ йырҙарыБирсәткәБөркөт