Әрмәнстан-әсә (монумент)

Әрмәнстан-әсә[2] (әрм. Մայր Հայաստան) — Советтар Союзының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүе хөрмәтенә Ереванда ҡуйылған монумент. Бейеклеге — 54 м[3], шул иҫәптән статуяның бейеклеге — 22 м. Ахтанак (Еңеү) паркында ҡуйылған, ҡала үҙгенән бейегерәк булып күренеп тора.Пьедестал (1950, архитекторы — Рафаел Исраелян) граниттан эшләнгән, милли орнамент мотивтары ҡулланылған — таш һырланған. Башта уға Сталин (скульпторы — Сергей Меркуров) урынлаштырылып, 1962 йылда һүтеп алына. «Әрмәнстан-әсә» (1967, скульпторы — Ара Арутюнян) статуяһы еҙҙән сүкеп яһала һәм Тыуған илдең ҡеүәтен, бөйөкләгән символлаштыра. Ҡылысты ҡынына һалған әсә образын кәүҙәләндерә. Уның аяҡ аҫтында ҡалҡан ята. Скульптура ҡул формаларының стилләштерелеүе, ҡәтғи кейем менән ҡылыҡһырлана.

Әрмәнстан-әсә
әрм. Մայր Հայաստան
Нигеҙләү датаһы1967
Рәсем
Дәүләт Әрмәнстан[1]
Административ-территориаль берәмекЕреван һәм Канакер-Зейтун[d]
УрынЕңеү паркы (Ереван)
Барлыҡҡа килгән, эшләнгәнБаҡыр
АрхитекторРафаел Исраелян[d]
Мираҫ статусыпамятник культурного наследия в Армении[d][1]
Бейеклеге/буйы22 метр
Карта
 Әрмәнстан-әсә Викимилектә

«Әрмәнстан-әсә» монументы маркаһы, Әрмәнстан, 2011 й.

Һөйкәл нигеҙендә Оборона министрлығының музейы урынлашҡан, унда Бөйөк Ватан һуғышы һәм Ҡарабах низағы ваҡытындағы экспонаттар ҡуйылған: шәхси әйберҙәр, ҡорал, документтар һәм геройҙың портреттары. Пьедесталдың тирә-яғына шул ваҡыттағы ҡорал өлгөләре урынлаштырылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Донъялағы иң бейек статуялар исемлеге
  • Ватан-әсә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Софья Георгиевна Капланова. «Ара Арутюнян», Москва, «Советский художник». 1968
🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМахсус:ЭҙләүИкенсе донъя һуғышыIS.E.R.EK (альбом)Википедия:ҠоролтайВикипедия:ТасуирламаВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:БелешмәМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыФекерләшеү:Баш битВикипедия:БерләшмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғаларыБусаров Георгий ВитальевичВикипедия:Рәхим итегеҙЭҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:BarВикипедия:Алфавитлы күрһәткесАрыҫлан петроглифтарыРәсәй ФедерацияһыБашҡорт алфавитыВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрМостай КәримСловенияВикипедия:Һайланған мәҡәләләрҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүПортал:Һайланған эстәлекВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрФайл:Лекции о Википедии 4. Устройство пространств Википедии.pdfАнтонимПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләВикипедия:ЮйылыуғаВикипедия:КатегорияПроект:МириадаМахсус:Әңгәмә битем