Бусаров Георгий Витальевич

Бусаров Георгий Витальевич (23 апрель 1994 йыл, Пенза, Рәсәй) — Рәсәй хоккейсыһы, үҙәк һөжүмсе. Пензанан «Дизель» хоккей клубының тәрбиәләнеүсеһе. Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Төмәндән «Рубин» хоккейсыһы. Йәштәр араһында донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы.

Георгий Бусаров
Позиция

һөжүмсе

Буйы

184 см

Ауырлығы

90 кг

Ҡулсыр

һул

Ҡушаматы

Буса[1]

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

23 апрель 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (30 йәш)
Пенза, Рәсәй

Карьера
2011—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
2011—2013Рәсәй флагы Дизелист
2012—2016Рәсәй флагы Дизель
2016Белоруссия Гомель
2016—2017Рәсәй флагы Дизель
2017—2019Рәсәй флагы Торос
2017—2019Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2019—2020Рәсәй флагы Динамо Тв
2020—2022Рәсәй флагы Рубин
2022Рәсәй флагы Северсталь
2022—2023Рәсәй флагы Лада
2023—ә.в.Рәсәй флагы Рубин
Халыҡ-ара миҙалдары

Карьера

үҙгәртергә

Пензала тәүге йылдары

үҙгәртергә

Георгий Бусаров хоккей менән тыуған Пенза ҡалаһында һөжүмсе позицияһында шөғөлләнә башлай. 2011 йылда уны «Аҡ Барс» хоккей клубы 1994 йылғы үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенең финал уйындарына составына алып тора. Ҡазан командаһы миҙалдарға етмәй, ә Георгий 5 уйында бер мәрәй ҙә йыймай. Шул уҡ йылдың май айында КХЛ юниорҙар драфтында Георгий Бусаровты өсөнсө раундта дөйөм 64-се һан аҫтында Түбәнге Новгородтан «Торпедо» хоккей клубы һайлай. Әммә был клуб өсөн ул уйнамай.

Киләһе 2011/2012 йылдар миҙгеленән алып Георгий профессиональ карьераһын Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә сығыш яһаған Пенза ҡалаһынан «Дизелист» хоккей клубында башлай. Даими миҙгелдең 33 уйынында ул 28 (10+18) мәрәй йыя. Плей-оффта «Дизелист» ярымфиналға етә, шунда буласаҡ чемпионға еңелә һәм хатта бронза миҙалдарын да алмайҙар. 2012/2013 йылдар миҙгеле алдынан үткән турнирҙан ваҡытында Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған «Дизель» хоккей клубы өсөн алты уйында ике гол керетә. 11 сентябрҙә ул ЮХЛ-да тәүге уйынын үткәрә, ә бер аҙна үткәс лигала тәүге шайбаһын да керетә. Шул даими миҙгелдә ул бөтәһе 44 уйында 13 (8+5) мәрәй. Братина кубогы өсөн плей-оффта ул өс осрашыуҙа ике гол керетә. Был миҙгел барышында декабрҙә Георгий ЮХЛ-да айҙың иң яҡшы йәш уйынсыһы тип таныла. Шулай уҡ ул «Дизелист» өсөн биш уйын уҙғарып өлгөрә.

2013/2014 йылдар миҙгелендә Георгий Бусаров тик ЮХЛ-да ғына «Дизель» өсөн уйнай. Бөтәһе был йылда ул 44 осрашыуҙа дүрт мәрәй йыя, ә «Дизель» плей-оффта икенсе раундҡа етә. Алдағы миҙгелдә шул уҡ хәл була. Ә Георгий 59 осрашыуҙа 19 тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. 2015/2016 йылдар миҙгелендә Бусаров «Дизель» өсөн 43 уйында 4 гол кереткәс һәм 6 һөҙөмтәле пас биргәс, һөжүмсе Белоруссия чемпионатында сығыш яһаған «Гомель» хоккей клубына 2016 йылдың февралендә күсә. Шунда ул даими чемпионатта бер уйында ғына ҡатнашып өлгөрә. Ә плей-оффта «Гомель» ярымфиналға етә һәм чемпионаттың бронза миҙалдарын яулай. Миҙгел тамамланғас, Георгий Бусаров кире Пензаға ҡайта[2]. 2016/2017 йылдар миҙгелендә Георгий «Дизель» командаһының иң яҡшы һәм алмаштырғыһыҙ уйынсыларына әйләнә: ул 49 уйында 21 мәрәй йыя. Тик командаһы плей-оффҡа эләкмәй.

2017 йылдан алып

үҙгәртергә

2017 йылдың беренсе июнендә Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубы Георгий Бусаровға спорт хоҡуҡтарын «Дизель» командаһынан аҡсалата компенсацияға алмаштырып ала[3]. 14 сентябҙә Бусаров тәү тапҡыр Континенталь хоккей лигаһында тәүге уйынын үткәрә. Ә 2018 йылдың 21 ғинуарында Братиславанан «Слован» хоккей клубына ҡаршы уйында Лигала тәүге шайбаһын керетә. «Салауат Юлаев» Чернышёв дивизионын 2010 йылдан тәүгегә еңә, ә плей-оффта конференциялар ярымфиналына етә. Георгий шулай уҡ Нефтекаманан фарм-клуб «Торос» өсөн Юғары хоккей лигаһында 10 осрашыуҙа 3 (2+1) мәрәй йыя. 2018/19 миҙгелендә Бусаров «Салауат Юлаев» өсөн 13 осрашыу ғына уҙғара. Башҡа ваҡытта ул «Торос» өсөн ЮХЛ-да уйнай — 43 осрашыуҙа 18 мәрәй йыя, ә командаһы Петров кубогының ярымфиналына етә.Миҙгел тамамланғас, Георгий иреге сикләнгән агент статусын ала. Мәскәүҙән «Динамо» хоккей клубы уға контракт тәҡдим итә, «Салауат» хоккейсыны тотмай һәм аҡсалата компенсация ала[4]. Бөтә миҙгелде Георгий Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Тверҙән «Динамо» составында үткәрә: ул 49 осрашыуҙа 22 мәрәй йыя һәм 11 гол керетә, ә командаһы Петров кубогы өсөн плей-оффҡа эләкмәй.

2020 йылдың 3 июлендә Георгий Бусаров Түбәнге Новгородтан «Торпедо» хоккей клубы менән пробалы контракт төҙөй[5]. Ә 14 августа Юғары хоккей лигаһында иң көслө командаларҙың береһе – Төмәндән «Рубин» хоккей клубының составын тулыландыра[6]. 2020/21 йылдар миҙгелендә Бусаров 66 осрашыуҙа 5 гол керетә һәм 21 һөҙөмтәле пас бирә, ә «Рубин» Петров кубогының ярымфиналына тиклем етә һәм ЮХЛ бронза миҙалдарын яулай. Киләһе миҙгелдә Георгий командала иң һөҙөмтәле уйынсы була — даими чемпионаттың 48 осрашыуында 41 (12+29) мәрәй йыя. Төмән хоккейсылары плей-оффта бар дәғүәселәрен оталар һәм Петров кубогын яулай. Шунда Бусаров 20 осрашыуҙа 18 (4+14) мәрәй йыя һәм команданың иң һөҙөмтәле уйынсылары араһына инә. 2022 йылдың 5 майында Георгий Бусаров КХЛ-да сығыш яһаған «Северсталь» хоккей клубы менән бер йылға килешеү төҙөй[7], эш хаҡы бер миҙгел өсөн дүрт миллион һумға тиң була[8]. Әммә яңы клуб өсөн Бусаров алты осрашыу ғына уҙғара, бер мәрәй ҙә йыймай һәм 2022 йылдың 6 октябрендә «Северсталь» клубы хоккейсы менән килешеүҙе бөтөрә[9].

2022 йылдың 8 октябрендә Георгий Бусаров Бөтә Рәсәй хоккей лигаһында сығыш яһаған Тольяттиҙан «Лада» хоккей клубына күсә[10]. Был команда өсөн 2022/23 йылдар миҙгелендә Бусаров 47 осрашыу үткәрә, шунда алты шайба керетә һәм 18 һөҙөмтәле пас бирә, ә «Лада» Петров кубогының беренсе этабында миҙгелен тамамлай. 2023 йылдың 8 май көнөндә Георгий Бусаров кире Төмәндән «Рубин» хоккей клубына ҡайта[11]. 2023 йылдың 2 октябренән алып был хоккейсы команданың капитаны ролен башҡара. Даими чемпионатта Бусаров 43 (13+30) мәрәй йыя, ә файҙалыҡ күрһәткесе буйынса (+26) бөтә Лига буйлап беренсе урынды бүлә. Петров кубогы өсөн плей-оффта «Рубин» ярымфиналға тиклем етә, ә Георгий Бусаров, 17 осрашыуҙа 18 (4+14) мәрәй йыйып, плей-оффтың иң һөҙөмтәле уйынсылары араһына инә һәм икенсегә Бөтә Рәсәй хоккей лигаһының бронза миҙалдарын яулай. 2024 йылдың 2 май көнөндә «Рубин» хоккей клубы Бусаровтың командала тағы бер йылға ҡалыуы тураһында иғлан итә[12].

Рәсәй йыйылма командаһында

үҙгәртергә

2012 йылда Бусаров тәү тапҡыр Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына саҡырыла. Был халыҡ-ара турнирҙа була. 2013 йылда тәүге шайбаларын керетә. 2013/2014 йылдар миҙгелендә тәүҙә Канаданың йәштәр лигаларының йыйылма командаларына ҡаршы Subway суперсерияһына барып ҡайта, ә аҙаҡтан йәштәр араһында донъя чемпионатына саҡырыу ала. Георгий шунда бөтә 7 уйында ла ҡатнаша һәм бронза миҙалдарҙы яулай.

Статистика

үҙгәртергә
Һуңғы яңыртыу: 21 май 2024

Клубта карьераһы

үҙгәртергә
Даими миҙгелПлей-офф
МиҙгелКомандаЛигаУГПМШтр+/-УГПМШтр+/-
2011/12ДизелистЙХЛ Б3310182828-2833660
2012/13ДизельЮХЛ44851326232020-1
2012/13ДизелистЙХЛ Б41120-110220-1
2013/14ДизельЮХЛ3313462110008-4
2014/15ДизельЮХЛ4654924013055126
2015/16ДизельЮХЛ4346106-7Команданан китә
2015/16ГомельБЭ1000001113440
2016/17ДизельЮХЛ4991221362Плей-оффҡа эләкмәйҙәр
2017/18Салауат ЮлаевКХЛ251016-360000-3
2017/18ТоросЮХЛ102132-1
2018/19Салауат ЮлаевКХЛ111012-2200000
2018/19ТоросЮХЛ2811314101115224106
2019/20Динамо ТвЮХЛ491111224811Плей-оффҡа эләкмәйҙәр
2020/21РубинЮХЛ505141924316077393
2021/22РубинЮХЛ4812294126202041418108
2022/23СеверстальКХЛ60000-2Команданан китә
2022/23ЛадаБРХЛ40616222007022101
2023/24РубинБРХЛ53133043262617414181810
2024/25РубинБРХЛ
Бөтәһе ЙХЛ беренселегендә3711193028-393586-1
Бөтәһе ЮХЛ-да/БРХЛ-да493771432202546910212445610729
Бөтәһе КХЛ-да422028-780000-3

Халыҡ-ара карьераһы

үҙгәртергә
ЙылКомандаТурнирУрынУГПМШтр+/−
2014Рәсәй U20ЙДЧ 700014-2

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • ЮХЛ чемпионы һәм Петров кубогы эйәһе — 2021/22.
  • Йәштәр араһында донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2014.
  • ЮХЛ/БРХЛ бронза миҙалсыһы — 2020/21, 2023/24.
  • Белоруссия экстралигаһының бронза миҙалсыһы — 2015/16.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:ТасуирламаМахсус:ЭҙләүСалауат ЮлаевВикипедия:БелешмәВикипедияВикипедия:ҠоролтайМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:Мәҡәләләрҙең биҙәлешеХангыльБатшалыҡ (биология)Флагстафф (Аризона)Хызыр (персонаж)Эҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:Рәхим итегеҙҒаилә (мәғәнәләр)ХәрефВикипедия:BarВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҒинуарВикипедия:БерләшмәҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Ағымдағы ваҡиғалар5 майВикипедия:Һайланған мәҡәләләрЙырЭлектротехникаxtz92Родрик ДэниПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЭякуляцияВикипедия:Тышҡы һылтанмаларГамеланВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башҡорт Википедияһына матди ярҙам