Ү

(Үү битенән йүнәлтелде)

Үү [ү]Башҡорт алфавитында егерме һигеҙенсе хәрефе. Халыҡ-ара фонетик алфавитында [y] тамғаһы менән билдәләнә.

Uu
Uu
Башҡорт алфавиты
АаБбВвГгҒғДд
ҘҙЕеЁёЖжЗзИи
ЙйКкҠҡЛлМмНн
ҢңОоӨөПпРрСс
ҪҫТтУуҮүФфХх
ҺһЦцЧчШшЩщЪъ
ЫыЬьЭэӘәЮюЯя

Башҡорт алфавитында үҙгәртергә

Һуҙынҡы хәрефтәргә инә: а, е, ё, и, о, ө, у, ү, ы, э, ә, ю, я.

У – у, Ү – ү хәрефтәренең яҙылышы

А. У – у хәрефе ҡалын ижектәрҙә яҙыла: ур, уҙ, ут, Урал, уйһыу,ултырыш, уңыш, усаҡ, уяу, буйлы, буҫтау, дуҫ, ҡуҙаҡ, суртан, турғай, матур.

Б. Ү – ү хәрефе нәҙек ижектәрҙә яҙыла: үлән, үр,үт, үткер, бүҙәнә, бүлмә, бүләк, дүрткел, күлдәк, күңелле, күл, күн, һүҙ.

В. Шул уҡ у – ү хәрефтәре һүҙ уртаһында һәм аҙағында ирен тартынҡыһын да белдерә һәм башҡорт телендәге ҡалын һүҙҙәрҙә у, нәҙек һүҙҙәрҙә ү менән бирелә:

а) ауыл, дауыл, тауар, тауыш, яуын, һыу, быу, хайуан;

б) әүен, рәүеш, әүәләү, кәүҙә, кейәү.

Г. Исем ҡылым ялғауы -ыу – -еү, -оу – -өү рәүешендә яҙы-ла: барыу, килеү, ҡайтыу, күреү, йонсоу, тойоу, йөрөү, йөҙөү.

Юникод үҙгәртергә

ХәрефЮникод
Баш хәрефU+04AE
Бәләкәй хәрефU+04AF

Башҡа телдәрҙә үҙгәртергә

  • Ҡаҙаҡ алфавитында егерме һигеҙенсе хәреф.
  • Ҡырғыҙ алфавитында егерме өсөнсе хәреф.
  • Монгол алфавитында егерме өсөнсе хәреф.
  • Бурят алфавитында егерме өсөнсе хәреф.
  • Ҡалмыҡ алфавитында егерме етенсе хәреф.
  • Яҡут алфавитында егерме һигеҙенсе хәреф.
  • Дунған алфавитында егерме алтынсы хәреф.
  • Әзәрбайжан һәм төрөкмән кирилл алфавитында ҡулланылған.