Уругвай (йылға)

Уругвай (исп. Río Uruguay) — Көньяҡ Америкалағы йылға.

Уругвай
исп. Río Uruguay
Характеристика
Оҙонлоғо1600 км
Бассейн365 000 км²
Һыу сығымы5500[1] м³/с
Һыу ағымы
Инешеҡушылған йылғалар: Пелотас менән Каноас
 · Бейеклеге1800 м
 · Координаталар27°36′30″ ю. ш. 51°27′21″ з. д.HGЯO
ТамағыЛа-Плата
 · Бейеклеге0 м
 · Координаталар33°56′45″ ю. ш. 58°24′34″ з. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейныАтлантик океан

ИлдәрБразилия Бразилия, Аргентина Аргентина, Уругвай Уругвай
Уругвай (йылға) (Көньяҡ Америка)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Уругвай Викимилектә

Атамаһы үҙгәртергә

Йылғаның атамаһы гуарани индеецтарының теленән барлыҡҡа килә һәм «төрлө төҫтәге ҡоштар йылғаһы» тип тәржемә ителә.

Тасуирлама үҙгәртергә

Йылға Бразилияла, 1800 метр бейеклектә Пелотас һәм Каноас йылғалары ҡушылған урында, башлана. Артабан Уругвай төньяҡтан көньяҡҡа табан аға. Йылға һул яҡ яр буйындағы Бразилия һәм Уругвай менән уң яҡтағы Аргентина араһында дәүләт сиген барлыҡҡа килтерә. Парана йылғаһының Ла-Плата эстуарийына ҡоя.

Оҙонлоғо — яҡынса 1600 км[2] (Пелотас йылғаһы менән бергә — 2200 км), бассейн майҙаны — 365 мең км²[1]. Үҙенең тамағында киңлеге 12 километрға барып етә.

Төп ҡушылдыҡтары — Ибикуи һәм Рио-Негро.

Хужалыҡта әһәмиәте үҙгәртергә

Сальто ҡалаһына тиклем үрге ағымында, Уругвай йылғаһы ҡая теҙмәләре аша үткән урында һикәлтәләр бик күп. Сальто ҡалаһынан түбәнерәк йылғала суднолар йөрөй ала[3]. Төп порттары: Конкордия (Аргентина), Сальто, Пайсанду, Фрай-Бентос (Уругвай).

Уругвай йылғаһы системаһы гидроэнергетика мохтажлығы өсөн файҙаланыла. Аргентина һәм Уругвайҙың уртаҡ «Салто-Гранде» гидро-электр станцияһы йылғала иң ҙуры тип иҫәпләнә. Уругвай ҡушылдығы Рио-Негро йылғаһында ике эре гидро-электр станциялары — Ринкон-дель-Бонете һәм Ринкон-дель-Байгоррия төҙөлгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Varis Olli. Management of Transboundary Rivers and Lakes. — Springer, 2008. — P. 272. — ISBN 9783540749264. (инг.)
  2. Río de la Plata. Encyclopædia Britannica. Дата обращения: 14 август 2010. Архивировано 5 февраль 2012 года. (инг.)
  3. «Страны и народы: Южная Америка», Москва, «Мысль», 1983, стр. 212

Һылтанмалар үҙгәртергә

🔥 Top keywords: Газпром Нефтехим СалауатБаш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:ТасуирламаАрыҫлан петроглифтарыИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:БелешмәВикипедияВикипедия:Алфавитлы күрһәткесМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрМахсус:ЭҙләүВикипедия:БерләшмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:ҠоролтайВикипедия:Рәхим итегеҙПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыПроект:МириадаФекерләшеү:Баш битЙәнгиров Азат Вәзир улыВикипедия:BarВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләВикипедия:Һайланған мәҡәләләрҮҫемлектәрВикипедия:Башҡорт Википедияһында булырға тейеш мәҡәләләрҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Авторлыҡ хоҡуҡтарыХаммурапи ҡанундарыРәсәй ФедерацияһыӨфөВикипедия:КатегорияВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрКонго РеспубликаһыАвстралияҠалып:ШәхесШвецияАмерика Ҡушма Штаттары