Тиволи (итал. Tivoli) — Италия ҡалаһы. Был ҡала Италияның Лацио төбәгендәге Рим провинцияһында урынлашҡан. Ҡала Анио йылғаһы буйында, Римдан төньяҡ-көнсығышҡа табан 24 км алыҫлыҡта тора. Тиволи ҡалаһында 57 мең самаһы кеше йәшәй. Төп иҫтәлекле урындары: боронғо рим Адриан виллаһы, папа II Пий замогы(1458—1461), атаҡлы д’Эсте виллаһы (XVI быуат) һәм Григориан виллаһы (XIX быуат).

Тиволи
итал. Tivoli
ФлагГерб
Рәсем
Рәсми атамаһыTivoli
Этнохоронимtiburtini
Дәүләт Италия
Административ-территориаль берәмекРим[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанАньене[d]
Халыҡ һаны54 916 кеше (1 ғинуар 2023)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек235 ± 1 метр
Туғандаш ҡалаФокшаны[d]
СиктәшКастель-Мадама[d], Гвидония-Монтечелио[d], Рим, Сан-Грегорио-да-Сассола[d], Виковаро[d], Марчеллина[d] һәм Сан-Поло-дел-Кавальери[d]
АлыштырғанТибур[d]
Майҙан68,65 км² (9 октябрь 2011)[2]
Почта индексы00010, 00011 һәм 00019
Рәсми сайтcomune.tivoli.rm.it
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Святой покровительСвятой Лаврентий[d]
Сейсмическая классификация2B[d][3][4]
Урындағы телефон коды0774
Номер тамғаһы кодыROMA
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Тиволи[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһыCategory:Films shot in Tivoli[d]
Был объекттан күренештәр категорияһыCategory:Views from Tivoli (Italy)[d]
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Tivoli (Italy)[d]
Карта
 Тиволи Викимилектә

Ҡаланың ҡурсалаусылары — изге Лаврентий һәм Симфороз, улар хөрмәтенә Тиволи ҡалаһында йыл һайын 10 августа байрам үткәрелә.

Урынлашыуы үҙгәртергә

Ҡасандыр римллеләрҙең күҙен ҡыҙырып торған ҡала Икенсе бөтә донъя һуғышы барышында создаштар ташлаған бомбаларҙан үҙенең күркәмлеген юғалтҡан . Шулай ҙа ҡала торған Сабин тауҙарының көнбайыш битләүенән ҡарағанда икһеҙ-сикһеҙ Кампаньяның матур күренеше, ҡала янындағы Анио йылғаһының ҙур шарлауыҡтары туристарҙы үҙенә йәлеп итә. Быға дәлил булып «Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге» тора.

Тарих үҙгәртергә

Борон Тиволи ҡалаһы Тибур тип аталған һәм ул Рим менән Тибуртин юлы менән тоташҡан. Тибур аша Римдан Италияның бөтә көнсығышына юл үткән. Риүәйәт буйынса, Тибур беҙҙең эраға тиклем XIII быуатта , Троя һуғышынан алда, Амфиарайҙың ике улымы, ейәнеме булған Катилл һәм Корас тарафынан нигеҙләнгән. Уларҙың ағаһы Тибурт хөрмәтенә уның исеме менән аталған. Икенсе риүәйәт буйынса, ул сикулалар йәки сиканалар тарафынан нигеҙләнгән, һуңынан пеласгтар хакимлығына буйһона һәм, ниһайәт, латиндар ҡулына күсә[5].

Латиндар хакимлығы ваҡытында ҡала Латин союзының эре ҡалаларының береһе булараҡ, бер аҙ ваҡыт Римдың үҙе менән ярышҡан. Б. э. тиклемге 90 йылда Тибур халҡы римгражданлығына эйә була. Тибур ҡалаһы Октавиан Август батшалыҡ иткән саҡта Италияның иң модалы һәм матур урындарының береһе була.

Тибур тирәһендәге хәлле римлеләр бында бай виллаларын төҙөгән. Августың үҙенән башҡа, Меценат, Гораций, Секст Проперций һәм Гай Валерий Катулл йәшәгән.

X быуатҡа ҡарата ғына варварҙар тарафынан таланған Тиволи үҙ байлығын һәм именлеген кире ҡайтарған. Императорҙан байтаҡ хоҡуҡтар алған һәм 1816 йылға тиклем ирекле ҡала булып торған. XVI быуатта ҡала д’Эсте йорто ҡулында булған.

Төҙөлөш сәнғәте үҙгәртергә

Тибур шарлауыҡтары өҫтөндәге Меценат виллаһы. Гаккерт Филипп картинаһы

Архитектура тарихына Тиволи исеме алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйылған. Уның антик емереклектәре Италияла бик мөһим тип иҫәпләнә. Боронғо виллаларҙы XVI быуатта уҡ ҡаҙый башлағандар һәм ҡаҙыуҙар әле лә дауам итә. Бик күп антик һындар императорҙарҙың иң ҙур һәм бай Адриан виллаһында табылған. Шулай уҡ бик бай ҡомартҡылар Геркулес ҡорамында һәм Горацийҙарҙың Сабин округында табылған.

1549 йылда кардинал Ипполито II д' Эсте Лигорио Пирроға Тиволи ҡалаһында фонтандарға бай вилла төҙөргә ҡушҡан. Был вилла баҡсаһы хәҙерге ваҡытта бер аҙ ташландыҡ хәлендә булыуға ҡарамаҫтан, Яңырыу дәүеренең һәйкәле булараҡ, бЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. 1920-се йылдарҙа һәм артабан Икенсе донъя һуғышынан һуң бомбаларҙан зыянланған виллала ҙур күләмле реставрация үткәрелә. Вилланың паркы 2007 йылда «Европаның иң матур паркы» бүләген ала.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

🔥 Top keywords: Баш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:ТасуирламаВикипедияИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:БелешмәМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:БерләшмәРумындарЭҙләүҙе оптималлаштырыуYouTubeПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыСатурн (планета)Асыҡ контентВикипедия:Һайланған мәҡәләләрМахсус:ЭҙләүВикипедия:ҠоролтайБашҡорт телеВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:КатегорияВикипедия:BarҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЭлектротехникаВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрGoogleБашҡорттарГейтс-оф-те-АрктикАсаева Гөлназ Рөстәм ҡыҙыПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләВикипедия:БашҡортнамәРәсәй ФедерацияһыМэттью ПерриАмерика Ҡушма ШтаттарыТарихИр енес ағзаһыГермания