Окуджава Булат Шалвович

Булат Шалвович Окуджава (груз. ბულატი შალვას ძე ოკუჯავა; 9 май 1924 йыл — 12 июнь 1997 йыл) — СССР һәм Рәсәй шағиры, барды, прозаигы һәм сценарисы, композиторы. Ике йөҙ тирәһе авторлыҡ һәм эстарда йыры авторы, 1960—1980 йылдарҙағы автор йырыжанрының иң сағыу вәкилдәренең береһе. Окуджава йыр һүҙҙәренә үҙенең шиғырҙарын ғына һайламай, Кавказ халыҡ эпостарына ла мөрәжәғәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Гвардия ҡыҙылармеецы (1944).

Окуджава Булат Шалвович
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй[1]
Тыуған көнө9 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыныМәскәү, РСФСР, СССР[2][5][6]
Вафат булған көнө12 июнь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[7][8][9][…] (73 йәш)
Вафат булған урыныПариж, Франция[10]
Ерләнгән урыныВаганьков зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
АтаһыОкуджава, Шалва Степанович[d]
ӘсәһеНалбандян Ашхен Степановна[d]
Туған телмегрельский язык[d]
Яҙма әҫәрҙәр телеурыҫ теле
Һөнәр төрөсценарий яҙыусы, шағир, актёр, йырсы, яҙыусы, композитор, романист, гитарасы, йырҙар авторы, автор-исполнитель, поэт-песенник, филолог, прозаик
Уҡыу йортофилологический факультет Тбилисского университета[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы1997
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алышБөйөк Ватан һуғышы
Музыка ҡоралыгитара һәм вокал[d]
Барлыҡҡа килеү урыныСССР
Жанравторская песня[d], шиғриәт, проза, роман, шиғыр[d], очерк[d] һәм хикәйә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәреtekstowo.pl/wykonawca,_1…[11]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр12 000 ± 99[12]
 Окуджава Булат Шалвович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Бала сағы һәм үҫмер йылдары үҙгәртергә

Булат Окуджава 1924 йылдың 9 майында Мәскәүҙә, Коммунистар академияһында партия уҡыуы өсөн Тифлистан күсеп килгән большевиктар ғаиләһендә тыуа. Атаһы — Шалва Степанович Окуджава, партия эшмәкәре; әсәһе — Ашхен Степановна Налбандян, әрмян[13], әрмән шағиры Ваан Терьяндың туғаны. Ағаһы Владимир Окуджава — Кутаиси губернаторына уңышһыҙ һөжүм иткәндән һуң Рәсәй империяһынан ҡасҡан анархист-террорсы[14]; һуңғараҡ Ленин>ды, Зиновьевты һәм башҡа революция лидерҙарын 1917 йылдың апрелендә Швейцариянан Рәсәйгә алып сыҡҡан пломбаланған вагон пассажирҙары исемлегендә була[15].

Булат тыуғандан һуң атаһы Кавказға грузин дивизияһы комиссары итеп ебәрелә. Әсәһе Мәскәүҙә ҡала, партия аппаратында эшләй. Булат уҡырға Тифлисҡа ебәрелә, 43-сы Тбилиси урта мәктәбендә белем ала тбилиси[16].

Атаһы Тифлис ҡала комитеты секретарына тиклем үрләтелә. Берия менән низағы һөҙөмтәһендә ул Орджоникидзеға үҙен Рәсәйгә партия эшенә йүнәлтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә һәм Уралға, Түбәнге Тагил ҡалаһының вагондар эшләү заводына парторог итеп күсерелә. Һуңынан ул Түбәнге Тагилда партия ҡала комитетының 1-се секретары булып китә һәм ғаиләһен Уралға күсереп ала. Булат 32-се мәктәптә уҡый башлай.

1937 йылда Окуджаваның атаһы Уралвагонстройҙа троцкистарға бәйле эштәр буйынса ҡулға алына. Ҡулға алынған заводы директоры Л. М. Марьясин 1934 йылдың авгусында улар Окуджава менән бергә Уралвагонстройға ауыр сәнәғәт наркомы Орджоникидзе килгәндә уға һөжүм ойошторорға маташыуҙарын белдерә.

1937 йылдың 4 авгусында Ш. С. Окуджава атыла. Шулай уҡ атаһының ике ағаһы ла Троцкий яҡлы булыуҙа ғәйепләнеп, атылыуға хөкөм ителә .

Аталһы ҡулға алынғандан һуң, 1937 йылдың февралендә, әсәһе, өләсәһе һәм Булат Мәскәүгә күсә.

Окуджаваның әсәһе 1938 йылда ҡулға алына һәм Карлагҡа оҙатыла, унан 1947 йылда ғына ҡайта[17]. Окуджаваның атаһының апаһы Ольга (шағир Галактион Табидзеның ҡатыны) 1941 йылда Орел ҡалаһы янында атып үлтерелә.

1940 йылда Булат Окуджава Тбилисиға туғандарына күсенә. Уҡый, һуңынан заводта токарь ярҙамсыһы булып эшләй[18].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. LIBRIS — 2018.
  2. 2,0 2,1 Окуджава Булат Шалвович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Bulat S. Okudzhava, 73, Dies; Poet of Dissent in 50's Russia (ингл.) // The New York Times / J. KahnManhattan, NYC: New York Times Company, A. G. Sulzberger, 1997. — ed. size: 443000 — ISSN 0362-4331; 1553-8095; 1542-667X
  4. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  5. Москва. Арбат. Памятник Окуджаве // Panoramio — 2009.
  6. The Midnight Trolley Bus - Poem by Bulat Okudzhava
  7. Bulat Okudzhava // SNAC (ингл.) — 2010.
  8. Bulat Šalvovič Okudžava // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.)Grup Enciclopèdia, 1968.
  9. Boulat Okoudjava // Babelio (фр.) — 2007.
  10. The Legends of Russian Popular Music // Спутник — 2011.
  11. https://www.tekstowo.pl/wykonawca,_1041_1091_1083_1072_1090___1054_1082_1091_1076_1078_1072_1074_1072_.html
  12. Интерфейс программирования приложения YouTube
  13. Писатели России: автобиографии современников. — М.: Журналистское агентство "Гласность", 1998. — С. 346.
  14. Окуджава Б. Ш. Упраздненный театр. — М.: Зебра Е, 2006. — С. 5. — 336 с. — ISBN 978-5-94663-332-1.
  15. Списки лиц, проехавших через Германию во время войны 2010 йыл 22 август архивланған.// Владимир Бурцев, «Общее дело», 14.10.1917 и 16.10.1917
  16. Клуб 43 — тбилисская школа, в которой учились Окуджава и Таривердиев
  17. Быков Д. Булат Окуджава Главы из книги. Вступительная заметка автора Архивная копия на Wayback Machine // Дружба народов. — 2008. — № 11.
  18. Быков Д. Л. Булат Окуджава. — М.: Молодая гвардия, 2009. — 784 с. (Серия «Жизнь замечательных людей»). — ISBN 978-5-235-03255-2.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

То же. — М.: Совпадение, 2017

Сығанаҡтар үҙгәртергә

🔥 Top keywords: Баш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:ТасуирламаВикипедияИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:БелешмәМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:БерләшмәРумындарЭҙләүҙе оптималлаштырыуYouTubeПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыСатурн (планета)Асыҡ контентВикипедия:Һайланған мәҡәләләрМахсус:ЭҙләүВикипедия:ҠоролтайБашҡорт телеВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:КатегорияВикипедия:BarҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЭлектротехникаВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрGoogleБашҡорттарГейтс-оф-те-АрктикАсаева Гөлназ Рөстәм ҡыҙыПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләВикипедия:БашҡортнамәРәсәй ФедерацияһыМэттью ПерриАмерика Ҡушма ШтаттарыТарихИр енес ағзаһыГермания