Нуғайбәк

Нуғайбәк (рус. Нагайбаково) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл, Яңы Урсай ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 317 кеше[1].Почта индексы — 452669, ОКАТО коды — 80207846008.

Ауыл
Нуғайбәк
Нуғайбәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баҡалы районы

Координаталар

55°09′25″ с. ш. 53°15′59″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 207 846 008

ОКТМО коды

80 607 446 111

ГКГН номеры

0522296

Нуғайбәк (Рәсәй)
Нуғайбәк
Нуғайбәк
Нуғайбәк (Башҡортостан Республикаһы)
Нуғайбәк

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Баҡалы): 50 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 92 км

Нуғайбәк ауылы район үҙәге Баҡалы ауылынан көнбайышҡа 50 километрҙа һәм Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 92 километрҙа Кама йылғаһы ҡушылдығы Ыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан[2].

XVII быуаттың аҙағында Ҡазан даруғаһы Юрмый улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә, керҙәшлек килешеүе менән, Нуғай даруғаһы Һарыш-Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы башҡорт Нуғайбәкте индергәндәр, шулай итеп Нуғайбәк ауылына нигеҙ һалынған. Уның улы — Арыҫлан Нуғайбәков.

Нуғайбәк ҡәлғәһен төҙөү өсөн ерҙәрен тартып алғандан һуң, ауыл кешеләре казак ҡатламына күсерелә.

1865 йылда 178 йортта 1003 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, мискә яһау, умартасылыҡ, сана яһау менән шөғөлләнгәндәр. 2 сиркәү, 3 һыу тирмәне булған. 1906 йылда Нуғайбәктә улус идараһы сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе урынлашҡан, шарап һәм 2 бакалея кибеттәре теркәлгән. 30-сы йылдарҙан алып хәҙерге исемен йөрөтә[3].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Нуғайбәк ауылы халҡы — урыҫтар.Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл1263
1920 йыл 26 август1449
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар819
1959 йыл 15 ғинуар561
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар393
2002 йыл 9 октябрь384
2010 йыл 14 октябрь31715915850,249,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөгөнгө ауыл

үҙгәртергә

Нуғайбәк ауылында төп мәктәп, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[4].

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Таулы урам (рус.  Нагорная (улица)
  • Йылға урамы (рус.  Речная (улица)[6]

.

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Аҡай тауы

Йылға, шишмә, күлдәр:

  • Ыҡ
  • Мәләүезкәй

Тәбиғәткә сәйәхәт маршруты: Малаузка йылғаһын кисеп, ағымы буйлап йылғаның һул ярына перпендикуляр һуҙылған йырынға табан үргә 2 км барыу. Шунан Нуғайбәк ауылы, Аҡай тауы. Малаузка йылғаһы тамағында Аҡай тау биттәре башлана. Һулға боролғас, Ыҡ йылғаһының уң ярынан ағымы буйынса 1,5 км үргә, Нуғайбәк ауылына сығыу[7].

Нуғайбәк мәмерйәһенә инеү урынының диа­метры 1 метрға яҡын, оҙонлоҡҡа 10 — 12 метр эскә үтелә, бейеклеге — 1,7 метр тирәһе. Мәмерйә тоҡомо — эзбизташ, ҡомташ. Һөрөнтө ер аша 1,2 км үткәндән һуң, шоссе юлдан Нуғайбәк ауылына ҡаршы яҡҡа хәрәкәт итеү.

Күпер

  • «Пугачёв күпере»

6 км үткәндән һуң, «Пугачёв күпере». Күперҙән шоссе юл буйлап Яңы Урсай, 4 км үткәс — Весёлая Поляна[8].

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә