Мостафина Светлана Анатольевна

ғалим-математик

Мостафина Светлана Анатольевна (8 апрель 1967 йыл) — ғалим-математик. 1993 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан математика һәм информатика, 2009 йылдан — математик моделдәр әҙерләү кафедраһы мөдире, 2011 йылдан — физика-математика факультеты деканы. Физика-математика фәндәре докторы (2007), профессор. (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011).

Мостафина Светлана Анатольевна
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө8 апрель 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыныТатищево[d], Һарытау өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрөюғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим
Эшмәкәрлек төрөматематика
Эш урыныБашҡорт дәүләт университеты
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Биләгән вазифаһыдекан[d]
Уҡыу йортоБашҡорт дәүләт университеты
Ғилми исемепрофессор[d]
Ғилми дәрәжәфизика-математика фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Светлана Анатольевна Мостафина 1967 йылдың 8 апрелендә Һарытау өлкәһе ҡала тибындағы Татищево ҡасабаһында тыуған[1].

1989 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, шунда уҡ 1990 йылға тиклем эшләй.

1993 йылдан — Стәрлетамаҡ педагогия институты]], 20042012 йылдарҙа — З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, 2012 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы[1]

2008 йыл — Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы математика һәм информатика кафедраһы мөдире, 2009 йылдан — математик моделләштереү, 2011 йылдан — физика-математика факультеты деканы.

2007 йыл — физика-математика фәндәре докторы, 2008 йылдан— профессор[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ғилми тикшеренеүҙәре химик процестарҙың һәм реакторҙарҙың математик моделдәрен әҙерләүгә, программалаштырыуға арналған. Уның тарафынан реакция ваҡытында мөхиттең үҙенсәлектәре үҙгәреүен иҫәпкә алған ҡатмарлы каталитик реакцияларҙың матем. моделдәре, каталитик процестарҙы проектлау мәсьәләләрен сисеү өсөн оптималләштереүҙең ҡатнаш алымдары, һанса алгоритмдары һәм программа саралары уйлап табылған; химик процестарҙы сәнәғәт шарттарында үткәреүҙең оптималь режим һәм технологик параметрҙары билдәләнгән. Асыштары «Каучук» ЯАЙ‑нда, Нефтехимия һәм катализ институтында һ.б. индерелгән. 320‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 27 уйлап табыу авторы[1].Хеҙмәттәре.:

  • Сәнәғәт катализының реакцияһын моделләштереү һәм уларҙы үткәреүҙең оптималь шарттарын асыҡлай. — Өфө, 2006;
  • Ҡатмарлы кинетик схемаларҙың теоретик- графовый ысулы редукцияһы . — Өфө, 2013 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015).
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:ТасуирламаМахсус:ЭҙләүСалауат ЮлаевВикипедия:БелешмәВикипедияВикипедия:ҠоролтайМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:Мәҡәләләрҙең биҙәлешеХангыльБатшалыҡ (биология)Флагстафф (Аризона)Хызыр (персонаж)Эҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:Рәхим итегеҙҒаилә (мәғәнәләр)ХәрефВикипедия:BarВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҒинуарВикипедия:БерләшмәҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Ағымдағы ваҡиғалар5 майВикипедия:Һайланған мәҡәләләрЙырЭлектротехникаxtz92Родрик ДэниПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЭякуляцияВикипедия:Тышҡы һылтанмаларГамеланВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башҡорт Википедияһына матди ярҙам