Мария Луиза Гонзага

Мария Луиза де Гонзага (пол. Marie Louise Gonzaga de Nevers; 18 август 1611 йыл(16110818) — 10 май 1667) — Польша королеваһы (Людовика Мария исеме аҫтында), Ваза династияһының һуңғы королдәре — Владислав IV һәм Ян II Казимирҙың ҡатыны, Гонзага йортоноң француз герцогы Шарль де Неверҙың (1627 йылдан — Мантуя герцогы) һәм Екатерина де Майенндың (данлыҡлы герцог Гизаның ҡыҙ туғаны) ҡыҙы.

Мария Луиза Гонзага
Герб
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ Франция короллеге[d]
 Речь Посполитая
Титулкоролева-консорт[d]
Тыуған көнө18 август 1611({{padleft:1611|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[3][4][5]
Тыуған урыныПариж, Франция короллеге[d][3]
Невер[d]
Вафат булған көнө10 май 1667({{padleft:1667|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[3][4][5] (55 йәш)
Вафат булған урыныВаршава, Речь Посполитая[3]
Үлем сәбәбекатаральное воспаление[d]
Ерләнгән урыныВавель соборы
АтаһыКарл I Гонзага[d][2]
ӘсәһеЕкатерина де Майенн[d]
Бер туғандарыАнна Мария Гонзага[d], Франческо Гонзага[d], Карл II Гонзага[d] һәм Фердинанд Гонзага[d]
Хәләл ефетеВладислав IV[d] һәм Ян II Казимир[d]
БалаларыМария Анна Ваза[d] һәм Ян Сигизмунд[d]
НәҫелеВаса[d] һәм Гонзага-Невер[d]
Һөнәр төрөсәйәсмән
Биләгән вазифаһыQueen Consort of Poland[d], Q66200911?, Q66201229? һәм староста грудзёнский[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы1667[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Мария Луиза Гонзага Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Мария Луизаның тәрбиәһе менән атаһының һеңлеһе, тол ҡалған герцогиня Лонгвиль идара итә. Инәһенең ярҙамы менән ҡыҙ алдында бик яҡшы партия — король Людовиктың XIII ҡустыһы Гастон Орлеанский кәүҙәләнә. Был никах кардинал Ришельеның планына инмәй, ул кейәү егете менән кәләштең Париждан ҡасыуынан ҡурҡып, кәләште Венсен замогына ябып ҡуя, ә аҙаҡ монастырға күсерә.

Ван Эгмонт эшләгән портретта (1645)

Һуңынан бөтә король һарайы де Невер туташты королдең фавориты маркиз Сен- Марҙың ҡатыны булыр тип һанай, әммә өҫтөнлөк итергә яратыусы кардинал был союзды титулға лайыҡ түгел тип иҫәпләй. Тик 1645 йылда ғына, Марияға инде 30 йәш тулып бала табыу йәшенән сыҡҡас ҡына, кейәүгә сығыу рөхсәт ителә. Ришельеның икенсе тотҡоно Ян Казимир Ваза, үҙенең ағаһы Владислав Польский исеменән ҡыҙ һоратыуын яңынан тергеҙә, ул Габсбургтар менән ыҙғыша һәм Мазарини хөкүмәте менән союз тураһында хыяллана.

Ян Казимир менән никахлашҡандан һуң, Мария Луиза бик күп ярандар оҙатыуында Польшаға юллана һәм варшава һарайын француз рәүешенә үҙгәртеп ҡора. Атаһының теләгенә эйәреп, ирен төрөктәр менән һуғышҡа ҡоторта, әммә дөйөм алғанда, уның йоғонтоһо мәҙәниәт һәм мәғариф мәсьәләләре менән сикләнгән була (мәҫәлән, Польшала уның ҡатнашлығында беренсе гәзит сыға башлай).

1648 йылда Владислав үлгәндән һуң, король булып Ян Казимир һайлана. Мария Людовика уның ҡатыны булырға риза була. Дәүләт мәсьәләләрендә әҙ йышылған икенсе иренә уның йоғонтоһо ҙур була. Королева кенәз Любомирҙың магнат партияһына ҡаршы көрәштә уға ярҙам итә һәм иҫке король булыуға ҡарамаҫтан яңы король һайлауға ныҡый (rege vivente принцибы). Польша патриоттары уның дәүләт менән идара итеүенә кире ҡарашта була; Рудаевский уны «филгә атланған бәләкәй генә эфиоп» менән сағыштыра[6]. Үҙенең балалары булмағанға күрә, һеңлеһенең ирен, герцог Энгиенскийҙы, йәки тәрбиәсеһенең ейәне, йәш герцог Лонгвильды артабанғы король итеп күрергә теләй.

Мария Людовика 1667 йылда вафат була һәм Вавель соборында ерләнә. Уның үлеме менән терәген юғалтҡан король тәхеттән баш тарта һәм ирҙәр монастыры башлығы булып Невер ҡалаһында — үҙҙәре осрашҡан ерҙә ҡалған ғүмерен үткәрә. Яҙмыш иронияһы буйынса, бер нисә йылдан һуң тәхеткә Ян Собеский һайланғас, Польшаның королеваһы булып икенсе француз ҡатыны — Марысенька була, ул да Польшаға Мария Неверскаяның ярандары менән килә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Zofia Libiszowska. Królowa Ludwika Maria. Warszawa, 1985.
  • Bożena Fabiani. Warszawski dwór Ludwiki Marii. Warszawa, 1976.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 RKDartists (нидерл.)
  2. 2,0 2,1 Lundy D. R. Luise Marie de Gonzaga // The Peerage (ингл.)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #104321350 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Maria Ludovica Gonzaga // RKDartists (нидерл.)
  5. 5,0 5,1 Marie Louise Gonzaga // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. https://books.google.com/books?id=IfIbP8sfC0wC&pg=PA27&dq=deluge+rudawski&as_brr=0#v=onepage&q=&f=false

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Евгений Петрович Карнович. «Очерки и рассказы из старинного быта Польши. Польское посольство во Францию»
🔥 Top keywords: Газпром Нефтехим СалауатБаш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыАрыҫлан петроглифтарыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедияИкенсе донъя һуғышыӨфө дәүләт авиация техник университетыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:БерләшмәВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыВикипедия:ҠоролтайЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүАстанаҮрге ӘләзәнМахсус:ӨлөшөмКатегория:1905 йылда тыуғандарҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Һайланған мәҡәләләрХәтерЛенин Владимир ИльичФекерләшеү:Баш битАҠШ юстиция департаментыБельские просторыБамдас Александр МарковичАстанаға 20 йыл (миҙал)Википедия:Алфавитлы күрһәткесКубВольфрамМикоян Анастас ИвановичКатегория:Фильмография к доработкеВикипедия:BarПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башҡорт Википедияһына матди ярҙамКатегория:1979 йылда вафат булғандарВикипедия:Яҡшы мәҡәләләр