Кәшән (Иран)

Кәшән (фарс. کاشان; рус. Кашан) — Ирандағы, Исфаһан останындағы ҡала. Шул уҡ исемдәге шәһрестандың үҙәге. Халҡы 201,4 мең кеше (1997). Тәһран — Бам линияһында тимер юл станцияһы.

Кәшән
фарс. کاشان
Рәсем
Рәсми атамаһыکاشان
Дәүләт Иран
Административ үҙәгеКашан[d]
Административ-территориаль берәмекЦентральный бахш[d]
Ойошма ағзаһыЛига исторических городов[d][1]
Халыҡ һаны304 487 кеше (2016)[2][3]
Ир-егеттәр154 100[3]
Ҡатын-ҡыҙҙар150 387[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек942 метр[4]
Туғандаш ҡалаУмео[d]
Майҙан21 км²
Рәсми сайтkashan.ir
Тема иҡтисадыeconomy of Kashan[d]
Урындағы телефон коды0361
Карта
 Кәшән Викимилектә

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Ҙур художество кәсептәре үҙәге, туризм үҫешкән. Университет һәм медицина институты бар.Көршәк етештереү буйынса эре үҙәк булып һаналған. Кәшәндә фарфор менән оҡшаш яңы материал — фритт массаһы эшләнә[5].

Тарихы үҙгәртергә

Күп һанлы архитектура ҡомартҡылары: Мейдан мәсете (1224 йылғы, 1463-тә үҙгәртеп ҡоролған), Зәйнетдин манараһы (1073), имамзадә Хәбиб ибн Муса мазары (1269), Ғәббәс I шаһ кәшәнәһе(1629), шулай уҡ XIX быуат аристократияһының бер нисә һарайы (хәҙер музейҙар).

Ҡала ситендә Сиалк археологик зонаһы урынлашҡан, унда (емереклектәр рәүешендә) боронғо зиккурат һәм бик күп артефакттар һаҡланған (айырым ҡатламдарҙы йәше — беҙҙең эраға тиклем 6000 йылға тиклем).

Яҡынса 1470 һәм 1474 йылдарҙа ҡалаға Афанасий Никитин килә, һәм үҙенең «Өс диңгеҙ аръяғына барыу» тигән юлъяҙмаларында телгә ала[6].

Кәшән климаты үҙгәртергә

Кәшән климаты
КүрһәткесҒин.Фев.МартАпр.МайИюньИюльАвг.Сен.Окт.Нояб.Дек.Йыл
Уртаса температура, °C36131924303431272012618
Яуым-төшөм нормаһы, мм181720167100141318116
Сығанаҡ: Weatherbase
Кәшән күренеше, XVII быуат тирәһе. Жан Шарден.

Туғанлашҡан ҡалалары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://web.archive.org/web/20240528114922/https://www.lhc-s.org/member_cities/
  2. https://www.amar.org.ir/english
  3. 3,0 3,1 3,2 جمعیت به تفکیک تقسیمات کشوری (фарсы)
  4. GeoNames (ингл.) — 2005.
  5. Вечный кобальт на хрупком фарфоре. Н. Павлухина. Антиквариат, предметы искусства и коллекционирования. № 3(65), 2009 г. С. 5
  6.  — Л., 1986. — С. 57.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Кашан // Большая советская энциклопедия: В 66 томах (65 т. и 1 доп.) / Гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1926—1947.