Кастро Эктор

Эктор Кастро (исп. Héctor Castro; 29 ноябрь 1904 йыл, Монтевидео — 15 сентябрь 1960 йыл) — Уругвай футболсыһы һәм тренеры.

Футбол
Футбол
Эктор Кастро
Информация
Ҡушаматыбер ҡуллы (сулаҡ) (исп. El Manco)
Тыуа29 ноябрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Монтевидео, Уругвай
Вафат15 сентябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (55 йәш)
Монтевидео, Уругвай
ГражданлығыУругвай Уругвай
Карьера
Клуб карьераһы*
1921—1923Уругвай Лито
1924—1932Уругвай Насьональ231 (145)
1932—1933Аргентина флагы (1812—1985) Эстудиантес
1933—1936Уругвай НасьональСм. выше
Йыйылма командаһы**
1923—1935Уругвай25 (18)
Тренер карьераһы
1939—1943Уругвай Насьональтренер,
гл. тренер
1952Уругвай Насьональ
1950-еУругвай Рампла Хуниорс
1959Уругвай
Халыҡ-ара миҙалдары
Олимпия уйындары
АлтынАмстердам 1928футбол
Донъя чемпионаттары
АлтынУругвай 1930
Көньяҡ Америка чемпионаты
АлтынМонтевидео 1926
АлтынЛима 1935

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Биографияһы үҙгәртергә

13 йәшендә Эктор Кастро электр бысҡыһынан йәрәхәтләнә, һөҙөмтәлә уң ҡул суғынан яҙа. Шуның өсөн уға El manco (һыңар ҡул) ҡушаматы йәбешә.

1928 йылғы Олимпия чемпионы. 1930 йылда — Донъя чемпионы (футбол тарихында берҙән-бер сулаҡ Донъя чемпионы). Донъя чемпионаттарында Кастро Уругвай йыйылма командаһы өсөн беренсе һәм еңеү голын индерә. Ике тапҡыр Көньяҡ Америка чемпионы. Уйынсы булараҡ өс тапҡыр Урагвай чемпионатында еңеү яулай.

1924 — 1936 йылдарҙа Монтевидеоның «Насьонале» өсөн сығыш яһай (бер миҙгел өҙөклөгө менән). Шулай уҡ «Лито» һәм Аргентинаның «Эстудиантесы» өсөн уйнай. «Лито» Уругвай йыйылма командаһына Хосе Насасси, Педро Сеа һәм Сингоне Педро кеүек йондоҙҙарҙы бирә.

Футболсы карьераһын тамалағас, тренер булып эшләй. Уның етәкселегендә «Насьональ» 5 тапҡыр ил чемпионатында еңеү яулай, 1939 йылда Кастро баш тренеры ярҙамсыһы вазифаһында эшләгәндә «Насьональ» шулай уҡ чемпион титулына эйә була.

Титулдары үҙгәртергә

Уйынсы:

  • Донъя чемпионы: 1930
  • Олимпия чемпионы: 1928
  • Көньяҡ Америка чемпионы (2): 1926, 1935
  • Уругвай чемпионы (3): 1924, 1933, 1934

Тренер:

  • Уругвай чемпионы (5): 1940, 1941, 1942, 1943, 1952
  • Команданың баш тренеры ярҙамсыһы сифатында Уругвай чемпионы: 1939

Һылтанмалар үҙгәртергә

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыВикипедияҠалып:Этот участникИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:ҠоролтайВикипедия:ТасуирламаАрыҫлан петроглифтарыФекерләшеү:Баш битБулат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурсМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрЗекерТәкбирЭстонияла исламФекерләшеү:Эстонияла исламВикипедия:БерләшмәӨхүдВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыу12 апрельБашҡорт телеВикипедия:Рәхим итегеҙҠалып:ICD9Мәскәү планетарийыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрЕнси актВикипедия:КатегорияШиҡылдаҡХимик элементтар исемлегеБашҡорт алфавитыМахсус:ЭҙләүВикипедия:BarВикипедия:Күп мәғәнәлелек