Бәләбәй өйәҙе

Бәләбәй өйәҙе — 1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола.

Бәләбәй өйәҙе
Өйәҙ үҙәге гербыГуберна гербы
Герб уездного центра
Герб уездного центра
Герб губернии
Герб губернии
ГубернаӨфө губернаһы
ҮҙәгеБәләбәй
Барлыҡҡа килгән1782
Бөтөрөлгән1922
Майҙаны22 163 км² (1897).
Халҡы433 179[1] кеше. (1897)

Административ үҙәге — Бәләбәй ҡалаһы.

Тарих үҙгәртергә

Өйәҙгә Өфө провинцияһының көньяҡ‑көнбайыш өлөшө инә. 1796 йылда бөтөрөлә. 1804 йылда Ырымбур губернаһы составында тергеҙелә; 1865 йылдаң Өфө губернаһына инә. Административ уҙәге — Бәләбәй ҡалаһы. 1803 йылда өйәҙҙә 12‑се башҡорт һәм 5‑се мишәр кантондары ойошторола. 1865 йылда өйәҙ 4 станға бүленә. 1873 йылдаң улустар һаны — 31 (Баҡалы, Боғаҙы, Васильевка, Ғәйнәямаҡ, Елдәр, Елизаветино, Зәйет, Измаил, Ильинка, Иҫке Ҡалмаш, Йәрмәкәй, Кескенәш, Ҡаҙанғол, Ҡаҙансы, Ҡаръяуҙы, Ҡорос, Ҡырғыҙ-Миәкә, Мәнәүезбаш, Надеждино, Никольск, Өҫән-Ивановка, Семён-Макар, Соҡаҙытамаҡ, Стәрлетамаҡ, Төмәнәк, Түреш, Үрге Бишенде, Үрге Троицк, Әлшәй, Әмәкәй, Әсән), 1922 йылда — 44. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 1576 торама пункт була. Халыҡтың төп өлөшө игенселек менән шөғөлләнә. Өйәҙ 1922 йылда бөтөрөлә, уның төп территорияһы Бәләбәй кантоны составына, 2 улусы (Покровка һәм Фёдоровка) — Стәрлетамаҡ кантонына инә.

География үҙгәртергә

XVIII быуат аҙағында төньяҡта — Бөрө өйәҙе һәм Минзәлә өйәҙе, көнсығышта — Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Өфө өйәҙе, көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Бөгөлмә өйәҙе һәм Боғорослан өйәҙе менән сиктәш була. Майҙаны — 22 163 км² (1897).

Халҡы үҙгәртергә

XVIII быуат аҙағында — 62158 кеше (шул иҫәптән башҡорттар 17237), 1897 — 433179 (башҡорттар — 232960, мишәрҙәр — 2604, сыуаштар — 31443, татарҙар — 48784, урыҫтар — 88355 һәм башҡа), 1920—651 мең кеше. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 414122 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 12766, дворяндар — 5183 һәм башҡа; мосолмандар — 283929, православие динендәгеләр — 140142 (шул иҫәптән 7913 старообрядсы) һәм башҡа.

МилләтХалыҡ, кеш.%
Башҡорттар232 96053,78
Урыҫтар88 35520,40
Татарҙар48 78411,26
Мишәрҙәр26040,60
Сыуаштар314437,26
Бөтәһе433 179100,00

Иҡтисад үҙгәртергә

XX быуат башында ауыл хужалығы халыҡтың 84 %‑тан ашыуы мәшғүл була. 1904 йылда һөрөнтө ерҙәр майҙаны (мең дисәтинә) 453,8 тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге — 164,7, бойҙай — 104,6, тары — 55,2, һоло — 47, ҡарабойҙай — 24,4, борсаҡ — 12,5, картуф — 5,2, борай — 3,4; һыйыр малы һаны — 62892 баш, йылҡы — 49558, һарыҡ — 129544, кәзә — 15921, сусҡа — 6316. XX быуат башында Алафузов буҫтау фабрикаһы, 4 шарап ҡыуыу заводы, 32 кирбес һуғыу һәм 5 поташ заводы, 15 күн эшкәртеү, 60 итек тегеү һәм башҡа предприятиелар эшләй. Бәләбәйҙә, Аҙнағол, Байгилде, Баҡалы, Бүздәк, Дәүләкән, Иҫке Турай, Раевка, Шаран ауылдар йәрминкәләр үткәрелә. 1888 йылда өйәҙ аша Һамар—Златоуст тимер юлы (КинәлеӨфө участкаһы) үтә, 1911—14 йй. — Волга—Урал тимер юлы (БөгөлмәШишмә участкаһы). 298 мәсет, 19 сиркәү һәм 2 часовня (1865); 443 уҡыу йорто (1912) иҫәпләнә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Т.4. Белебеевский уезд. Уфа, 1898;
  • Уфимская губерния. Тетр. 1, 2. СПб., 1901—1904.
  • Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.45.
🔥 Top keywords: Баш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:ТасуирламаВикипедияИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:БелешмәМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:БерләшмәРумындарЭҙләүҙе оптималлаштырыуYouTubeПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыСатурн (планета)Асыҡ контентВикипедия:Һайланған мәҡәләләрМахсус:ЭҙләүВикипедия:ҠоролтайБашҡорт телеВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:КатегорияВикипедия:BarҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЭлектротехникаВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрGoogleБашҡорттарГейтс-оф-те-АрктикАсаева Гөлназ Рөстәм ҡыҙыПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләВикипедия:БашҡортнамәРәсәй ФедерацияһыМэттью ПерриАмерика Ҡушма ШтаттарыТарихИр енес ағзаһыГермания