Божор сәпсәү

Божор сәпсәү (рус. Фифи, лат. Tringa glareola) — һаралйын һымаҡтар ғаиләһенән ҡош. Ҡанаттары аҡлы-ҡаралы, арҡаһында һоро таптары бар. Оҙонлоғо 15-25 см тирәһе. Тундра һәм урман тундраһы зонаһында оя ҡора.

Божор сәпсәү

Божор сәпсәү утрауҙа Амчитка (Алеут утрауҙары)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Tringa glareola Linnaeus, 1758

Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 144006

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176618
NCBI  171269
EOL  1049421

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Божра сәпсәү, бозор сәпсәү. Ҙурлығы сыйырсыҡтай. Оҙон аяҡлы, оҙон суҡышлы һаҙ ҡошо. Кәүҙәһенең артҡы өлөшөн өҙлөкһөҙ бәүелтә, һырты ваҡ аҡ төрткөләр менән сыбарланған һорғолт көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Муйынында, түшендә ҡара-көрән төртөктәр, бар. Ҡара сәпсәүҙән арҡаһы һорғолт булыуы менән, ә тебеттән ҡойроҡ өҫтө аҡ булыуы менән айырыла.

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы көйлө һәм тоноҡ ҡына: «фи-фи-фии». Яҙғыһын ата ҡоштар яңғырауыҡлы һыҙғыралар: «түли-түли-түлүлүлүү».

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Батҡыллы күл һәм йылға буйҙарында, һаҙлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә оялай. Көрән таплы 4 бөртөк йәшкелт йомртҡаһы була. Ите өҫөн аулайҙар.

Галерея үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә


Һылтанмалар үҙгәртергә


🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрМахсус:ЭҙләүВикипедияGoogleВикипедия:БелешмәВикипедия:Алфавитлы күрһәткесYouTubeВикипедия:ҠоролтайЭҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Һайланған мәҡәләләрҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:БерләшмәПроект:МириадаПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләЕнси актВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрИнглиз телеПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:BarПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғаларыЭлектротехникаБашҡорт алфавитыАсыҡ контентЭякуляцияГермания9 июньХалыҡ-ара стандарт китап номерыБашҡорт телеҒәйшә бинт Әбү БәкерВикипедия:Башҡорт Википедияһында булырға тейеш мәҡәләләрИнтернет