Асҡын районы

Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район

Асҡын районы — Ҡариҙел йылғаһының уң ярында, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе менән сиктәш урынлашҡан. Үҙәге — Асҡын ауылы. Өфөгә 213 км һәм иң яҡын Щучье Озеро тимер юл станцияһы (Пермь өлкәһе) — 50 км. Район 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. Майҙаны — 2542  км². Халҡы 23 337 (2010) кеше (1970— 34,4, 1979 — 28,3, 1989 — 23,5 мең, 1995 — 24,2 мең). Күпселек башҡорттар, татарҙар, урыҫтар. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1  км². 9 кеше. Иң ҙур ауылдар: Асҡын (1989 — 5,8 мең кеше) һәм Ҡубыяҙ (1,4 мең кеше).

Асҡын районы
Асҡын районы
Флаг
Нигеҙләү датаһы20 август 1930[1]
Дәүләт Рәсәй
Административ үҙәкАсҡын[2]
Административ-территориаль берәмекБашҡортостан Республикаhы[3]
Сәғәт бүлкәтеUTC+05:00[d] һәм YEKT
Халыҡ һаны23 505 кеше (1989)[4],
23 928 кеше (2002)[5],
23 654 кеше (2008)[6],
23 588 кеше (2009)[7],
21 272 кеше (2010)[8],
20 486 кеше (2012)[9],
19 970 кеше (2013)[10],
19 581 кеше (2014)[11],
19 343 кеше (2015)[12],
19 000 кеше (2016)[13],
18 867 кеше (2017)[14],
18 235 кеше (2021)[15]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек183 метр
СиктәшПермь крайы, Свердловск өлкәһе, Ҡариҙел районы, Дыуан районы, Тәтешле районы һәм Балтаc районы
Майҙан2542 км²
Рәсми сайтaskino.bashkortostan.ru
Урынлашыу картаһы
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Асҡын районында ерләнгәндәр[d]
Карта
 Асҡын районы Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Район территорияһының көнсығыш өлөшө Өфө яйлаһының көнбайыш сигенә тура килә, йылғалар һәм йырғанаҡтар менән бүлгеләнгән. Көнбайыш рельефына түбәлектәр хас (Асҡын яҫы таулығы). Климаты уртаса йылы, ярайһы уҡ дымлы. Асҡын метеостанцияһы мәғлүмәттәре буйынса, абсолют максималь температура +36С, абсолют минималь −54С тәшкил итә. Район територияһы буйлап Ҡариҙелдең ҡушылдығы Төй (Һарыҫ ҡушылдығы) һәм Аяҙ йылғалары аға. Көлһыу тупраҡ, көлһыулығы һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡара тупраҡ һәм һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Территория шыршы һәм аҡ шыршы үҫкән урмандар зонаһына инә.

Ләкин улар киң япраҡлы ағастарға (бигерәк тә йүкә), шыршы, аҡ шыршы, ҡайын, уҫаҡ урмандарына алышынған. 1963 йылда райондың көньяҡ.-көнбайышында тайга зонаһы йәнлектәрен (шәшке, мышы, һыуһар, ҡама, һеләүһен һ.б.) һаҡлау өсөн Асҡын дәүләт заказнигы ойошторолған.

Геотектоник йәһәттән район територияһы Башҡорт көмбәҙе сиктәрендә ята. Запастары күп булмаған Ҡәйүм, Степановка, Көнгәк, Бейәбаш нефть ятҡылыҡтары, шулай уҡ Яңы Ҡаҙансы һәм Кубияҙ газ ятҡылыҡтары табылған. Эзбизташ, төҙөлөш ташы, доломит, балсыҡ, ангидрит ятҡылыҡтары ярайһы уҡ күп. Агрономик рудалар осрай. Урындағы ихтыяж өсөн төҙөлөш ташы (Урмияҙ, Анастасьино), ҡырсын таш (Гөмбә), эзбизташ (Ҡаҙансы) сығарыу карьерҙары асылған.

«Башплодородие» ПБ балансында 10-ға яҡын агроруда ятҡылығы бар: Ҡышлауйылға торф-туф (990 мең т), Любимовка йомшаҡ эзбизташы (880 мең т), Мутабаш күл-һаҙлыҡ эзбизы (686 мең т) ятҡылыҡтары.

Иҡтисад

үҙгәртергә

Район иҡтисадына аграр-урман сәнәғәте йүнәлеше хас. Ауыл хужалығы ерҙәре 92,8 мең га (райондың дөйөм майҙаны 36,7 %), шуның 66,7 мең га өлөшөн һөрөнтө ерҙәр, 18,7 мең га — көтөүлектәр тәшкил итә.

Ауыл хужалығында ужым арышы, яҙғы бойҙай, картуф үҫтерелә, һөт-ит малы һәм сусҡа үрсетелә. ауыл хужалығы предприятиелары араһында «Урмияҙ», «Төй» һәм «Дружба» малсылыҡ совхоздары айырылып тора.

Асҡын ауылында йәшелсә киптереү, май-сыр заводтары, РТП эшләй. Асҡын лесхозы биләгән 126 мең га урманда 16981 мең м³ ағас (шул иҫәптән 6300 мең м³ылыҫлы ағастар) бар. Шуларҙың 8700 мең м³ өлгөргән һәм ҡартайған ағас. Башлыса Һарыҫ—Аяҙ йылғалары араһындағы урман ҡырҡылауылы Бында Асҡын леспромхозының урман пункты эшләй. Төй йылғаһының урта ағымындағы урмандарҙа ағас әҙерләү менән Талог леспромхозының урман пункттары шөғөлләнә.

Транспорт бәйләнеше Асҡын—Яугилде автомоб. юлы менән (артабан Бөрө һәм Благовещен аша) ғәмәлгә ашырыла. Суднолар йөрөгән миҙгелдә тимер һәм автомоб. юлдарынан алыҫта ятҡан көньяҡ-көнсығыш тау-тайга төбәктәре йылға транспорты менән файҙалана.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың халыҡ һаны:

ЙылХалыҡ һаны
198923 505[4]
200223 928[5]
200823 654[6]
ЙылХалыҡ һаны
200923 588[7]
201021 272[8]
201220 486[9]
ЙылХалыҡ һаны
201319 970[10]
201419 581[11]
201519 343[12]
ЙылХалыҡ һаны
201619 000[13]
201718 867[14]
202118 235[15]

Социаль-мәҙәни өлкә

үҙгәртергә

Районда 51 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 15 урта мәктәп; Асҡын ПУ, 29 китапхана, 54 клуб, 4 дауахана бар. Башҡортса «Йәнтөйәк», урыҫса «Аскинская новь», татарса «Ышаныч» исемле район гәзиттәре сыға.

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. ОКТМО (урыҫ)
  3. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  4. 4,0 4,1 Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность населения СССР, РСФСР и ее территориальных единиц по полу (урыҫ)
  5. 5,0 5,1 Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
  6. 6,0 6,1 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  7. 7,0 7,1 Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
  8. 8,0 8,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  9. 9,0 9,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  10. 10,0 10,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  11. 11,0 11,1 Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  12. 12,0 12,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  13. 13,0 13,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (5 октябрь 2018). Дата обращения: 15 май 2021. Архивировано 8 май 2021 года.
  14. 14,0 14,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Дата обращения: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
  15. 15,0 15,1 Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Дата обращения: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  16. Башҡорт энциклопедияһы — Бәкерова Әминә Ғәйфулла ҡыҙы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2017)
  17. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәлиев Тимерғәзи Арыҫлан улы 2017 йыл 27 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 ноябрь 2018)
  18. http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/12075 2019 йыл 24 декабрь архивланған. Башҡорт энциклопедияһы — Праведников Николай Константинович] (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2018)
  19. Шабиев Салават Галиевич 2018 йыл 21 сентябрь архивланған.. Календарь знаменательных дат и событий Южно-Уральского государственного университета. Проверено 19 сентября 2018.
  20. Рустэм Хамитов вручил государственные награды России и Башкортостана. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 4 апрель (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2018)
  21. Список награжденных (2018.04.04). 45. Юнусова Файруза Фаязовна — директор (главный редактор) Аскинского информационного центра — филиала ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан»(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2018)

Һылтанмалар

үҙгәртергә


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә