Саҡаева Динә Дамир ҡыҙы

Онколог. Медицина фәндәре докторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы

Саҡаева Динә Дамир ҡыҙы (13 ғинуар 1967 йыл) — онколог. Медицина фәндәре докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2014).[1].

Саҡаева Динә Дамир ҡыҙы
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө13 ғинуар 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (57 йәш)
Тыуған урыныӨфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрөтабип, онколог
Уҡыу йортоБДМУ
Ғилми дәрәжәмедицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Динә Дамир ҡыҙы Саҡаева 1967 йылдың 13 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған. 1984 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә һәм уны 1990 йылда уңышлы тамамлай[1]. 1990—1993 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһы базаһында «анестезиология һәм реаниматология» һөнәре буйынса клиник ординатура үтә (Приказ № 568-у. 30.08.1990).

1993 йылдан алып Өфөнөң 18‑се дауаханаһында, 1995 йылдан — Республика клиник онкология диспансерында эшләй, 2007 йылдан башлап химиотерапия буйынса баш табип урынбаҫары[2][1].

1996 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетында «медицина фәндәре кандидаты» ғилми исеменә дәғүә итеп кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай (Фән кандидаты дипломы КТ № 022451). 2004 йылдың 7 майында Юғары аттестация комиссияһының ҡарары менән (№ 21д/26) «медицина фәндәре докторы» ғилми исеме бирелә (Фән докторы дипломы ДК № 021799)[2].

Фәнни эшмәкәрлеге онкологик ауырыуҙарҙы дауалағанда шештәргә ҡаршы дарыуҙар тәьҫирен өйрәнеүгә, яман шештәрҙең химиотерапия ысулдарын камиллаштырыуға, иҫкәртеүгә һәм өҙлөгөүҙәрен төҙәтеүгә арналған. Динә Дамир ҡыҙы Саҡаева ҡатнашлығында цитостатик һәм нурланыштан һуңғы лейкопенияны иҫкәртеү һәм дауалау ысулы эшләнә. Ул 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм бер уйлап табыу авторы.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Клиническая фармакология в онкологии. М., 2007 (авторҙаш);
  • Ежедневник врача‑онколога. М., 2011 (авторҙаш);
  • Поликлиническая онкология. М., 2014 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2014)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
🔥 Top keywords: Баш битМорис БежарРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуМагмалы тау тоҡомдарыВикипедия:БелешмәМэттью ПерриМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:БерләшмәАрыҫлан петроглифтарыМахсус:ЭҙләүҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Рәхим итегеҙЭякуляцияПроект:МириадаВикипедия:КатегорияЕнси актВикипедия:Алфавитлы күрһәткес23 июньВикипедия:ҠоролтайҠатнашыусы менән һөйләшеү:I Choose FreedomВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрИр енес ағзаһыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрАсыҡ контент14 октябрьПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЛитва телеСалауат Юлаев16 декабрьВикипедия:БашҡортнамәСребреницалағы геноцидБашҡорт халыҡ йырҙарыБирсәткәБөркөт