Колумбия (йылға)

Колумбия (ингл. Columbia River) — Төньяҡ Американың төньяҡ-көнбайышындағы йылға[3].

Колумбия
ингл. Columbia River
Характеристика
Оҙонлоғо2000 км
Бассейн668 217 км²
Һыу сығымы7500[1][2] м³/с
Һыу ағымы
ИнешеКолумбия
 · УрынлашыуыБритан Колумбияһы, Канада
 · Бейеклеге820 м
 · Координаталар50°13′ с. ш. 115°51′ з. д.HGЯO
ТамағыТымыҡ океан
 · УрынлашыуыОрегон, АҠШ
 · Бейеклеге0 м
 · Координаталар46°14′39″ с. ш. 124°03′25″ з. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейныТымыҡ океан

ИлдәрКанада Канада, Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Колумбия (йылға) (АҠШ)
Точка
тамағы
Колумбия Викимилектә

География үҙгәртергә

Оҙонлоғо — 2000[4] км.

Колумбия күле
Колумбия бассейны

Йылға Канаданың Британ Колумбияһы провинцияһында Ҡаялы тауҙарҙа, Мең сусаҡтар үҙәне исеме аҫтында билдәле булған урында башлана. Йылға диңгеҙ кимәленән 820 м бейеклектә урынлашҡан Колумбия күленән сыға. Тәүге 320 км оҙонлоғонда Мең сусаҡтар үҙәне буйлап төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә башта Уиндемер, һуңынан Кинбаскет күлдәре аша аға. Селерк тауҙарының төньяҡ осон уратып йылға йүнәлешен көньяҡа үҙгәртә, Ревелсток һәм Арроу күлдәре аша үтә.

Арроу күленән түбәндәрәк уға Кутеней йылғаһы үҙенең һыуҙарын ҡоя. АҠШ сигенән яҡынса 3 км алыҫлыҡта Колмубияға Панд-Ореййылғаһы ҡушыла[5].

Артабан йылға көньяҡ йүнәлешенедә ағыуын дауам итә, Вашингтон штатының көнсығыш өлөшө аша аға һәм уға Спокан йылғаһы ҡушылған урында — көнбайышҡа борола. Оканоган йылғаһы ҡушылған урында Колумбия йәнә көньяҡҡа, ә Уэнатчи тамағы янында — көньяҡ-көнсығышҡа табан аға. Үҙенең иң ҙур ҡушылдығы Снейк йылғаһы менән ҡушылған урында Колумбия көнбайышҡа табан борола һәм Тымыҡ океанға ҡойғанға тиклем үҙенең 497 км оҙонлоғонда Вашингтон һәм Орегон штаттары араһында сик барлыҡҡа килтерә[6].

Колумбия Төньяҡ Америкала иң күп электроэнергия етештереүсе йылға булып тора, бында 14 гидроэлектростанция төҙөлгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1.  (инг.) Kimbrough, R.A.; Ruppert, G.P.; Wiggins, W.D.; Smith, R.R.; Kresch, D.L.: Water Data Report WA-05-1: Klickitat and White Salmon River Basins and the Columbia River from Kennewick to Bonneville Dam (PDF). Water Resources Data-Washington Water Year 2005. United States Geological Survey (2006). Дата обращения: 1 апрель 2008. Архивировано 18 июнь 2012 года.
  2.  (инг.) Identical data in: Loy William G. Atlas of Oregon. — University of Oregon Press. — P. 164–65. — ISBN ISBN 0-87114-102-7.
  3. Колумбия, река в Северной Америке 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  4. The Columbia River. Columbia River Keeper (2013). Дата обращения: 1 февраль 2014. Архивировано 11 апрель 2014 года. 2019 йыл 7 ғинуар архивланған.
  5. The Atlas of Canada: Toporama – Topographic Maps. Natural Resources Canada (2006). Дата обращения: 2 сентябрь 2009. Архивировано 5 июнь 2012 года.
  6. Oregon's Publicly-Owned Waterways. Public Ownership of Submerged and Submersible Land. Oregon Department of State Lands. Дата обращения: 9 март 2008. Архивировано 5 июнь 2012 года. 2010 йыл 27 май архивланған.


🔥 Top keywords: Газпром Нефтехим СалауатБаш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыХо Ши МинВикипедияМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрАксаков Сергей Тимофеевичxee65Википедия:БелешмәЭлектротехникаВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуВьетнамВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайЕнси актВикипедия:BarЙәнгиров Азат Вәзир улыМахсус:ЭҙләүПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЯрымутрау дәүләттәренең хроникаһыҒафури районыПроект:Вики-яҙ 2024Асыҡ контентВикипедия:Рәхим итегеҙЮХЛ беренселеге 2017/2018 йылдар миҙгелендәАмерика Ҡушма ШтаттарыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүИр енес ағзаһыБашҡорт алфавитыХәлил (Әбйәлил районы)Файл:NRW, Neuss - Quirinus-Munster 03.jpgПушкин Александр СергеевичФекерләшеү:Баш битҒәрәп-израиль конфликтыБашҡорт теле