Ихсан (ислам)

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ихсан (ғәр. إِحْسَان‎ — «шәфҡәтлелек, изгелек») — ислам динендә: сауаплы ғәмәлдәр, камил ғибәҙәт ҡылыу, эскерһеҙ хеҙмәт итеү, мосолмандың Аллаһҡа Уны күреп тормаһа ла, күргән кеүек ғибәҙәт ҡылыуы, сөнки Аллаһ уны күреп тороуын белә. Иман һәм ислам менән бер рәттән, динлелектең өс дәрәжәһенең береһе һәм иң юғары иман сағылышы. Ихсанға ҡапма-ҡаршыһы — ике йөҙлөлөк (мөнафиҡ) һәм кешегә күрһәтеү өсөн эшләнгән эш[1].

Ғәмәлдәр

үҙгәртергә

Ихлас ихсанға ирешеү өсөн мосолмандарға Аллаһты һәр саҡ иҫтә тоторға (зекер), төрлө ғибәҙәт төрҙәрендә тырышлыҡ һалырға, үҙ эгоһына (нәфсеһенә) ҡаршы көрәшергә, бөтә гонаһтарҙан ихлас тәүбә итергә, миһырбанлыҡ һәм башҡа шундай ғәмәлдәр менән күңелдәрен таҙартырға кәңәш ителә[1].

Цитаталар

үҙгәртергә
  • Мөхәммәт Пәйғәмбәр: "Ихсан — һин Аллаһыға Уны күргән кеүек табынаһың, ләкин һин Уны күрмәгән хәлдә лә, Ул һине күрә, " — тигән.[2].
  • Бер остаздың уҡыусылары күп булған, әммә уларҙың береһенә ул күберәк һөйөп һәм яратып ҡараған, шунлыҡтан башҡа уҡыусылар уға көнләшкән. Уларҙың теге шәкерткә ҡарата мөхәббәте хаҡындағы һорауҙарына яуап бирер өсөн, уҡытыусы уларға, бер кемгә лә күрһәтмәй генә тауыҡ килтереүҙәрен үтенгән.
Икенсе көндө бөтә шәкерттәр ҙә бер салынған тауыҡ алып килә, ә инде уның яратҡан шәкерте тере тауыҡ килтерә. Һабаҡташтары унан көлә. Остазы ни өсөн тауыҡты салмағанын һорағас, шәкерте былай тип яуап бирә: "Һеҙ бит бер кем дә күрмәҫлек итеп салырға ҡуштығыҙ, ләкин мин Аллаһ мине күрмәгән урынды тапманым ".
Шул саҡ остаз шәкерттәренә: «Бына шуның өсөн мин уны яратам», — тигән.[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Әҙәбиәт

үҙгәртергә
  • Али-заде, А. А. Ихсан // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Ихсан. Islamdag.ru (27 июнь 2009). Дата обращения: 1 сентябрь 2013.
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә