Төҫ

оптик диапазонда электромагнит нурланыштың сифат субъектив характеристикаһы

Төҫ — оптик диапазондың электромагнит нурлашының сифатлы ҡылыҡһырламаһы. Төҫ күҙҙең физиологик тойоуында билдәләнә һәм физик, физиологик һәм психологик факторҙарға буйһона. Уны үҙләштереү һәр кешегә индивидуаль була, ул тағы ла спектраль состав менән, яҡтылыҡ сығанаҡтар һәм яҡтыртылтылмаған объектар төҫлө һәм баҙыҡлыҡ контрасттары менән билдәнә. Быларҙан башҡа, төҫтө үҙләштереү метамерия, кеше күҙенең шәхси нәҫел үҙенсәлегенә һәм психикаһына бәйле.

Төҫлө ҡәләмдәр

Инеш үҙгәртергә

Субъектив үҙләшерелгән төҫ нурланышын күреү, уның спектырына, кешенең психофизиолик торошона (уға фон яҡтылығы/төҫө, төҫ температураһы, күреү адаптацияһы тәьҫир итә), һәм үҙенә генә хас булған күҙҙең һыҙатына (дальтонизм) буйһона.

Мониторҙың экранындағы спектр (уңда спектраль булмаған пурпур урыны өҫтәлгән).
Ҡыҙыл, йәшел һәм күк дүрмөйөштәр спектр аҫтында баҙыҡлыҡ һәр өс бойондороҡһоҙ төр колбаларҙа (кеше күҙенең рецепторҙары) сағыштырмаса интенсив тойоуҙар күрһәтелгән.

Төҫтәр түбәндәгесә айырыла:

  • ахроматик төҫтәр (аҡ, буҙ, ҡара) һәм хроматик төҫтәр;
  • спектраль төҫтәр һәм спектраль булмаған төҫтәр (пурпур төҫмәрҙәр).

«Төҫ» һәм «төҫтө үҙләштереү» төшөнсәләре үҙгәртергә

Колбаларҙың — кешенең төҫ рецепторҙарының уртаса нормализациялы спектраль ҡылыҡһырламалары. Штрихлы һыҙыҡ менән таяҡсаларҙың (сетчатканың) тойоуы — эңерле күреү рецепторҙары күрһәтелгән. Тулҡын оҙонлоғо күсәре булып логарифм масштабы тора.

«Төҫ» төшөнсәһенең ике мәғәнәһе бар: ул бер ниндәй объектан яҡтылыҡтың сағылыуынан барлыҡҡа килгән психологик тойғоға ҡарарға мөмкин (хәнәүәт әфлисун), шулай уҡ яҡтылыҡ сығанағы төшөнсәһенең ҡылыҡһырламаһы булыуы мөмкин (әфлисун төҫө — хәнәүәт төҫө). Беренсе осраҡта һүҙ төҫтө субъектив үҙләштереү тураһында барһа, икенсеһендә — тик күҙәтелеүсе нурланыш тулҡынының оҙонлоғо хаҡында.

Төҫтө үҙләштереү физиологияһы үҙгәртергә

Төҫтөң тойғоһы мейелә төҫ һушлы күҙәнәктәрен — кеше йә хайуандың күҙ сетчаткаһы рецепторҙарын (колбаларҙы) — ҡуҙғатҡанда йәки туҡтағанда барлыҡҡа килә. Кешелә һәм приматтарҙа колбаларҙың спектраль хислелеге менән айырылған өс төрө була: ρ (шартлыса «ҡыҙыл»), γ (шартлыса «йәшел») и β (шартлыса «күк»)[1]. Колбаларҙың яҡтылыҡ хислеге түбән, шунлыҡтан яҡшы төҫтө үҙләштерер өсөн етерлек яҡтыртыу йәки баҙыҡлыҡ кәрәк. Төҫ рецепторҙары иң күбеһе сетчатканың үҙәк өлөшөндә була.

Һәр бер кешенең төҫ хислеге был өс төҫ хислектәре суммаһы менән күрһәтелә. Һөйрәлеүселәр, ҡоштар һәм ҡайһы бер балыҡтарҙың киңерәк оптик нурланышы була.

Спектраль төҫтәр үҙгәртергә

Өҙлөкһөҙ спектр үҙгәртергә

Өҙлөкһөҙ оптик спектр. Мониторҙарға гамма-коррекцияһы 1.5. күрһәткесе менән

Төҫтәрҙең өҙлөкһөҙ спектырын дифракцион рәшәткәлә күҙәтергә була. Йәйғор тәбиғәт күренеше спектырҙың яҡшы демонстрацияһы булып тора.

Спектр төҫө һәм төп төҫтәр үҙгәртергә

Тәүге тапҡыр өҙлөкһөҙ спектырҙы ете төҫкә Исаак Ньютон бүлгән. Был бүлеү шартлы һәм күбеһенсә осраҡлы рәүештә. Ньютон Европа нумерологияһы тәьҫире аҫтында булған һәм октавалағы ете нотаға оҡшата (сағыштырығыҙ: ете металл, ете планета һ. б.). ХХ быуатта Освальд Вирт «октавалы» система тәҡдим итә (2 йәшел — һалҡын, диңгеҙ һәм йылы, үлән' төҫтәрен индергән), әммә ул киң таралыу ала алмаған.

ТөҫТулҡындар оҙонлоң диапазоны, нмЙышлыҡтың диапозоны, ТГцФотондар энергияһының диапазондары, эВ
Ҡыҙыл625—740405—4801,68—1,98
Хәнәүәт (ҡыҙғылт-һары)590—625480—5101,98—2,10
Һары565—590510—5302,10—2,19
Йәшел500—565530—6002,19—2,48
Зәңгәр485—500600—6202,48—2,56
Күк440—485620—6802,56—2,82
Шәмәхә380—440680—7902,82—3,26

Бөйөк Британияла ҡыҙыл, һары һәм күк төҫтәре оҙаҡ «төп төҫтәр» булып торғандар, тик 1860 йылда Джеймс Максвелл RGB (ҡыҙыл, йәшел, күк) адитив системаһын индерә. Хәҙерге заманда был системаға ҙур өҫтөнлөк бирелә.

Рәссамдар «төп төҫтәр» тип ҡыҙыл, һары һәм күк төҫтәрҙе алғандар, сөнки һарыны башҡа төҫтәрҙе ҡушып барлыҡҡа килтереп булмай.

1931 йылда CIE төҫ XYZ системаһы төҙөй, ул шулай уҡ «нормаль төҫ системаһы» аҫтында билдәле.

1951 йылда Энди Мюллер субтрактив CMYK системаһын тәҡдим итә (күк-йәшел, пурпур, һары, ҡара), ул полиграфия һәм төҫлө фотографияла киң таралыу таба.

Төп һәм өҫтәмә төҫтәр үҙгәртергә

RGB системаһында (ҡыҙыл—йәшел—күк) төҫтәр 12 төп тонға бүленәләр: 3 төп төҫ, 3 өҫтәмә, һәм тағы ла 6 аралыҡ тондар.

Төҫтәрҙең аддитив күсеүе
ТөҫТәртипТон (төҫмөр), 0-239Тон, 0-360 (HSV)Ун алтылы код
1ҠыҙылI00/360FF0000
2Ҡыҙғылт-һары (хәнәүәт)III2030FF8000
3ҺарыII4060FFFF00
4ЙәшкелтIII609080FF00
5ЙәшелI8012000FF00
6Йәшел-күкIII10015000FF80
7Зәңгәр (күкһел)II12018000FFFF
8Зәңгәрһыу (аҡһыл-күк)III1402100080FF
9КүкI1602400000FF
10ШәмәхәIII1802708000FF
11Ҡара-ҡыҙыл (пурпур)II200300FF00FF
12Сағыу ал (ҡан ҡыҙыл)III220330FF0080

Киләһе таблицала төп төҫтәр ҡыҙыл, һары һәм күк булған (RYB) төҫ түңәрәгенең 12 төҫө күрһәтелгән. Бында төҫтәр төп (беренсе тәртиптәге төҫтәр), составлы (икенсе тәртиптәге төҫтәр) һәм ҡатмарлы (өсөнсө тәртиптәге төҫтәр)[2].

Төҫтәр түңәрәге
ТөҫТөҫтөң тәртибе
1ҠыҙылI
2Ҡыҙыл-хәнәүәтIII
3Хәнәүәт (ҡыҙғылт-һары)II
4Һары-хәнәүәтIII
5ҺарыI
6Һары-йәшелIII
7ЙәшелII
8Күк-йәшелIII
9КүкI
10Күк-шәмәхәIII
11ШәмәхәII
12Ҡыҙыл-шәмәхә (пурпур)III

Ахроматик төҫтәр үҙгәртергә

Буҙ төҫөнөң төҫмөрҙәре ахроматик («төҫһөҙ») булып торалар. Иң сағыу булып аҡ төҫ булып тора, ә иң ҡараңғыһы — ҡара төҫ.

                              

Төҫтөң ҡылыҡһырламаһы үҙгәртергә

Һәр төҫтөң үлсәмле физик ҡылыҡһырламаһы була (спектраль составы, сағыулыҡ):

Сағыулыҡ үҙгәртергә

Бер үк спектрҙың төҫөнә ҡараған бер үк ҡуйылыҡтағы төҫмөрҙәр бер береһенән сағыулыҡ дәрәжәһе менән айырылыуы мөмкин. Мәҫәлән, асыҡлыҡ кәмегәндә күк төҫ яйлап ҡара төҫкә яҡынлаша.

                                    

Һәр бер төҫ сағыулыҡ максималь кәмегәндә ҡара төҫкә әүерелә. Башҡа төҫтөң ҡылыҡһырламары һымаҡ, баҙыҡлыҡ күбеһенсә субъектив сәбәптәргә бәйләнгән, улар үҙләштереү психологияһына шартлы.

Асыҡлыҡ үҙгәртергә

Асыҡлыҡ төшөнсәһе аныҡ төҫкә түгел, ә спектрҙың төҫмөрөнә, тонына ҡарай. Төрлө тонлы булған төҫтәр башҡа бер үк ҡылыҡһырламалар булғанда, беҙгә төрлө асыҡлыҡ менән күренә. Иң асыҡ төҫ булып һары тон үҙе торһа, иң ҡараһы — күк йәки күк-шәмәхә.

                                    

Ҡуйылыҡ үҙгәртергә

Ҡуйылыҡ — хроматик төҫтөң уға асыҡлыҡ буйынса тигеҙ булған ахроматик төҫтән айырылыу дәрәжәһе, төҫтөң «тәрәнлеге». Бер тондың ике төҫмөрҙәре тоноҡлоҡ дәрәжәһе менән айырылыуы мөмкин. Ҡуйылыҡ кәмегәндә һәр бер хроматик төҫ буҙ төҫкә яҡынлаша.

                                    

Төҫ тоны үҙгәртергә

Төҫ тоны — төҫтөң спектарҙа урынлашыуы өсөн яуап биргән ҡылыҡһырлама: һәр бер хроматик төҫ бер ниндәй спектраль төҫкә ҡарарға мөмкин. Бер үк спектрҙа урынлашҡан төҫмөрҙәр (әммә, мәҫәлән, ҡуйылыҡ һәм асыҡлыҡ менән айырылған) бер үк тонға ҡарайҙар. Тонды үҙгәрткәндә, мәҫәлән, күк төҫтән спектрҙың йәшел яғына — ул зәңгәргә алышына, ә тиҫкәрегә үҙгәрткәндә — шәмәхә төҫөнә инә.

                                    

Ҡайһы берҙә тондың үҙгәртеүен төҫтөң «йылылығы» менән нисбәтләнә. Ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары һәм һары төҫмөрҙәре ут рәүешендә күҙ алдына килтерелгәс, уларҙы йылы тондар тип атайҙар, ә зәңгәр, күк һәм шәмәхә, һыу һәм боҙ менән сағыштырып — һыуыҡ тондар тип атайҙар. Бында төҫтөң «йылылығын» билдәләү субъектив (шәхси өҫтөнлөктәр, күҙәтеүсенең торошо, адаптация һәм башҡалар) йәки объектив (төҫтөң фоны булыуы һәм башҡалар) психик һәм физиологик факторҙарға бәйләнеүен иҫәпкә алырға кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта төҫ температураһы төшөнсәһен — ҡайһы бер яҡтылыҡ сығанаҡтарының ҡылыҡһырланмаһын төҫтөң «йылылығын» субъектив тойоуҙан айырырға кәрәк. Йылылыҡ нурланышы төҫө температура күтәрелгән саҡта «йылы төҫмөрҙәр» аша үтә: ҡыҙылдан һары аша аҡҡа табан, әммә максималь төҫ температураһына циан төҫө эйә була.

Башҡа төҫтәр, шул иҫәптән спектраль булмаған үҙгәртергә

Төҫ арауығының диаграммаһы CIE 1931. Төҫ арауығын айырып торған тышҡы һыҙыҡта спектраль (монохроматик) төҫтәренең тулҡындарының оҙонлоғо (нм) күрһәтелгән
ТөҫУрыҫ телендәТөҫтөң һүрәтленеше
Ҡара төҫЧёрный цвет
Буҙ төҫСерый цвет
Көмөш төҫөСеребристый цвет
Аҡ төҫБелый цвет
Алтын төҫөЗолотистый цвет
Каштан төҫөКаштановый цвет
Көрән төҫКоричневый цвет
Һоро төҫБурый цвет
Шамуа төҫөЦвет шамуа
Зәйтүн төҫөОливковый цвет
Һаҙ төҫөБолотистый цвет
Үлән төҫөТравяной цвет
Циан төҫөЦвет циан
Аквамарин төҫөЦвет аквамарин
Фирүзә төҫөБирюзовый цвет
Алһыу төҫРозовый цвет
Сағыу ал төҫМалиновый цвет
Пурпур төҫөПурпурный цвет
Сейә ҡыҙыл төҫПунцовый цвет
Ал төҫАлый цвет
Ҡан-ҡыҙыл төҫБордовый цвет
Сейә төҫөВишнёвый цвет
Шоколад төҫөШоколадный цвет
Фил һөйәге төҫөЦвет слоновой кости
Хаки төҫөЦвет хаки
Аҡһыл көрән төҫБежевый цвет

Төҫтөң физик химияһы үҙгәртергә

  • Хромофор
  • Яҡтылыҡ
  • Электромагнит спектры
  • Нурланыштың спектраль тығыҙлығы
  • Төҫтөң баҙыҡлығы
  • Төҫ температураһы
  • Төҫ теорияһы
  • Батохром күсеше

Колориметрия һәм төҫтө яңынан тергеҙеү үҙгәртергә

Төҫтөң һәм спектраль төҫтөң бәйләнеше үҙгәртергә

Төрлө тармаҡтарҙа файҙаланырға уңайлы булған бер нисә төҫ шкалаһы бар. Төҫтө үлсәр өсөн колориметр һәм спектрофотометр ҡулланалар. Ғәмәлдә сәнәғәт етештереүендә, полиграфияла Төҫтөр атласы менән ҡулланалар.

Төҫтәрҙе ҡулланыу үҙгәртергә

Төҫ кешенең иғтибары менән идара итеү сараһы булып киң ҡулланыла. Ҡайһы бер эргәләштереүҙәр бик уңайлы (мәҫәлән, күк + һары), ә ҡайһылары — улай уҡ түгел (мәҫәлән, ҡыҙыл + йәшел). Колористика — төҫтәрҙеэргәләштереү сәнғәте булып тора.

Төҫтө үҙләштереү психологияһы үҙгәртергә

  • Төҫтөң исеме
  • Синестезия
  • Төҫтөң рифмаһы
  • Төҫтөң иллюзиялары:

Төҫтәрҙең күсеүе һәм ҡушылыуы үҙгәртергә

  • Төҫтәрҙең күсеүе
  • Колеровка

Тәбиғәттә төҫтөң уйнауы үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Домасев М. В., Гнатюк С. П. Цвет, управление цветом, цветовые расчеты и измерения. СПб.: Питер, 2009.
  2. Уилан Б. Гармония цвета: Новое руководство по созданию цветовых комбинаций / Б. Уилан; Пер. с англ. Г. Щёлоковой. — М.: ООО «Издательство Астрель»: ООО «Издательство АСТ», 2005.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Алферов А. С., Шихирин В. Н., Верняев В. И., Афанасьев А. Н. Полутоновой клин для метрологической аттестации автоматизированных систем контроля внешних признаков полуфабрикатов РЭА. Тезисы докладов Всесоюзной научно-технической конференции «Конструктивно-технологическое обеспечение качества микро- и радиоэлектронной аппаратуры при проектировании и в производстве». Ижевск, февраль 1986 года.
  • Артюшин Л. Ф. Основы воспроизведения цвета в фотографии, кино и полиграфии, М., 1970.
  • Вавилов Н. Свет и цвет в природе.
  • Гуревич М. М. Цвет и его измерение, М. — Л., 1950.
  • Кустарёв А. К. Колориметрия цветного телевидения, М., 1967.
  • Ивенс Р. М. Введение в теорию цвета, пер. с англ., М., 1964
  • Уилан Б. Гармония цвета: Новое руководство по созданию цветовых комбинаций / Пер. с англ. Г. Щёлоковой. — М.: ООО «Издательство Астрель»: ООО «Издательство АСТ», 2005.
  • Шерцль В. И. О названиях цветов 2016 йыл 14 октябрь архивланған. // «Филологические записки», Воронеж, 1873.
  • Яковлев Б. Цвет в живописи // Художник. 1961, № 3. С.27-31.
  • Deane B. Judd and Gunter Wyszecki — Color in business, science and industry 1975, ISBN 0-471-45212-2
  • Emil Ernst Ploß. Ein Buch von alten Farben. Technologie der Textilfarben im Mittelalter mit einem Ausblick auf die festen Farben. Heidelberg und Berlin 1962, Neudruck: Moos, München 1977 (4. Aufl.), ISBN 3-7879-0064-0.
  • Libero Zuppiroli et Marie-Noëlle Bussac. Traité des couleurs, PPUR,‎ 2011.
  • Michel Pastoureau et Dominique Simonnet. Le petit livre des couleurs, Paris, Éditions du Panama, coll. «Points»,‎ 2005.
  • Norbert Welsch, Claus Chr. Liebmann. Farben. Natur, Technik, Kunst. Spektrum, München 2004, ISBN 3-8274-1563-2.
  • Petra E. Weingart, Rudolf Forster (Hrsg.) Ich und die Farbe sind eins. Kovac, Hamburg 2005, ISBN 3-8300-1813-4.
  • Robert Sève. Science de la couleur: Aspects physiques et perceptifs, Marseille, Chalagam,‎ 2009.
  • Wyszecki G., Stiles W. S. Color science. N. Y. — L. — Sydney, 1967.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Инглиз телендә үҙгәртергә

 дня) — историякопия)


Төҫ
Аҡ Һоро ҠараҠыҙыл АлҺары ЙәшелЗәңгәр Күк
🔥 Top keywords: Баш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:БелешмәВикипедияИкенсе донъя һуғышыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрАрыҫлан петроглифтарыМахсус:ЭҙләүВикипедия:ҠоролтайВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМостай КәримБашҡорт алфавитыВикипедия:КатегорияВикиВикипедия:Рәхим итегеҙЭҙләүҙе оптималлаштырыуКарфагенҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүАвстралияҒарипов Рәми Йәғәфәр улыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыСалауат ЮлаевГрек алфавитыВикипедия:БерләшмәЕкатерина IIФекерләшеү:Баш битБашҡорт телеПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актКөнсығыш ТөркөстанВикипедия:BarОперацион системаМәжит ҒафуриҺүҙбәйләнешБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыМәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаҠылым