Йыуан эсәк

Йыуан эсәк (лат. intestinum crassum) — аш һеңдереү юлының аҫҡы өлөшө, эсәклектең түбәнге яғы; эшкәртелгән аҙыҡтан хасил булған бутҡа һымаҡ массаның (химустың) һыуы ошонда һурыға һәм формалы тиҙәк барлыҡҡа килә. Артҡы эсәккә инә [1]. Йыуан эсәк — һөтимәрҙәрҙең, шул иҫәптән кешенең дә, эсәклегендәге иң киң өлөшө, ул ҡорһаҡ ҡыуышлығында һәм кесе янбаш ҡыуышлығында урынлашҡан, һуҡыр эсәктән (coecum), туҡ эсәктән һәм тура эсәктән тора.

Йыуан эсәк

Кешенең ҡорһағы: ҡыҙыл төҫтә — бауыр,
зәңгәр — ашҡаҙан һәм йыуан эсәк

1 — селәү һымаҡ үҫентеһе менән һуҡыр эсәк һәм үрләүсе туҡ эсәк; 2 — арҡыры туҡ эсәк; 3 — түбәнләүсе туҡ эсәк; 4 — сигма һымаҡ эсәк; 5 — тура эсәк
Латинса исеме

intestinum crassum

Ҡан менән тәьмин итеү

үрге һәм түбәнге бығым артериялары

Иннервация

ҡарын үрелмәһе

Лимфа

түбәнге мезентериаль лимфа төйөндәре

Каталогтар

Gray?Dorlands

Кешенең туҡ эсәге түбәндәгеләрҙән тора: һуҡыр эсәк дауамы булған үрләүсе өлөш; арҡыры ятҡан өлөш; S хәрефенә оҡшаш бөгөл — flexura sigmoidea seu S romanum — ярҙамында тура эсәк менән тоташҡан түбәнләүсе өлөш. Colon ascendens үргә вертикаль күтәрелә, crista ossi s ilei өҫтөнә ята һәм бөйөрҙөң аҫҡы өстән бер өлөшөн ҡаплай. Бында ул киҫкен борола ла colon transversum'ға күсә, быныһы һул ҡабырға аҫтында ғәҙәттә S һымаҡ бөгөл яһай, шунан киҫкен аҫҡа боролоп, colon descendens'ҡа күсә. Flexura sigmoidea төрлө оҙонлоҡтағы һәм рәүештәге элмәк хасил итә һәм йыш ҡына кесе янбашҡа тәрән төшә, ҡайһы берҙә өҫкә үрләп, ашҡаҙанға һәм бауырға тиклем барып етә. Был өлөштөң һәм colon transversura'ның үҙҙәренең ҡаты шекәрәләре бар, ә үрләүсе һәм түбәнләүсе тармаҡтар ҡорһаҡ япмаһы менән генә өлөшләтә ҡапланған. Урыны-урыны менән был япма япраҡҡа оҡшашлы, ҡайһы берҙә ҡалаҡтарға киҫкесләнгән, май менән тулған өҫтәмәләр барлыҡҡа килтерә (appendices epiploicae).Йыуан эсәк оҙонлоғо 120-нән 227-гә тиклем сантиметр була (уртаса 158,4 см). Тик тура эсәктең генә эске яғы шыма, ҡалған өлөштәрҙең эске яҡтан бөтә оҙонлоғонда мускул менән ҡалынайған өс яҫы ҡатламы (taeniae coli) була, улар араһында стена ҡабарынҡы булып тора, ләкин арҡыры мускулдарҙың тигеҙһеҙ үҫеше арҡаһында был ҡабарынҡылыҡтар арҡыры тартылыштар (plicae sigmoideae) эргәһендә күп һанлы йомро сығынтыларға (haustra coli) бүленә. Йыуан эсәктең стенаһы сероз ҡатламдан (тулыһынса түгел); мускул ҡатламынан (уның буй епсәләре йомро сығынтыларҙы, йәғни taeniae coli'ҙы, хасил итә лә инде); цилиндрик эпителий менән ҡапланған төксәһеҙ лайлалы көптән тора. Йыуан эсәктең стенаһында күп һанлы крипталар һәм лимфа төйөндәре бар. Башҡа умыртҡалыларҙа физиологик яҡтан тура эсәккә тап килгән сығарыу осона ғына йыуан эсәк билдәләре хас, ә башҡа өлөштәр нәҙек эсәк кеүек була.

Йыуан эсәктең бүлектәре үҙгәртергә

Һөтимәрҙәрҙең (кешенең) йыуан эсәге:
1 — үрләүсе туҡ эсәк
2 — арҡыры туҡ эсәк
3 — түбәнләүсе туҡ эсәк
4 — сигма һымаҡ эсәк
5 — тура эсәк.

Һөтимәрҙәрҙә йыуан эсәк бер нисә бүлектән тора:

1 һуҡыр эсәк (лат. caecum) менән уның селәү һымаҡ үҫентеһе (лат. appendix vermiformis);

2 туҡ эсәк (лат. colon) һәм уның өлөштәре:

3 үрләүсе туҡ эсәк (лат. colon ascendens);

4 арҡыры туҡ эсәк (лат. colon transversum);

5 түбәнләүсе туҡ эсәк (лат. colon descendens;

6 сигма һымаҡ эсәк (лат. colon sigmoideum) йәки сигма һымаҡ туҡ эсәк;

7тура эсәк (лат. rectum), ул тура эсәк ампулаһы (лат. ampulla recti) тигән киң өлөштән һәм арт юл каналы (лат. canalis analis) тип аталған һәм анус (лат. anus) менән барып бөткән тар остан тора.

Һуҡыр эсәк үҙгәртергә

Һуҡыр эсәк, сесит (лат. Caecumгрек. typhlon тигәндән; шунлыҡтан һуҡыр эсәк елһенеүе тифлит тип атала) — умыртҡалыларҙа нәҙек эсәктең йыуан эсәккә күскән ерендәге өҫтәмә.

Кеҫәрткеләрҙә һәм крокодилдарҙа һуҡыр эсәк бәләкәс кенә сығынты рәүешендә, ә һөтимәрҙәрҙә ул ярайһы уҡ ҙур. Ҡоштарҙың ике оҙон һуҡыр эсәге бар. Етлекмәгән тешлеләрҙең (лат. Cycloturus sive Myrmedon) ҡайһы берҙәре шулай уҡ ике һуҡыр эсәкле була (дамандыҡы — өсәү[2]).

Кит һымаҡтарҙың, йытҡыстарҙың, күпселек ярғанаттарҙың бәләкәй генә һуҡыр эсәге бар, ә бөжәк ашаусыларҙың һәм афросорицидаларҙың һуҡыр эсәге бөтөнләй юҡ. Үлән ашаусыларҙың һуҡыр эсәгенең оҙонлоғо йыш ҡына хайуандың кәүҙә оҙонлоғонан да артығыраҡ була.

Селәү һымаҡ үҫенте үҙгәртергә

Аппендикс (лат. appendix vermiformis синоним: селәү һымаҡ үҫенте, өҫтәмә) — һуҡыр эсәктең өҫтәмәһе. Һөтимәрҙәрҙең ҡайһы берҙәрендә генә (атап әйткәндә, кроликтарҙа, маймылдарҙа, кешелә) була[3]. Уң бығым өлкәһендә (бауырҙан аҫтараҡ) урынлаша һәм ғәҙәттә кесе янбаш яғына табан түбәнләй. Ҡайһы берҙә һуҡыр эсәк артында була һәм, өҫкә үрләп, бауырға етә. Тар ғына ҡыуышлығы бар, ул лайлалы тиресә йыйырсығы рәүешендәге ҡапҡас менән ябыла торған тишек аша һуҡыр эсәккә асыла. Өлкәнәйә килә аппендикс тишеге өлөшләтә йә тулыһынса ҡапланыуы ихтимал.

Бесәйҙең аппендиксы булмай[4].

Кеше аппендиксының елһенеүе аппендицит тип атала.

Туҡ эсәк үҙгәртергә

Туҡ эсәк (лат. colon) — йыуан эсәктең төп өлөшө, һуҡыр эсәкте дауам итеп, тура эсәккә күсә.

Туҡ эсәк аш һеңдереүҙә туранан-тура ҡатнашмай. Ләкин һыуҙың һәм электролиттарҙың күп өлөшө шунда һеңдерелә. Нәҙек эсәктән һуҡыр эсәк аша туҡ эсәккә килеп ингән сағыштырмаса шыйыҡ химус ҡата төшә һәм тиҙәккә әйләнә.

Үрләүсе туҡ эсәк (лат. colon ascendens) — йыуан эсәктең бер өлөшө булып торған туҡ эсәктең башланғыс бүлеге, һуҡыр эсәктең дауамы. Үрләүсе туҡ эсәктең дауамы — арҡыры туҡ эсәк. Үрләүсе туҡ эсәк тә аш һеңдереүҙә туранан-тура ҡатнашмай. Йыуан эсәктең башҡа бүлектәре кеүек үк, уның да вазифаһы, һыу менән электролиттарҙы һеңдереп, нәҙек эсәктән йыуан эсәккә төшкән сағыштырмаса шыйыҡ химусты ҡатыраҡ тиҙәккә әйләндерешеүҙән тора.

Арҡыры туҡ эсәк (лат. colon transversum) — туҡ эсәктең икенсе бүлеге, үрләүсе туҡ эсәктең дауамы. Арҡыры туҡ эсәк артабан түбәнләүсе туҡ эсәккә тоташа. Аш һеңдереүҙә ҡатнашмай, уның да бурысы, нәҙек эсәктән йыуан эсәккә төшкән шыйыҡ химус ҡаты тиҙәккә әйләнһен өсөн, йыуан эсәктең башҡа бүлектәре кеүек, һыу менән электролиттарҙы һеңдереүҙән тора.

Түбәнләүсе туҡ эсәк (лат. colon descendens) — йыуан эсәк бүлеге булып торған туҡ эсәктең өсөнсө бүлеге, арҡыры туҡ эсәктең дауамы. Түбәнләүсе туҡ эсәктең дауамы — сигма һымаҡ туҡ эсәк.

Сигма һымаҡ эсәк (лат. colon sigmoideum), сигма һымаҡ туҡ эсәк — туҡ эсәктең аҫҡы өлөшө, тура эсәккә күсә.

Сигма һымаҡ эсәк кесе янбаштың үрге апертураһы өлкәһендә башлана һәм һигеҙгүҙ һөйәк алдынан арҡырылап уңға йүнәлә. Сигма һымаҡ эсәк артабан һулға борола, шунан урта тирәлә аҫҡа йүнәлә һәм S3 кимәлендә тура эсәккә күсә. «Сигма һымаҡ» тигән атаманы был эсәк S-ҡа оҡшашлыҡтан алған.

Тура эсәк үҙгәртергә

Тура эсәк (лат. rectum) — йыуан эсәктең ос өлөшө, аш һеңдереү юлының аҙағы, кесе янбаш ҡыуышлығында урынлашҡан. Шунда тиҙәк йыйыла. Атамаһы бөгөлдәр яһап тормайынса аҫҡа йүнәлгәнлектән барлыҡҡа килгән. Йыуан эсәктең сигма һымаҡ эсәктән анусҡа (лат. anus), йәғни күтән тишегенә, тиклемге өлөшө тура эсәк тип атала.

Тура эсәктең сат аша үткән һәм күтән тишегенә яҡын урынлашҡан түбәнге тар өлөшө арт юл (лат. canalis analis) тип атала, һигеҙгүҙ һөйәк тирәһенән үткән киңерәк өҫкө өлөшө тура эсәк ампулаһы (лат. ampulla recti, ампула менән сигма һымаҡ эсәктең дисталь өлөшө араһындағы эсәк өлөшө — ампула өҫтө бүлеге) тип атала.

Хайуандарҙың йыуан эсәге үҙгәртергә

Йыуан эсәк тик дүрт аяҡлыларҙа (лат. Tetrapoda, йәғни ер өҫтө умыртҡалылары) — баш һөйәклеләр (Gnathostomata) төркөмөнөң умыртҡалылар өҫкласына ингән хайуандарҙа ғына — була. Дүрт аяҡлылар биш класҡа бүленә:

Был өҫкласс вәкилдәренең бөтәһендә лә тиерлек йыуан эсәк нәҙек эсәктән илеоцекаль клапан менән айырылған. Күп төрҙәрҙең йыуан эсәге тура анусҡа барған ҡыҫҡа бүлектән ғибәрәт, ул нәҙек эсәккә ҡарағанда киңерәк. Амниоттарҙың (лат. Amniota, юғарғы умыртҡалылар) бөтәһендә лә һуҡыр эсәк булыуына ҡарамаҫтан, тик һөтимәрҙәрҙә генә йыуан эсәк тулы ҡиммәтле эсәк булып формалашҡан[5].

Ҡайһы бер ваҡ һөтимәрҙәрҙең йыуан эсәклеге төҙөлөшө буйынса, башҡа дүрт аяҡлыларҙыҡы кеүек, тура, әммә һөтимәрҙәрҙәр төрҙәренең күпселегендә ул үрләүсе һәм түбәнләүсе бүлектәргә бүленгән. Арҡыры туҡ эсәк тик приматтарҙа ғына асыҡ формалашҡан. Шул уҡ ваҡытта туҡ эсәк таҫмалары лент ободочной кишки (ингл. Taenia coli) һәм гаустрҙары гаустр (ингл. Haustrum) йыртҡыстарҙа ла, көйшәүселәрҙә лә юҡ. Һөтимәрҙәрҙең тура эсәге (бер арт юллыларҙан айырмалы) башҡа умыртҡалыларҙың клоакаһынан барлыҡҡа килгән, шулай итеп, был төрҙәрҙең «тура эсәгенә» гомологиялы, йәғни оҡшаш, түгел.

Балыҡтарҙың йыуан эсәге юҡ, бары тик ҡыҫҡа тура эсәктәре генә бар, ул аш һеңдереү бүлегенең түбәнге осон клоака менән тоташтыра. Акулаларҙың быға өҫтәп ректаль биҙе бар, ул диңгеҙ һыуы менән осмотик тигеҙлекте тәьмин итер өсөн тоҙ бүлеп сығара. Был биҙ төҙөлөшө буйынса һуҡыр эсәкте хәтерләтһә лә, уға гомологиялы түгел.

Микрофлораһы үҙгәртергә

Эсәклектең микрофлораһы хайуандарҙың ашҡаҙан-эсәк юлында йәшәгән төрлө микроорганизмдар йыйылмаһынан тора. Микроорганизмдар үҙләштерелмәгән углеводтар ферментлашҡанда бүленеп сыҡҡан энергияны йыя һәм артабан ҡыҫҡа сылбырлы майлы кислоталарҙы йота. Эсәклек бактериялары шулай уҡ В төркөмө витаминдары менән К витаминын синтезлауҙа һәм үт кислоталары, стериндар, ксенобиотиктар метаболизацияһында ҙур әһәмиәткә эйә[6].

Бактериялар туҡ эсәк микрофлораһының ҙур өлөшөн һәм тиҙәктең ҡоро массаһының 60 процентҡа тиклем өлөшөн етештерә[7]. Яҡынса 300-ҙән[8] 1000-гә тиклем төрө эсәклектә йәшәй[9], уларҙың һаны күп осраҡта биш йөҙ самаһы була тип баһалана[10][11][12]. Әммә бактерияларҙың 99 процентының ни бары 30-40 төргә ҡарауы ихтимал[13]. Эсәклек микрофлораһында шулай уҡ бәшмәктәрҙең һәм иң ябайҙарҙың ҡайһы бер төрҙәре лә бар, әммә уларҙың эшмәкәрлеге тураһында аҙ билдәле.

Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, микрофлора менән кеше араһындағы мөнәсәбәттәргә комменсализм (бер-береһенә зарарһыҙ) ғына түгел, хатта мутуализм (икеһе өсөн дә кәрәкле) хас. Кешеләр эсәклек микрофлораһынан башҡа йәшәй алһа ла, микроорганизмдарҙың үҙҙәренең эйәһе өсөн бик күп файҙалы ғәмәлдәр башҡарыуы бәхәсһеҙ, мәҫәлән, улар тотонолмаған энергетик субстраттарҙы ферментлаштыра, иммун системаға ярҙам итә, зарарлы, патоген бактериялар үҫешенә кәртә ҡуя, эсәклек эшен көйләй һ. б. Ләкин ҡайһы бер шарттарҙа теге йәки был төрҙәр инфекция аша ауырыуҙарға сәбәпсе була, яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен арттыра.

Эсәклек бактерияларының 100 проценты тиерлек анаэроб организмдар булып тора[14], анаэроб бактериялар айырыуса һуҡыр эсәктә тығыҙ урынлашҡан.

Микрофлора составы үҙгәртергә

Candida albicans — диплоид бәшмәк (эсәклектә йәшәгән сүпрәгә оҡшаш бәшмәктәр формаһы)

Әлегә эсәклек микрофлораһын тәшкил иткән бөтә төрҙәр ҙә танылып бөтмәгән, сөнки күбеһен тикшереү маҡсатында үрсетеү мөмкинлеге юҡ[15]. Кешеләрҙә төрҙәр популяцияһы төрлө була, ләкин һәр кешенең бөтә ғүмере дауамында башлыса тотороҡло көйө ҡала, йәшәү рәүешен үҙгәртеүгә, диеталарға, өлкәнәйеүгә бәйле үҙгәрештәр арҡаһында ғына бер аҙ үҙгәрә төшөүе ихтимал.

Эсәклек микрофлораһының составы буйынса кешеләр 3 энтеротипҡа бүленә энтеротип (ингл. Enterotype)[16][17][18]. Беренсе типта — Bacteroides, икенселә — Prevotella, өсөнсө типта Ruminococcus төркөмөндәге бактериялар өҫтөнлөк алып тора.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. М. Г. Привес, Н. К. Лысенков, В. И. Бушкович. Анатомия человека. — 9-е изд. — М.: Медицина, 1985. — С. 275-282. — 110 000 экз.
  2. Romer A. S., Parsons T. S. The Vertebrate Body. 5th ed. — Philadelphia: W. B. Saunders, 1977. — viii + 624 p. — ISBN 0-03-910284-X.
  3. Сапин М. Р., под ред - Анатомия человека. В двух томах. Том 1. Раздел «Краткий сравнительно-анатомический очерк развития пищеварительной системы». Дата обращения: 1 апрель 2009.
  4. НУЖЕН ЛИ НАМ АППЕНДИКС?
  5. Romer, Alfred Sherwood. The Vertebrate Body. — Philadelphia, PA: Holt-Saunders International, 1977. — P. 351–354. — ISBN 0-03-910284-X.
  6. (1997) «Role of intestinal bacteria in nutrient metabolism». Clinical Nutrition 16: 3–9. DOI:10.1016/S0261-5614(97)80252-X. PMID 16844615.
  7. Stephen AM, Cummings JH (February 1980). «The microbial contribution to human faecal mass». J Med Microbiol 13 (1): 45–56. DOI:10.1099/00222615-13-1-45. PMID 7359576. 2015 йыл 28 март архивланған.
  8. Guarner F, Malagelada JR (February 2003). «Gut flora in health and disease». Lancet 361 (9356): 512–9. DOI:10.1016/S0140-6736(03)12489-0. PMID 12583961.
  9. Sears CL (October 2005). «A dynamic partnership: celebrating our gut flora». Anaerobe 11 (5): 247–51. DOI:10.1016/j.anaerobe.2005.05.001. PMID 16701579.
  10. Steinhoff U (June 2005). «Who controls the crowd? New findings and old questions about the intestinal microflora». Immunol Lett 99 (1): 12–6. DOI:10.1016/j.imlet.2004.12.013. PMID 15894105.
  11. O'Hara AM, Shanahan F (July 2006). «The gut flora as a forgotten organ». EMBO Rep. 7 (7): 688–93. DOI:10.1038/sj.embor.7400731. PMID 16819463.
  12. Gibson RG (2004). «Fibre and effects on probiotics (the prebiotic concept)». Clinical Nutrition Supplements 1 (2): 25–31. DOI:10.1016/j.clnu.2004.09.005.
  13. Beaugerie L, Petit JC (April 2004). «Microbial-gut interactions in health and disease. Antibiotic-associated diarrhoea». Best Pract Res Clin Gastroenterol 18 (2): 337–52. DOI:10.1016/j.bpg.2003.10.002. PMID 15123074.
  14. Vedantam G, Hecht DW (October 2003). «Antibiotics and anaerobes of gut origin». Curr. Opin. Microbiol. 6 (5): 457–61. DOI:10.1016/j.mib.2003.09.006. PMID 14572537.
  15. Shanahan F (December 2002). «The host-microbe interface within the gut». Best Pract Res Clin Gastroenterol 16 (6): 915–31. DOI:10.1053/bega.2002.0342. PMID 12473298.
  16. Zimmer, Carl. Bacteria Divide People Into 3 Types, Scientists Say (April 20, 2011). 21 апрель 2011 тикшерелгән. «a group of scientists now report just three distinct ecosystems in the guts of people they have studied.».
  17. Arumugam, Manimozhiyan; et al (March 2010). «Enterotypes of the human gut microbiome». Nature 473 (7346): 174–80. DOI:10.1038/nature09944. PMID 21508958.
  18. Кишечная флора делит людей на три энтеротипа 2011 йыл 6 сентябрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә

🔥 Top keywords: Баш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:БелешмәВикипедияИкенсе донъя һуғышыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрАрыҫлан петроглифтарыМахсус:ЭҙләүВикипедия:ҠоролтайВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМостай КәримБашҡорт алфавитыВикипедия:КатегорияВикиВикипедия:Рәхим итегеҙЭҙләүҙе оптималлаштырыуКарфагенҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүАвстралияҒарипов Рәми Йәғәфәр улыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыСалауат ЮлаевГрек алфавитыВикипедия:БерләшмәЕкатерина IIФекерләшеү:Баш битБашҡорт телеПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актКөнсығыш ТөркөстанВикипедия:BarОперацион системаМәжит ҒафуриҺүҙбәйләнешБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыМәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаҠылым