Иена

Японияның аҡса берәмеге (валютаһы), донъялағы төп резерв валюталарҙың береһе

Ие́на (япон. en?)[1] — Японияның аҡса берәмеге, донъялағы төп резерв валюталарҙың береһе. 1954 йылда әйләнештән алынған һәм хәҙер иҫәпләү аҡса берәмеге булған 100 сенгә бүленә. Халыҡ-ара коды: JPY. символы: ¥ билдәһе.

Иена

円  (яп.)
Yen  (англ.)
Yen  (фр.)

1916 йылдың 1 иенаһы1871 йылдың 1 иенаһы, алтын
1916 йылдың 1 иенаһы1871 йылдың 1 иенаһы, алтын
Кодтар һәм и символдар
ISO 4217 кодтарыJPY (392)
Символы¥
АббревиатураларJPY
Әйләнеш территорияһы
ЭмитентЯпония Япония
Сығарылма һәм параллель берәмектәре
БүленгәнСен (1100)
Ҡулланыуҙа булған ваҡ аҡсалар һәм банкноталар
Ваҡ аҡсалар1, 5, 10, 50, 100, 500 иен
Банкноталар1000, 2000, 5000, 10 000 иен
Ваҡ аҡсалар һәм банкноталар етештереү
Эмиссион үҙәкЯпония банкы
www.boj.or.jp
Банкноталар етештереүсеМилли матбуғат бюроһы
www.npb.go.jp
Аҡса һуғыу йортоЯпония тәңкәләү йорто
www.mint.go.jp
28 ғинуар 2015 йыл курсалар
1 RUB= 1,754 JPY
1 EUR= 133,6 JPY
1 USD= 117,8 JPY
1 GBP= 179 JPY
2014 йылда инфляция
Инфляция1,6% (март)
Иена Викимилектә

1869—1871 йылдарҙа алтын һәм көмөш тәңкә булып сығарылған.

Атамаһы үҙгәртергә

«円» иероглифы менән яҙылған аҡса берәмеге Ҡытайҙан килгән һәм ҡытай телендә «юань» тип атала. Цин династияһының Ҡытай империяһындағы валюталарҙың береһе көмөш булған, ул әйләнештә ҡойолма формаһында йөрөгән. Ләкин XVIII быуатта Ҡытайға Испанияның һәм Мексиканың көмөш тәңкәләре килеп инә, улар «көмөш» (ҡыт. 银 円) йәки «көнбайыш юандәре» (ҡыт. 洋 円) тигән исем алалар. Һуңыраҡ Гонконг ҡалаһында британдар төбәк көмөш тәңкәләр сығара башлайҙар, уларҙы «гонконг долларҙары», ә ҡытайса «гонконг юандәре» (ҡыт. 香港 壱 圆) тип атайҙар. Был валюта Японияға инә башлай, бында ҡытай«юане» японса «эн» тип яңғыраған. 1830 йылдан япондар үҙҙәре көмөш тәңкәләр етештерә башлай, улар металл миҡдары һәм ауырлығы буйынса гонконг тәңкәләре менән бер иш булған.

Тарих үҙгәртергә

1901 йылғы аждаһа һүрәтле Япон иенаһы; көмөш.
1941 йылғы 1 сен
1873 йылғы 1 сен

Мэйдзи реставрацияһынан һуң, 1869 йылда тәүге тапҡыр баҫылып сығып, 1871 йылғы аҡса реформаһы арҡаһында иена рәсми рәүештә Японияның төп аҡса берәмеге тип ҡабул ителгән. Шул уҡ йылды хөкүмәт кландарҙың ҡағыҙ аҡсаларының (XVI быуаттан алып айырым япон феодалдары менән сығарылған) әйләнешен ваҡытлыса туҡтата. 1868 йылда Финанс министрлығы менән үткәрелгән тикшеренеүҙәр буйынса, Токугава заманында (1603—1867) илдә бөтәһе 1694 дана кландарҙың ҡағыҙ аҡсаһы йөрөгән, уларҙы 244 клан, 14 магистрат һәм 9 сёгунат ялсыһы сығарған. 1879 йылға клан аҡсаларын иенаға алмаштырыу тамамлана[2].

Тағы ла кәсер берәмектәре индерелгән: сен (япон. ) = 1100 иены, рин (япон. ) = 11000. 1954 йылда сен һәм рин әйләнештән алына, әммә «сен» төшөнсәһе финанс донъяһында әле лә ҡулланыла.

1872 йылда Мэйдзи хөкүмәте милли банктар тураһында ҡанун ҡабул итә, уға ярашлы, милли статусҡа эйә булған шәхси банктарға конвертланған банкноталар сығарырға рөхсәт бирелгән. Ләкин 1876 йылда ҡанунды үҙгәрткәндән һуң был банкноталар конвертланыуҙан туҡтаған[3].

1927 йылдың мартында ил финанс кризисы менән осраша. Япония банкы аҡсаһалыусыларҙың хәүефтәрен әҙәйтер өсөн бик күп банкноталар сығара. Әммә аҡсаһалыусылар банктарға аҡсаларын алырға йүгерләр, һәм был банкноталар ҡытлығына килтерә. Яуап итеп, Япония банкы тиҙ генә 200 иеналыҡ банкноталар сығара, уларҙың артҡы яғы буш була[3].

«Иена» атамаһын япон валютаһы «эн» формаһынан алған (японса «түңәрәк» тигәнде аңлата), сөнки элекке тәңкәләре овал, тура мөйөшлө йәки төрлө рәүештәге алтын йә көмөш ҡойолма булып торған. Иенаның тағы ла боронғо, «хөрмәтле» иероглифик һүрәтләнеше бар — 圓.

1897 йылдың октябрендә иенала алтын миҡдары 0,750 грамм тип билдәләнгән. Беренсе донъя һуғышы осоронда банкноталарҙы алтынға алыштырыу туҡтатылған. Һуңғараҡ, иҡтисади хәлгә ҡарап, Японияла алтын стандарт бер нисә тапҡыр урынлаштырылған һәм кире ғәмәлдән сығарылған, ә 1933 йыл аҙағында ул рәсми рәүештә ғәмәлдән сыҡҡан. 1933—1939 йылдарҙа Япония стерлинг зонаһына ингән, уның буйынса 1 иена 14 британ пенсына тигеҙ булған.

1932 йылда валюта контроле индерелгән, уны Финанс министрлығы һәм Үҙәк банк башҡарған. Эмиссиялау институты булып 1882 йылда нигеҙләнгән Япония Банкы тора, уның капиталы дәүләттеке булған.

1939 йылда октябрендә иена стерлинг блогынан сыҡҡандан һуң, 4,2675 иена 1 АҠШ долларына тигеҙ булған курс урынлаштырылған, ундағы алтын миҡдары 0,20813 грамм тәшкил итә.

Икенсе донъя һуғышы йылдарында иена блоктың төп валютаһы булып торған. Был блокҡа түбәндәгеләр кергән:

  • иена блогының илдәре һәм территориялары — Япония составына ингән Кореяла[4] һәм Тайвандә япон иенаһына параллель рәүештә уға тигеҙ булған корея иенаһы һәм тайвань иенаһы әйләнештә йөрөгән; Маньчжоу-гоның (япон окуппацияһындағы төньяҡ-көнсығыш Ҡытай) валютаһы — маньчжоу-го юане 1935 йылдан япон иенаһына 1:1 дәүмәлендә бәйләнгән; Ҡытайҙың башҡа окуппация аҫтындағы ерҙәре; Таиландтың валютаһы — тай баты 1942—1946 йылдарҙа иенаға тиң булған;
  • япон хәрби иенаһы блогы территорияһы, япон иенаһына тиң булһа ла, уға алыштыра алмаған;
  • формаль рәүештә автономлы валютаһы булған, ләкин Япония хөкүмәте һәм банкы тарафынан контролдә тотолған территориялар (Француз Индоҡытайы һәм Макао)[5].

1945—1948 йылдарҙа, Япония АҠШ оккупацияһы аҫтында булғанда, япон иенаһы менән йәнәшә Америка оккупация иенаһы әйләнешкә индерелә. Икенсе донъя һуғышы һәм унан һуңғы осорҙа иена хаҡының бик тиҙ төшөүе күҙәтелә. 1945 йылдың авгусында 1 АҠШ долларына — 15 иена, 1947 йылдың 12 мартында — 50 иена, 1948 йылдың 5 июлендә 250 иена булған курстар урынлаштырыла. Иҫәп-хисап операцияларында күп төрлө курстар ҡулланылған (1 АҠШ долларына 900 иенаға тиклем).

1948 йылда Окинава утрауында япон иенаһы әйләнештән алына һәм Америка оккупация иенаһына алыштырыла. Ә 1958 йылда бында АҠШ доллары урынлаштырыла. 1972 йылда япон иенаһы Окинава утрауында яңынан индерелә.

Япон иенаһы тамғалар

1949 йылдың 25 апреленән паритетлы курс кертелә: 360 иена = 1 АҠШ доллары. Был курс нигеҙендә 1953 йылдың 11 майынан Халыҡ-ара валюта фонды тарафынан иена 2,46853 миллиграмм алтынға тиңләштерелә, шулай итеп, ул халыҡ-ара танылыу алған валюта булып китә. 1949—1971 йылдарҙа иенаның курсы АҠШ долларына бәйләнелә. 1971 йылдың 20 декабрендә доллар девальвацияһы арҡаһында курс үҙгәрә һәм 1 АҠШ долларына 308 иена бирелә башлай. 1973 йылдың 14 февраленән АҠШ долларының сираттағы девальвацияһы арҡаһында иена курсы ирекле йөрөүсе тип үҙгәртелә[6]. Бер-бер артлы ревальвация серияларын үткәргәндән һуң, АҠШ долларына һәм башҡа төп валюталарға ҡарата иенаның «көсө» байтаҡҡа үҫә. Һуңғы йылдарҙа иенаның АҠШ долларына ҡарата курсы 100 иена кимәлендә ҡала килә[7][8].

Банкнота һәм тәңкә эмиссиялауына Япония Банкының айырым хоҡуғы бар. Банкноталар 1000 иенанан алып 10000 иенаға тиклемге номиналдарҙа сығарыла. Һәр бер банкнотаның төп яғында Японияның дәрәжәле шәхесе һүрәтләнгән. Мәҫәлән, 1000 иеналы банкнотала — бактериолог Ногути Хидэё, 2000 иенала — яҙыусы Мурасаки Сикибу, ә 10000 иенала яҙыусы һәм мәғрифәтсе Фукудзава Юкити һүрәтләнгән. Тәңкәләр 1 иенанан 500 иенаға тиклемге номиналда сығарыла[2].

2000 йылда 8-се Окинава иҡтисади саммитын һәм яңы мең йыллыҡ етеүен билдәләп, Е исемле серия әйләнешкә индерелә. Был серияла Японияның аҡса әйләнеше тарихында тәүге тапҡыр 2000 иена номиналлы банкнота кертелә һәм тәүге тапҡыр һаҡ билдәһе булып Еврион йондоҙлоғо файҙаланыла. 2004 йылда тағы ла 10 000, 5000 и 1000 иена номиналы менән F исемле серия менән сыға башлай. Улар D серияһының банкнотаһын алыштыралар һәм бында яңы һаҡлыҡ технологияһы ҡулланыла башлай.

Иена резерв валюта рәүешендә үҙгәртергә

Бер нисә тиҫтә йыл буйы япон иенаһы икенсел әһәмиәтле резерв валюта булып торған, әммә хәҙерге заманда уның менән файҙаланыу дәрәжәһе түбәнәйгән.

Сит ил валюталарында халыҡ-ара тупланмалар
1995199619971998199920002001200220032004200520062007200820092010201120122013
USD59,0 %62,1 %65,2 %69,3 %70,9 %70,5 %70,7 %66,5 %65,8 %65,9 %66,4 %65,7 %64,1 %64,1 %62,1 %61,8 %62,3 %61,1 %61,2 %
EUR17,9 %18,8 %19,8 %24,2 %25,3 %24,9 %24,3 %25,2 %26,3 %26,4 %27,6 %26,0 %24,7 %24,3 %24,4 %
DEM15,8 %14,7 %14,5 %13,8 %
GBP2,1 %2,7 %2,6 %2,7 %2,9 %2,8 %2,7 %2,9 %2,6 %3,3 %3,6 %4,2 %4,7 %4,0 %4,3 %3,9 %3,8 %4,0 %4,0 %
YEN6,8 %6,7 %5,8 %6,2 %6,4 %6,3 %5,2 %4,5 %4,1 %3,9 %3,7 %3,2 %2,9 %3,1 %2,9 %3,7 %3,6 %4,1 %3,9 %
FRF2,4 %1,8 %1,4 %1,6 %
CHF0,3 %0,2 %0,4 %0,3 %0,2 %0,3 %0,3 %0,4 %0,2 %0,2 %0,1 %0,2 %0,2 %0,1 %0,1 %0,1 %0,1 %0,3 %0,2 %
Башҡалар13,6 %11,7 %10,2 %6,1 %1,6 %1,4 %1,2 %1,4 %1,9 %1,8 %1,9 %1,5 %1,8 %2,2 %3,1 %4,4 %5,1 %6,3 %6,2 %
Сығанаҡтар: 1995—2009 МВФ (Халыҡ-ара валюта фонды): Currency Composition of Official Foreign Exchange Reserves
Сығанаҡтар: 1999—2005, ЕЦБ (Европа үҙәк банкы; 2006): The Accumulation of Foreign Reserves
Сығанаҡтар: 1999—2005: ЕЦБ (Европа үҙәк банкы; 2005): Review of the International Role of the Euro, Frankfurt

Әйләнештәге тәңкәләр үҙгәртергә

Әйләнештәге йөрөгән тәңкәләр[9]
ФотоНоминалДиаметрҠалынлыҡМассаСоставТөркөмАверсРеверсЕтештерелгән
1 иена20 мм1,2 мм1 г100 % AlШыманоминал, йәш ағас, илдең исеменоминал, етештереү датаһы1955
5 иен22 мм1,5 мм3,75 г60-70 % Cu
30-40 % Zn
Шыманоминал, дөгө башаҡтарыилдең исеме, етештереү йылы1949
10 иен23,5 мм1,5 мм4,5 г95 % Cu
3-4 % Zn
1-2 % Sn
Ҡырҡыулыноминал, Бёдоин, илдең исеменоминал, лавр, етештереү йылы1951, 1959
50 иен21 мм1,7 мм4 гМельхиор
75 % Cu
25 % Ni
Ҡырҡыулыноминал, хризантема, илдең исеменоминал, етештереү йылы1967
100 иен22,6 мм1,7 мм4,8 гМельхиор
75 % Cu
25 % Ni
Ҡырҡыулыноминал, сакура, илдең исеменоминал, етештереү йылы1967
500 иен26,5 мм2 мм7,2 гМельхиор
75 % Cu
25 % Ni
Шыма: („NIPPON ? 500 ? NIPPON ? 500 ?“)номинал, павловния, ил исеменоминал, бамбук, мандарин, етештереү йылы1982[10]
500 иен26,5 мм2 мм7 г72 % Cu
20 % Zn
8 % Ni
Ҡырҡыулыноминал, павловния, ил исеменоминал, бамбук, мандарин, етештереү йылы2000

Японияның 47 префектураһының иҫтәлекле тәңкәләре программаһы үҙгәртергә

Японияның 47 префектураларының программаһының 500 иен иҫтәлекле тәңкәһе — серияның дөйөм алғы яғы

Япония автономияһының 60 йыллығын билдәләп, 2008 йылдан алып илдә тәңкәләрҙең ике серияһы сыға башлай, улар Японияның 47 префектураһына арналған. Серияның бөтә тәңкәләренең алғы яғы бер иш, һәр тәңкәнең артҡы яғы айырым биҙәлешле.

500 иена номиналлы тәңкәләр үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытҡа 16 биметаллик иҫтәлекле тәңкәләр сығарылған:

  • тәңкәләр составы: баҡыр 72 %, цинк 20 %, никель 8 %;
  • диаметры: 26,5 мм;
  • һәр бер тәңкәнең тиражы: 1,830,000 алып 2,100,000 тиклем[11].

1000 иена номиналлы тәңкәләр үҙгәртергә

1964 йылғы 1000 иен

1964 йылда, Йәйге Олимпия уйындарына бағышлап, 1000 иена номиналында тәүге көмөш тәңкәләр сығарыла.

2002 йылдан алып көмөш тәңкәләр сығарыу ғәмәлдә йыл һайын үткәрелә. Бөгөнгө ваҡытҡа ҡарата, шундай 26 төр тәңкә сығарылған:

  • составы — көмөш,
  • диаметры — 40 мм,
  • ауырлығы — 31,1 г,
  • һәр бер тәңкәнең тиражы: — 100 000 дана[11][12].

Әйләнештәге банкноталар үҙгәртергә

2004 йылғы серияның 1000, 5000 һәм 10 000 иена номиналындағы банкноталар әйләнештә йөрөй. 2000 йылғы серияның 2000 иена номиналындағы банкноталар әйләнештә ғәмәлдә осрамай[13].

ҺүрәтләнешНоминалҮлсәмТөп төҫТасуирламаСығарылыш датаһы
АверсРеверсАверсРеверс
D серияһы (2000)
¥2000154 × 76 ммйәшелНаха ҡалаһындағы ҡапҡалар«Гэндзи тураһындағы повестҡа» иллюстрация19 июль 2000
Е серияһы (2004)
¥1000150 × 76 ммкүкһелбактериолог Ногути ХидэёФудзи тауы, Мотосу күле һәм сакураның сәскә атыуы1 ноябрь 2004
¥5000156 × 76 ммзәңгәр күкяҙыусы Хигути Итиё«Какицубата-цу» (иристар төшөрөлгән Огата Кориндың һүрәте)
¥10000160 × 76 ммкөрәняҙыусы һәм мәғрифәтсе Фукудзава ЮкитиБёдо-ин ғибәҙәтханаһындағы феникс ҡошоның һыны

Валюта курсы режимы үҙгәртергә

Японияла ирекле йөрөгән валюта курсы режимы ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 2000 йылдың 25 декаберенән 2009 йылға тиклем Бөтә Рәсәй валюта классификаторында алмашлап «иена» йәки «йена» ҡулланылған.
  2. 2,0 2,1 Encyclopædia Britannica Online, s. v. "yen", accessed May 17, 2013
  3. 3,0 3,1 Historical events and currencies in use > Modern Times
  4. Хәҙерге Корея Халыҡ Демократик Республикаһы һәм Корея Республикаһы илдәре.
  5. Алексеев, 1952, с. 294-296
  6. Бутаков, 1987, с. 283
  7. Гукасьян Г. М. Иена // Экономика от А до Я: Тематический справочник. — 2007.
  8. Райзберг Б. А., Лозовский Л. Ш., Стародубцева Е. Б. Иена // Современный экономический словарь. — 2-е изд., испр.. — М.: ИНФРА-М, 1999.
  9. Coins Presently Minted : Japan Mint 2009 йыл 18 октябрь архивланған.
  10. Әйләнштән алынғандар.
  11. 11,0 11,1 Japan 47 Prefectures Coin Program (ингл.). сайт www.pametni-mince.info. Дата обращения: 23 сентябрь 2011. Архивировано 4 февраль 2012 года.
  12. Commemorative coins issued up to now Япония тәңкәләү йорто сайты (инг.) (яп.)
  13. Valid Bank of Japan notes, Япония Банкы сайты  (инг.) (яп.)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Алексеев А. М. Военные финансы капиталистических государств. — 2-е. — М: Госполитиздат, 1952. — 506 с.
  • Бутаков Д. Д., Золотаренко Е. Д., Рыбалко Г. П. Валюты стран мира: Справочник / Под ред. С. М. Борисова, Г. П. Рыбалко, О. В. Можайскова. — 5-е изд., перераб. и доп. — М.: Финансы и статистика, 1987. — 383 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә


🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыMercedes-BenzХартумБангладешФранцуз телеКельвин ХаррисКөньяҡ Африка РеспубликаһыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрГазпром Нефтехим СалауатЙоһанн Вольфганг фон ГётеМахсус:ЭҙләүСалауат ЮлаевВикипедия:ТасуирламаКонфедерациялар Кубогы 2017Википедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәДуҫлыҡ монументыФутбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы сығыштары статистикаһыЭнтони ХопкинсКинйә АрыҫлановҒарипов Рәми Йәғәфәр улыАҡ диңгеҙ1891 йылГанзаНорвегияТөньяҡ Боҙло океанҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүКөнбайыш ШпицбергенМайкл ДжексонВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҺүҙбәйләнешПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләВикипедияМәскәүПроект:Мириада/Ҙурлығы/География