Жюль Верн

Жюль Габриэ́ль Верн (франц. Jules Gabriel Verne; 8 февраль 182824 март 1905) — француз географы һәм яҙыусыһы, мажаралы әҙәбиәт классигы, фәнни фантастикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Франция география йәмғиәте ағзаһы. ЮНЕСКОның статистик мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, әҫәрҙәренең тәржемә ителеү күләме буйынса Жюль Верн, инглиз яҙыусыһы Агата Кристинан ғына ҡалышып, донъяла икенсе урынды алып тора[1].

Жюль Верн
Jules Verne

Жюль Верн
Исеме:

Жюль Габриэ́ль Верн (Jules Gabriel Verne)

Тыуған урыны:

Нант, Франция

Вафат булған урыны:

Амьен, Франция

Гражданлығы:

Франция Франция

Эшмәкәрлеге:

прозаик, драматург, географ

Ижад йылдары:

18501905

Жанр:

Фәнни фантастика, мажаралар, фәнни-популяр әҙәбиәт, географик асыштар өлкәһендә тикшеренеүҙәр

Дебют:

«Һауа шарында биш аҙна» («Пять недель на воздушном шаре»), 1863

Ҡултамғаһы:

Ҡултамғаһы

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында
Жюль Верн әҫәрҙәренә иллюстрациялар: «Карпаттағы замок» («Замок в Карпатах»), «Дунай лоцманы» («Дунайский лоцман», «Клодиус Бомбарнак» һәм «Тиҫкәре Керабан» («Упрямец Керабан»). Бәләкәй бит, Румыния почтаһы 2005.
"Дөнья ахырындагы маяк" Джулес Вернның әдәби сәхнәсенең иң яхшы романнарының берсе санала.

Биографияһы үҙгәртергә

Ғаиләһе үҙгәртергә

Жюль Габриэль Верн 1828 йылдың 8 февралендә Францияла иң ҙурҙарҙың береһе булған Нант ҡалаһында адвокат ғаиләһендә тыуған. Атаһы Пьер Верн (1798—1871) сығышы менән юристар ғаиләһенән, әсәһе — Софи-Нанина-Анриетта Аллот де ла Фюи (1801—1887) нәҫел тамырҙары менән Шотландиянан. Жюль Верн — ғаиләләге биш баланың тәүгеһе, унан һуң ҡустыһы Поль (1829) һәм өс һеңлеһе — Анна (1836), Матильда (1839) һәм Мари (1842) тыуған.

Жюль Верндың ҡатыны Онорина (русса — «Печальная», башҡортса — ҡайғылы, һағышлы, моң-зарлы) де Виан (ҡыҙ сағында — Морель). Онорина тәүге никахынан ике бала менән тол ҡалған була. Жюль Верн уны тәүге тапҡыр 1856 йылдың 20 майында Амьен ҡалаһында дуҫының туйында осрата. 1857 йылдың 10 ғинуарында улар өйләнешә, һәм Верн ҡатынын үҙе инде бер нисә йыл йәшәгән Парижға күсереп алып китә. Дүрт йылдан һуң (3 март 1861) уларҙың берҙән-бер улдары Мишель тыуа (1925 йылда үлә). Жюль Верн үҙе был көндө Скандинавияла сәйәхәттә булып ҡала. Яҙыусының улы, үҫеп еткәс, кинематография өлкәһендә эшләй һәм атаһының бер-нисә әҫәре буйынса фильм төшөрә:

  • «Жан Морен яҙмышы» («Судьба Жана Морена», 1916);
  • «Ҡара Һиндостан» («Чёрная Индия» , 1917);
  • «Көньяҡ йондоҙ» («Южная звезда», 1918);
  • Бегумдың биш йөҙ миллионы» («Пятьсот миллионов бегумы», 1919).

Ейәне — Жан-Жюль Верн (1892—1980), олатаһының тормошо һәм ижады тураһында монография авторы, уның өҫтөндә 40 йылға яҡын эшләй. 1973 йылда Францияла донъя күргән был хеҙмәт, руссаға 1978 йылда тәржемә ителеп, «Прогресс» нәшриәтендә баҫылып сыға. Ейәнсәре Жан Верн ( 1962 т.) — билдәле опера йырсыһы (тенор). Нәҡ ул күп йылдар буйы ғаилә мифы булып һаналған «Париж XX быуатта» («Париж в XX веке») романының ҡулъяҙмаһын таба[2].

Уҡыуы һәм ижады үҙгәртергә

Верн, адвокат улы булараҡ, Парижда юриспруденция өйрәнә[3], әммә әҙәбиәткә һөйөү уны бөтөнләй икенсе шөғөлгә этәрә. 1850 йылда уның «Һыныҡ һаламсыҡтар» («Сломанные соломинки») пьесаһы Александр Дюманың «Тарихи театры»нда («Исторический театр» Александра Дюма) ҙур уңыш менән сәхнәләштерелә. 1852—1854 йылдарҙа Верн «Лирик театр» директорының секретары, артабан биржала аралашсы (маклер) булып эшләй, бер үк ваҡытта комедиялар, либреттолар һәм хикәйәләр яҙа.

«Ғәҙәти булмаған сәйәхәттәр» («Необыкновенные путешествия») циклы үҙгәртергә

1863 йылда Жюль Верн Пьер-Жюль Этцельдең «Белем һәм ял өсөн журнал»ында «Ғәҙәти булмаған сәйәхәттәр» («Необыкновенные путешествия») циклының беренсе романын баҫтыра. «Һауа шарында биш аҙна» тип аталған был әҫәр рус телендә 1864 йылда М. А. Головачёв тарафынан «Воздушное путешествие через Африку. Составленное по запискам доктора Фергюссона Юлием Верн» исеме менән нәшер ителә. Романдың уңышы яҙыусыға яңы ҡомар өҫтәй. Ул киләсәктә лә шул уҡ юҫыҡта ижад итергә ҡарар ҡыла: геройҙарының романтик мажараларын үҙ хыялы тыуҙырған кеше ышанмаҫлыҡ, шулай ҙа ентекле уйланылған фәнни «мөғжзәләр»ҙе оҫта һүрәтләү аша хикәйәләү. Ниәтен тормошҡа ашырып, әҙип башланған циклын яңы романдар менән тулыландыра:

  • «Ер үҙәгенә сәйәхәт» («Путешествие к центру Земли», 1864),
  • «Капитан Гаттерастың сәйәхәте һәм мажаралары» («Путешествие и приключения капитана Гаттераса», 1865),
  • «Ерҙән — Айға» («С Земли на Луну», 1865),
  • «Капитан Грант балалары» («Дети капитана Гранта», 1867),
  • «Ай тирәләй» («Вокруг Луны», 1869),
  • «Һыу аҫтынан егерме мең льё» («Двадцать тысяч льё под водой», 1870),
  • «Донъя тирәләй 80 көндә» («Вокруг света за 80 дней», 1872),
  • «Серле утрау» («Таинственный остров», 1874),
  • «Михаил Строгов», (1876),
  • «Ун биш йәшлек капитан» («Пятнадцатилетний капитан», 1878),
  • «Робур-Яулап алыусы» («Робур-Завоеватель», 1886)

Жюль Верндың ижади мираҫы:

  • 66 роман (тамамланмаған һәм бары XX быуат аҙағында ғына нәшер ителгәндәре менән бергә);
  • 20-нән артыҡ повесть һәм хикәйә;
  • 30-ҙан күберәк пьеса;
  • бер нисә документаль һәм фәнни хеҙмәт.

Жюль Верн әҫәрҙәре ғилми эҙләнеүҙәр романтикаһы, алға китештең ыңғай нәтижәләренә ышаныс һәм кешенең аҡыл көсөнә һоҡланыу менән һуғарылған. Әҙип халыҡтарҙың милли азатлығы өсөн көрәшен дә теләктәшлек тойғолары аша һүрәтләй.

Яҙыусының романдарында уҡыусылар техниканы, сәйәхәттәрҙе һоҡланып тасуирлау менән бергә шулай уҡ оло йөрәкле, намыҫлы һәм выжданлы геройҙарҙың сағыу һәм йәнле образдарын да (капитан Гаттерас, капитан Грант, капитан Немо), һөйкөмлө сәйер ғалимдарҙы ла (профессор Лиденброк, доктор Клоубонни, кузен Бенедикт, географ Жак Паганель, астроном Пальмирен Розет) осрата.

Ғүмер һуңындағы ижады үҙгәртергә

Әҙиптең ижадының һуңғы йылдарында яҙған әҫәрҙәрендә фән ҡаҙаныштарын енәйәтсел маҡсатта ҡулланыу һәм файҙаланыу айҡанлы ҡурҡыу хистәре уяна:

  • «Тыуған ил флагы» («Флаг родины», роман, 1886),
  • «Донъя хакимы», («Властелин мира», роман, 1904),
  • «Барсак экспедицияһының ғәҙәти булмаған мажаралары» («Необыкновенные приключения экспедиции Барсака», роман, 1919; яҙыусының улы Мишел Верн тарафынан тамамланған).

Даими алға китешкә ныҡлы ышаныу алдағы билдәһеҙлекте шомло һәм хафалы көтөү менән алмашына. Әммә был әҫәрҙәр яҙыусының тәүге ижад емештәре кеүек ҙур уңышҡа өлгәшә алмай.

Жюль Верн үҙенән һуң күп ҡулъяҙмалар ҡалдыра, уларҙы нәшер итеү әлегә тиклем дауам итә. Мәҫәлән, 1863 йылда ижад ителгән «Париж XX быуатта» романы бары тик 1994 йылда ғына донъя күрә.

Яҙыусы-сәйәхәтсе үҙгәртергә

Жюль Верн яҙышып ҡына ултырмаған, донъя буйлап, шул иҫәптән үҙенең өс яхтаһында («Сен-Мишель I», «Сен-Мишель II» һәм «Сен-Мишель III») күп сәйәхәт иткән. 1859 йылда ул Англия һәм Шотландияға барһа, 1861 йылда Скандинавияға сәйәхәт ҡыла.

1867 йылда «Грейт-Истерн» параходында Верн Америка Ҡушма Штаттарына трансатлантик круиз яһай, Нью-Йоркта һәм Ниагара шарлауығында була.

1878 йылда «Сен-Мишель III» яхтаһында Жюль Верн Урта диңгеҙ буйлап ҙур сәйәхәт яһай, Лиссабон һәм Танжер ҡалаларында туҡтала, Гибралтар һәм Алжирға барып етә. 1879 йылда «Сен-Мишель III» яхтаһында ул тағы ла Англия менән Шотландияға юллана. 1881 йылда үҙенең яхтаһында Нидерланд, Германия һәм Данияға бара, Санкт-Петербургҡа етеү ниәтенә көслө диңге дауылы (шторм) ҡамасаулай.

1884 йылда «Сен-Мишеле III» яхтаһында Жюль Верн Алжир, Мальта утрауы, Италия һәм Урта диңгеҙ ярҙарындағы башҡа дәүләттәр буйлап һуңғы ҙур сәйәхәтендә була. Уларҙың күбеһенән ҡалған тәьҫораттар яҙыусының «Ғәҙәти булмаған сәйәхәттәр» («Необыкновенные путешествия») циклына ингән — «Йөҙөүсе ҡала» («Плавающий город», 1870), «Ҡара Һиндостан» («Чёрная Индия», 1877), «Йәшел нур» («Зелёный луч», 1882), «9672-се лотерея билеты» («Лотерейный билет № 9672», 1886) һәм башҡа романдарында сағылыш таба.

Аҙаҡҡы 20 йылы үҙгәртергә

Амьен ҡалаһындағы Жюль Верн йәшәгән һәм эшләгән башнялы йорт.

9 март 1886 йыл психик ауырыу туғаны Гастон Верн (ҡустыһы Польдың улы) , револьверҙан атып, яҙыусының балтырын ауыр яралай. Уға сәйәхәттәрҙе бөтөнләй оноторға тура килә.

1892 йылда әҙип «Почётлы легион» ордены (Орден «Почётного легиона») менән бүләкләнә.

Вафатынан алдараҡ Жюль Верн һуҡырая һәм әҫәрҙәрен һөйләп яҙҙыра.

Яҙыусы 1905 йылдың 24 мартында 78-се йәшендә илдең төньяғында урынлашҡан Амьен ҡалаһында шәкәр ауырыуынан үлә. Унан һуң ҡалған 20 меңдән күберәк дәфтәрҙән торған картотекала кешелектең барлыҡ белем өлкәләре буйынса мәғлүмәт тупланғаны асыҡлана.

Жюль Верндың ҡәберенә ҡуйылған һәйкәлдә «Үлемһеҙлеккә һәм мәңгелек йәшлеккә» («К бессмертию и вечной юности») тигән һүҙҙәр яҙылған.

Румынияның Жюль Вернға арналған почта маркаһы (2005)

Жюль Верн иҫтәлеген мәңгеләштереү үҙгәртергә

Жюль Верндың Нант ҡалаһындағы музейы
  • Яҙыусы хөрмәтенә уның исеме менән аталғандар:
    • Америка Ҡушма Штаттарының Калифорния штатында урынлашҡан «Паломар» шәхси обсерваторияһында 1988 йылдың 9 майында Кэролин һәм Юджин Шумейкерҙар, Г. Холт асҡан «Verne» (5231) астероидына[4] 1995 йылдың 15 февралендә яҙыусы исеме бирелә[5];
    • Европа космос агентлығы (ЕКА) эшләгән беренсе йөк ташыусы автоматик космос корабле;
    • Айҙағы диаметры 146 километр булған кратер;
    • Париждағы Эйфель башняһының беренсе кимәлендә урынлашҡан ресторан.
  • Жюль Верн йәшәгән йортта хәҙер музей булдырылған.
  • Париждың аҡса һарайы яҙыусы иҫтәлегенә бер нисә тапҡын аҡса сығара. Мәҫәлән, 2005—2006 йылдарҙа Жюль Верндың үлеүенә 100 йыл тулыу айҡанлы 23 алтын, көмөш һәм баҡыр аҡса эшләнелә[6]. 2012 йылдың 25 июнендә «Франция төбәктәре» тип исемләнгән нумизматик серияла 10 евро номиналлыҡ көмөш акса сығарыла. Ул яҙыусы үҙенең һуңғы көндәрен үткәргән Пикардия өлкәһенә бағышланған. Аҡсаға Жюль Верн үҙе һәм уның әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән объекттар төшөрөлгән.[7].
  • Венгрияла 1978 йылда сығарылған почта маркалары блогында яҙыусы һүрәтләнгән.
  • Испанияла диңгеҙ ярында Жюль Вернға һәйкәл ҡуйылған.
Диңгеҙ ярында Жюль Верн һәйкәле (Испания)

Экранлаштырылған әҫәрҙәре үҙгәртергә

Жюль Верн романдары буйынса күп илдәрҙә һәм төрлө йылдарҙа төшөрөлгән фильмдар һәр ерҙә ҙур уңыш яуланы:

  • «Серле утрау» («Таинственный остров», (1902, 1921, 1929, 1941, 1951, 1961, 1963, 1973, 1975, 2001, 2005, 2012 һәм башҡа йылдар)
  • «Бэк-Кап утрауының сере» («Тайна острова Бэк-Кап»)
  • «Мажаралар утрауы» («Остров приключений»)
  • «Ҡытай ир-атының Ҡытайҙағы бәлә-ҡазалары» («Злоключения китайца в Китае», 1965)
  • «Капитан Немоның серле утрауы» («Таинственный остров капитана Немо»)
  • «Монстрҙар утрауы» («Остров монстров»)
  • «Амазонка буйлап түбәнгә 800 льё» («800 льё вниз по Амазонке», 1993)
  • «Һыу аҫтынан 20 000 льё» («20 000 льё под водой», 1905, 1907, 1916, 1927, 1954, 1975, 1997, 1997 (II), 2007 һәм башҡа).
  • «Капитан Грант балалары» («Балалары капитана Гранта», (1901, 1913, 1962, 1996; 1936 CCCP, 1985 һәм башҡа йылдар),
  • «Айға сәйәхәт» («Путешествие на Луну», 1902, 1903, 1906, 1958, 1970, 1986),
  • «Ер үҙәгенә сәйәхәт» («Путешествие к центру Земли», 1907, 1909, 1959, 1977, 1988, 1999, 2007, 2008 һәм башҡа),
  • «Донъя тирәләй 80 көндә» («Вокруг света за 80 дней», 1913, 1919, 1921, 1956 – иң яҡшы фильм өсөн Оскар премияһы, 1957, 1975, 1989, 2000, 2004),
  • «Ун биш йәшлек капитан» («Пятнадцатилетний капитан», 1971; 1945, 1986 СССР),
  • «Михаил Строгов» (1908, 1910, 1914, 1926, 1935, 1936, 1937, 1944, 1955, 1956, 1961, 1970, 1975, 1997, 1999).

СССР-ҙа төшөрөлгән фильмдар үҙгәртергә

Советтар Союзында Жюль Верн әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән фильмдар:

  • «Капитан Грант балалары» («Балалары капитана Гранта», 1936);
  • «Серле утрау» («Таинственный остров », 1941);
  • «Ун биш йәшлек капитан» («Пятнадцатилетний капитан», 1945);
  • «Һынған даға» («Сломанная подкова», 1973);
  • «Капитан Немо», 1975;
  • «Капитан Грант эҙҙәренән» («В поисках капитана Гранта», 1985, 7 сериялы)
  • «“Пилигрим” капитаны», 1986;
  • «Ер планетаһы кешеһе» («Человек с планеты Земля» (1958) фильмының башында «Ерҙән — Айға» («С Земли на Луну») романынан күренеш һүрәтләнә.

Яҙыусы әҫәрҙәренең 200-ҙән артыҡ экранлаштырылған варианты бар.

Экранлаштырылған әҫәрҙәр исемлеге үҙгәртергә

ЙылФильмдың исемеӘҫәрҙең төп исемеСюжетыИлдәр
1902Айға сәйәхәт (Путешествие на ЛунуLe Voyage dans la luneЕрҙән Айға; Ай тирәләй
1904Ғәҙәти булмаған сәйәхәт (Невероятное путешествие)Le voyage à travers l’impossibleпьеса
1907Һыу аҫтынан 20 000 льё (20 000 льё под водой)20,000 lieues sous les mersроман
1908Айға сәйәхәт (Экскурсия на Луну)Excursion dans la luneЕрҙән — Айға
1908Михаил СтроговMichael Strogoffроман
1910Михаил СтроговMichael Strogoffроман
1910Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру Земли)Voyage au centre de la terreроман
1912Ҡотопты яулау (Завоевание полюса)À la conquête du pôleКапитан Гаттерастың сәйәхәте һәм мажаралары
1913Капитан Грант балалары (Балалары капитана Гранта)Les enfants du capitaine Grantроман
1914Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света за 80 дней)Round the World in 80 Daysроман
1914Михаил СтроговMichael Strogoffроман
1916Һыу аҫтынан 20 000 льё (20 000 льё под водой)20,000 Leagues Under the Seaроман
1921Матиас СандорфMathias Sandorfроман
1926Михаил СтроговMichel Strogoffроман
1929Серле утрау (Таинственный остров)The Mysterious Islandроман
1931Үҙенең үлтереүсеһен эҙләүсе (Человек, который ищет своего убийцу)Der Mann, der seinen Mörder suchtҠытай ир-егетенең ныҡ борсолоуҙары
1936Батша курьеры (Курьер царя)Der Kurier des ZarenМихаил Строгов
1936Михаил СтроговMichel Strogoffроман
1936Капитан Грант балалары (Балалары капитана Гранта)Капитан Грант балаларыроман{{ {{{1}}}размер =alias = Совет Социалистик Республикалар Союзыshortname alias = СССРflag alias = Flag of the Soviet Union.svgflag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svgflag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svgflag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svgflag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svgflag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svgflag alias-армия = Red Army flag.svgflag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svgvar1 = 1923var2 = ВМСvar3 = ВМС-1924var4 = ВМС-1935var5 = армияvar6 = ВВСvariant =

}}

1937Һалдат һәм леди (Солдат и леди)The Soldier and the LadyМихаил Строгов
1941Серле утрау (Таинственный остров)Серле утрауроман{{ {{{1}}}размер =alias = Совет Социалистик Республикалар Союзыshortname alias = СССРflag alias = Flag of the Soviet Union.svgflag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svgflag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svgflag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svgflag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svgflag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svgflag alias-армия = Red Army flag.svgflag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svgvar1 = 1923var2 = ВМСvar3 = ВМС-1924var4 = ВМС-1935var5 = армияvar6 = ВВСvariant =

}}

1944Михаил СтроговMiguel Strogoffроман
1945Ун биш йәшлек капитан (Пятнадцатилетний капитан)Ун биш йәшлек капитанроман
1951Серле утрау (Таинственный остров)Mysterious Islandроман
1954-1990Диснейленд (сериал)Walt Disney’s Wonderful World of ColorҺыу аҫтынан 20 000 льё; Капитан Грант балалары
1954Һыу аҫтынан 20 000 льё (20 000 льё под водой)20,000 Leagues Under the Seaроман
1956Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света за 80 дней)Around the World in Eighty Daysроман
1956Михаил СтроговMichel Strogoffроман
1958Бэк-Кап утрауының сере (Тайна острова Бэк-Кап)Vynález zkázyВатан флагыЧехословакия
1958Ерҙән — Айға (С Земли на Луну)From the Earth to the Moonроман
1959Жоао Корраль сере (Тайна Жоао Корраль)800 leguas por el Amazonas o (La jangada)Жангада
1959Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру Земли)Journey to the Center of the Earthроман
1961Донъя хөкөмдары (Властелин Мира)Master of the Worldроман
1961Михаил Строговтың ҡаҙанышы (Триумф Михаила Строгова)Le triomphe de Michel StrogoffМихаил Строгов
1961Мажаралар утрауы (Остров приключений)Mysterious IslandСерле утрау
1961Аждаһалар үҙәне (Долина драконов)Valley of the DragonsГектор Сервадак
1962Һауа шарында биш аҙна (Пять недель на воздушном шаре)Five Weeks in a Balloonроман
1962Карап һәләкәтендә бәләгә тарыусыларҙы эҙләү
(В поисках потерпевших кораблекрушение)
In Search of the CastawaysКапитан Грант балалары
1962Ике йыллыҡ каникул (Два года каникул)Dos años de vacacionesроман
1963Матиас СандорфMathias Sandorfроман
1963Өс кәмитсенең донъя тирәләй сәйәхәте (Три комика в изумлении совершают кругосветное путешествие)The Three Stooges Go Around the World in a DazeДонъя тирәләй 80 көндә
1964Донъя тирәләй (Вокруг света) (телефильм)Die Reise um die ErdeДонъя тирәләй 80 көндә
1964Театр йәштәр өсөн: Ҡара Һиндостан (Театр для юношества: Черная Индия) (телефильм)Les Indes noiresроман
1965Ҡытай ир-атының Ҡытайҙағы бәлә-ҡазалары (Злоключения китайца в Китае)Les tribulations d’un Chinois en Chineкнига
1966Урланған дирижабль (Украденный дирижабль)Ukradená vzducholodИке йыллыҡ каникулЧехословакия
1966Һауа шарында биш аҙна (Пять недель на воздушном шаре)Cinci saptamîni în balonроман
1967Ракетала Айға (Ракетой на Луну)Rocket to the MoonЕрҙән — Айға
1967Театр йәштәр өсөн: Вильгельм Шториц сере (Театр для юношества: Тайна Вильгельма Шторица) (телефильм)Le théâtre de la jeunesse: Le secret de Wilhelm Storitzроман Чехословакия
1969Көньяҡ йондоҙ (Южная звезда)The Southern Starроман
1970Сәйер каникул (Странные каникулы)Strange HolidayРобинзондар мәктәбе
1970Немо (телефильм)NemoҺыу аҫтынан 20 000 льё
1970Кометала (На комете)Na kometeГектор СервадакЧехословакия
1970СтроговStrogoffМихаил Строгов
1971Ер ситендә ҡурҡыныс ут (Опасный свет на краю земли)The Light at the Edge of the WorldЕр ситендәге маяҡ
1972-1973Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света за 80 дней) (мультсериал)Around the World in Eighty Daysроман
1973Серле утрау (Таинственный остров)La isla misteriosaроман
1973Мэтр Захариус (телефильм)Maître Zacchariusповесть
1973Һыу аҫтынан 20 000 льё (20 000 льё под водой) (мультфильм)20,000 Leagues Under the Seaроман
1973Һынған даға (Сломанная подкова)Һынған дағаЛифляндиялағы драма
1974Тымыҡ океан пираттары (Пираты Тихого океана)Deux ans de vacancesИке йыллыҡ каникул
1974Ун биш йәшлек капитан (Пятнадцатилетний капитан)Un capitán de quince añosроман
1974Серле урлау (Загадочное похищение)A dunai hajósДунай лоцманы
1975Капитан НемоКапитан НемоҺыу аҫтынан 20 000 льё; Пар йорто
1975Серле утрау (Таинственный остров) (мультфильм)Mysterious Islandроман
1975Һауа шарында фантастик сәйәхәт (Фантастическое путешествие на воздушном шаре)Viaje fantástico en globoҺауа шарында биш аҙна
1976Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру Земли)Viaje al centro de la Tierraроман
1977Болека һәм Лёлектың каникулы (Каникулы Болека и Лёлека) (мультфильм)Wielka podróz Bolka i LolkaДонъя тирәләй 80 көндә
1977Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру земли) (мультфильм)A Journey to the Center of the Earthроман
1977Һауа шарында биш аҙна (Пять недель на воздушном шаре) (мультфильм)5 Weeks in a Balloonроман
1978Капитан Немоның ҡайтыуы (Возвращение капитана Немо) (телефильм)The Return of Captain NemoҺыу аҫтынан 20 000 льё
1979Ҡорос сере (Секрет стали)Tajemství ocelového mestaБегумдың биш йөҙ миллионыЧехословакия
1979Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света за 80 дней) (телефильм)Le tour du monde en 80 joursроман
1979Ерҙән — Айға (С Земли на Луну) (мультфильм)From the Earth to the Moonроман
1980Графиня Долинген де Грац уйындары (Игры графини Долинген де Грац)Les jeux de la Comtesse Dolingen de GratzКарпаттағы һарай; Вильгельм Шториц сере
1981Ҡурҡыныс заттар утрауының сере (Тайна острова чудовищ)Misterio en la isla de los monstruosРобинзондар мәктәбе
1981Карпат һарайының сере (Тайна Карпатского замка)Tajemství hradu v KarpatechроманЧехословакия
1981Донъя тирәләй Вилли Фог менән (Вокруг света с Вилли Фогом) (мультсериал)La Vuelta al mundo de Willy FogДонъя тирәләй 80 көндә
1981Карпаттағы һарай (Замок в Карпатах)Castle in the Carpathiansроман
1982Диңгеҙ шайтаны (Морской дьявол)Los diablos del marроман
1982Серле планета (Таинственная планета)Mysterious Planetроман
1984Захариус (ТВ)ZachariusМэтр Захариус
1985Һыу аҫтынан 20 000 льё (20000 льё под водой) (мультфильм)20,000 Leagues Under the Seaроман
1985Капитан Грантты эҙләү (В поисках капитана Гранта) (сериал)Капитан Грантты эҙләүКапитан Грант балалары{{ {{{1}}}размер =alias = Совет Социалистик Республикалар Союзыshortname alias = СССРflag alias = Flag of the Soviet Union.svgflag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svgflag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svgflag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svgflag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svgflag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svgflag alias-армия = Red Army flag.svgflag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svgvar1 = 1923var2 = ВМСvar3 = ВМС-1924var4 = ВМС-1935var5 = армияvar6 = ВВСvariant =

}}

1986«Пилигрим» капитаны (Капитан «Пилигрима») (фильм)«Пилигрим» капитаныУн биш йәшлек капитан{{ {{{1}}}размер =alias = Совет Социалистик Республикалар Союзыshortname alias = СССРflag alias = Flag of the Soviet Union.svgflag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svgflag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svgflag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svgflag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svgflag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svgflag alias-армия = Red Army flag.svgflag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svgvar1 = 1923var2 = ВМСvar3 = ВМС-1924var4 = ВМС-1935var5 = армияvar6 = ВВСvariant =

}}

1986Айға сәйәхәт (ТВ)Le voyage dans la luneЕрҙән — Айға; Ай тирәләй
1988Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света за 80 дней) (мультфильм)Around the World in 80 Daysроман
1989Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света за 80 дней) (сериал)Around the World in 80 Daysроман
1990-1991Серле диңгеҙҙән Надя (Надя с загадочного моря) (мультсериал)Fushigi no umi no Nadia
1991Алхимик Шториц сере (Тайна алхимика Шторица)Tajomstvo alchymistu StoritzaВильгельм Шториц сереЧехословакия
1993Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру Земли) (телефильм)Journey to the Center of the Earthроман
1993Амазонка буйлап 800 льё түбәнгә (800 льё вниз по Амазонке)Eight Hundred Leagues Down the AmazonЖангада
1995Серле утрау (Таинственный остров) (сериал)Mysterious Island
1996Капитан Грант балалары (Балалары капитана Гранта)Балалары капитана Грантароман
1996Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру Земли) (мультфильм)Journey to the Center of the Earthроман
1997Наутилус (телефильм)20,000 Leagues Under the SeaҺыу аҫтынан 20 000 льё
1997Һыу аҫтынан 20 000 льё (20 000 льё под водой) (телефильм)20,000 Leagues Under the Seaроман
1999Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру Земли) (телефильм)Journey to the Center of the Earthроман
1999Михаил Строгов, батша курьеры (Михаил Строгов, царский курьер) (телефильм)Michele Strogoff — il corriere dello zarМихаил Строгов
1999Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света в 80 дней) (мультфильм)Around the World in 80 Daysроман

2000Жюль Верндың серле мажаралары (Тайные приключения Жюль Верна) (сериал)The Secret Adventures of Jules Verne
2001Жюль Верн менән ғәҙәти булмаған сәйәхәт: Цезарь Каскабель (Невероятные путешествия с Жюлем Верном: Цезарь Каскабель) (мультфильм)Les voyages extraordinaires de Jules Verne — César Cascabelроман
2001Жюль Верн менән ғәҙәти булмаған сәйәхәт: Серле утрау (Невероятные путешествия с Жюлем Верном: Таинственный остров) (мультфильм)Les voyages extraordinaires de Jules Verne — L'île mystérieuseроман
2001Жюль Верн менән ғәҙәти булмаған сәйәхәт: Көньяҡ йондоҙ (Невероятные путешествия с Жюлем Верном: Южная звезда) (мультфильм)Les voyages extraordinaires de Jules Verne — L'étoile du sudроман
2001Жюль Верн менән ғәҙәти булмаған сәйәхәт: Жангада (Невероятные путешествия с Жюлем Верном: Жангада) (мультфильм)Les voyages extraordinaires de Jules Verne — La Jangadaроман
2001Жюль Верн менән ғәҙәти булмаған сәйәхәт: Ер үҙәгенә сәйәхәт (Невероятные путешествия с Жюлем Верном: Путешествие к центру Земли) (мультфильм)Les voyages extraordinaires de Jules Verne — Voyage au centre de la terreроман
2002Һыу аҫтынан 20 000 льё (20000 льё под водой) (мультфильм)20,000 Leagues Under the Seaроман
2004Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света за 80 дней)Around the World in 80 Daysроман
2004Михаил Строговтың сәйер мажаралары (Необычайные приключения Михаила Строгова) (мультфильм)Les aventures extraordinaires de Michel StrogoffМихаил Строгов
2004Доктор Окс (телефильм)Le docteur Oxповесть
2005Серле утрау (Таинственный остров) (телефильм)Mysterious Islandроман
2007Наутилус: Океан әмире (Наутилус: Повелитель океана) (видеофильм)30,000 Leagues Under the SeaҺыу аҫтынан 20 000 льё
2008Динозаврҙар иленә сәйәхәт (Путешествие в страну динозавров) (видеофильм)Journey to the Center of the EarthЕр үҙәгенә сәйәхәт
2008Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру Земли)Journey to the Center of the Earth 3Dроман
2012Сәйәхәт 2: Серле утрау (Путешествие 2: Таинственный остров)Mysterious IslandСерле утрау

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Index Translationum: UNESCO Culture Sector
  2. Газета «Книжное обозрение», № 3, 2012
  3. Венгерова З. А. Верн Жюль // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Книга:Словарь имён малых планет.
  5. Циркуляры малых планет за 15 февраля 1995 года — документта № 24765 (M.P.C. 24765) циркулярын эҙләргә.
  6. Euro-Coins.News. Литературные герои на монетах Франции. Удивительные миры Жюля Верна. Дата обращения: 17 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
  7. Euro-Coins.News. Франция, 10 евро (Пикардия. Жюль Верн). Дата обращения: 17 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә

🔥 Top keywords: Баш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:БелешмәВикипедияИкенсе донъя һуғышыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрАрыҫлан петроглифтарыМахсус:ЭҙләүВикипедия:ҠоролтайВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМостай КәримБашҡорт алфавитыВикипедия:КатегорияВикиВикипедия:Рәхим итегеҙЭҙләүҙе оптималлаштырыуКарфагенҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүАвстралияҒарипов Рәми Йәғәфәр улыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыСалауат ЮлаевГрек алфавитыВикипедия:БерләшмәЕкатерина IIФекерләшеү:Баш битБашҡорт телеПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актКөнсығыш ТөркөстанВикипедия:BarОперацион системаМәжит ҒафуриҺүҙбәйләнешБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыМәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаҠылым