Герпес (грек. ἕρπης — тимрәү) — инфекцион ауырыуҙар төркөмө; герпес вирустары тыуҙырған һыулы күперткеләр ҡалҡыу менән билдәләнгән бер төркөм ауырыуҙар[1]; үҙенсәлекле вирустар тыуҙырған һыулы күперткеләр ҡалҡыу менән характерлы бер төркөм тире ауырыуҙары[2].

Герпес
МКБ-10

A6060., B0000., G05.105.1, P35.235.2

МКБ-9

054.0054.0, 054.1054.1, 054.2054.2, 054.3054.3, 771.2771.2

DiseasesDB

5841

eMedicine

med/1006 

MeSH

D006561

 Герпес Викимилектә

Тасуирлама үҙгәртергә

Кеше герпес тыуҙырыусы — Herpesviridae ғаиләһенә ҡараған ДНК‑лы вирустар, кеше организмында ғүмерлеккә урынлашыуға (персистирланыуға) һәм иммунитет дефициты фонында ауырыуҙың төрлө формаларын тыуҙырыуға һәләтле. Вирустың 8 тибы билдәле, кеше өсөн бөтәһе лә — ауырыу тыуҙырғыс. Ябай (тирене, лайлалы тиресәне, күҙ мөгөҙсәһен зарарлай) һәм уратма (нервы системаһын зарарлай) герпес айырыла. Ауырыу һауа, бәйләнеш йәки енси юл аша йоға

Булышлыҡ иткән сәбәптәр үҙгәртергә

Иммунитеттың түбәнәйеүе, һалҡын тейеү, витаминдар етешмәүе, стресс. Йыш ҡына грипп, пневмония һ.б. ауырыуҙар фонында барлыҡҡа килә.

Төп симптомдары үҙгәртергә

Тире ҡысыу йәки әрнеү, шешкән ирендәргә, танау япраҡтарына, ауыҙ ҡыуышлығы һәм енес ағзаларының лайлалы тиресәләренә үтә күренгән тупланып торған ваҡ күперткеләр сығыу, күперткеләр урынында ҡутыр барлыҡҡа килеү; уратма герпес: баш һәм нервылар йүнәлеше буйлап (ҡабырғалар араһы, боттар) ауыртыу, лимфа төйөрҙәре ҙурайыу, тән температураһы күтәрелеү, тирегә күперткеләр сығыу.

Диагностика үҙгәртергә

Диагностика өсөн флюоресценцияланыусы антиесемдәр, иммунофермент анализ, полимераз сылбырлы реакция ысулдары ҡулланыла.

Дауалау үҙгәртергә

Медикаментоз (вирустарға ҡаршы, шешеүгә ҡаршы, иммуномодулләүсе препараттар), вакцинотерапия, диетотерапия, физиотерапия. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: тиренең һәм эске ағзаларҙың бактериаль инфекциялары, экзема, йөрәк-ҡан тамырҙары етешмәүсәнлеге, энцефалит һ.б.

Иҫкәртеү үҙгәртергә

Иммунитетты күтәреү, һалҡын тейеүҙән, стрестан һаҡланыу һ.б. Башҡортостанда өлкән кешеләрҙең 80—90%‑ы ябай герпес вирусын йөрөтә.

Ауырыуҙы өйрәнеүсе ғалимдар үҙгәртергә

Герпестың дауалау ысулдарын фәнни яҡтан тикшереү Медицина университетында (Д.Ә.Вәлишин, Д.Х.Хунафина һ.б.), 2‑се Республика клиник дауаханаһында ; Ә.Х.Стоянова, Л.А.Сәлихова), Күҙ ауырыуҙары институтында (Р.Ә.Батыршин, И.А.Грипась, М.А.Деребизова, В.Б.Мальханов, Н.Е.Шевчук һ.б.) алып барыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Бикбулатов Р.М. Цитопатология экспериментального герпеса. Уфа, 1970; шул уҡ. Герпетическая инфекция. М., 1974 (авторҙ.).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
  2. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)
🔥 Top keywords: Баш битРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедия:БелешмәВикипедияИкенсе донъя һуғышыМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрАрыҫлан петроглифтарыМахсус:ЭҙләүВикипедия:ҠоролтайВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМостай КәримБашҡорт алфавитыВикипедия:КатегорияВикиВикипедия:Рәхим итегеҙЭҙләүҙе оптималлаштырыуКарфагенҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүАвстралияҒарипов Рәми Йәғәфәр улыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыСалауат ЮлаевГрек алфавитыВикипедия:БерләшмәЕкатерина IIФекерләшеү:Баш битБашҡорт телеПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актКөнсығыш ТөркөстанВикипедия:BarОперацион системаМәжит ҒафуриҺүҙбәйләнешБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыМәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаҠылым